Үҙәк федераль округ
Үҙәк федераль округ (рус. Центральный федеральный округ) — Рәсәйҙең көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан административ ойошма 2000-се йылдың 13-сө майында Рәсәй Президенты указы менән ойошторолған.
ФО үҙәге | Мәскәү |
---|---|
Майҙаны | 650, 7 мең.км² ( 2007 йыл аҙағына) (3,82 % РФ) |
Халҡы | 38 456 865 кеше (2011 йылдың 1 ғинуары ) (26,91 % от РФ), шул иҫәптән: -ҡала халҡы - 31 338 115 кеше -ауыл халҡы - 7 118 750 кеше. |
Халыҡ тығыҙлығы | 56,9 кеше/км². |
Субъекттар һаны | 18 |
Ҡалалар һаны | 300 |
Сәнәғәт этештереү күләме | 1300 млрд һум. (2002) |
Йән башына төшкән табыш | 5284 һум. (2002) |
Тулайым региональ продукт (ТРП) | 10305 млрд һум. (2007) |
Йән башына ТРП | 165,41 мең һум/кеше. (2005) |
Президенттың тулы хоҡуҡлы вәкиле | Полтавченко Георгий Сергеевич |
Хоҡуҡи-административ торошо
үҙгәртергәФедераль округ Рәсәй Федерацияһының административ берәмеге булып хисапланмай, йәғни Рәсәй Федерацияһының субъекты түгел[1].
География
үҙгәртергәОкруг территорияһы 650 700 км², йәғни Рәсәй Федерацияһының 3,82 % майҙанын биләй.
Көнсығыш-Европа тигеҙлегендә урынлашҡан;Валдай, Смоленск-Мәскәү, Уртаурыҫ ҡалҡыулыҡтары бар;Мещёра һәм Ока-Дон уйһыулыҡтары бар. Иң юғары нөктәһе — 347 м (Валдай түбәһе).
Тышҡы сиктәре: көнбатышта Белорусь менән, көньяҡ-көнбатышта Украина менән. Көньяҡта Көньяҡ, көнсығышта Волга буйы, төньяҡта Төньяҡ-Көнбайыш федераль округтары менән эске сиктәре бар.
Иң ҙур йылғалары (йәйәләр эсендә ҡушылдыҡтары): Волга (Ока), Дон (Воронеж), Днепр (Десна, Сейм), Көнбайыш Двина. Диңгеҙгә сығышы юҡ.
Тәбиғи зоналар (төньяҡтан көньяҡҡа): тайга, ҡатнаш урман, киң япраҡлы урман, урманлы дала.
Тәбиғи ресурстар: тимер рудһы (Курск магнит аномалияһы) — запастар 40 млрд т. (рәсәйҙекенән 60 %), фосфориттар (25 %), бокситтар (15 %), һоро күмер — сығарыу 1,5 млн т, цемент сеймалы (25 %), торф, урман, ҡара тупраҡ, һыу ресурстары.
Тимер юлдары оҙонлоғо — 17 291 км (рәсәйҙекенән 19,9 %), ҡаты ҡатламлы шоссе — 117 926 км (22,3 %).
Халҡы
үҙгәртергәҮФО-та Рәсәйҙәге иң юғары халыҡ тығыҙлығы (57,09 кеше/км² 2007 йыл аҙағында). Халыҡ һаны буйынса округ иң алдынғыларҙа тора — 37 121 812 кеше (РФ-һынан 26,16 %), шул иҫәптән: ҡалаларҙа — 29 994 175 кеше, ауылдарҙа — 7 127 637 кеше (2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата). Шулай уҡ ҮФО урыҫ халыҡының өлөшө иң күбе (91,32 % 2002 йылда). Был, исмаһам бер генә националь федерация субъекты ла булмаған, берҙән-бер федераль округ. Күбеһенсә ҙур булмаған, әммә халыҡ бик тығыҙ урынлашҡан өлкә, халҡының яртыһы тирәһе Мәскәүҙә һәм Мәскәү янында йәшәй.
Округтың составы
үҙгәртергә№ | Флаг | Федерация субъекты | Административ үҙәк |
---|---|---|---|
1 | Белгород өлкәһе | Белгород | |
2 | Брянск өлкәһе | Брянск | |
3 | Владимир өлкәһе | Владимир | |
4 | Воронеж өлкәһе | Воронеж | |
5 | Иваново өлкәһе | Иваново | |
6 | Калуга өлкәһе | Калуга | |
7 | Кострома өлкәһе | Кострома | |
8 | Курск өлкәһе | Курск | |
9 | Липецк өлкәһе | Липецк | |
10 | Мәскәү | ||
11 | Мәскәү өлкәһе | Мәскәү , Красногорск | |
12 | Орёл өлкәһе | Орёл | |
13 | Рязань өлкәһе | Рязань | |
14 | Смоленск өлкәһе | Смоленск | |
15 | Тамбов өлкәһе | Тамбов | |
16 | Тверь өлкәһе | Тверь | |
17 | Тула өлкәһе | Тула | |
18 | Ярославль өлкәһе | Ярославль |
Халҡы һәм милли составы
үҙгәртергә2002 йылдағы халыҡ иҫәбе мәғлүмәтенә ҡарағанда Үҙәк федераль округында кеше һаны 38 000 652 тиң. Милли состав:
- Урыҫтар — 34 703 066 кеше (91,32 %)
- Украиндар — 756 087 кеше (1,99 %)
- Үҙ милләтен күрһәтмәгән кешеләр — 736 020 кеше (1,93 %)
- Татарҙар — 288 216 кеше (0,77 %)
- Әрмәндәр — 249 220 кеше (0,66 %)
- Белорустар — 186 326 кеше (0,49 %)
- Әзербайджандар — 161 859 кеше (0,43 %)
- Йәһүдтәр — 103 710 кеше (0,27 %)
- Грузиндар — 80 651 кеше (0,21 %)
- Молдавандар — 67 811 кеше (0,18 %)
- Мордвалар — 67 497 кеше (0,18 %)
- Таджиктар — 46 738 кеше (0,12 %)
- Сыуаштар — 46 101 кеше (0,12 %)
- Сиғандар — 45 858 кеше (0,12 %)
- Үзбәктәр — 38 676 кеше (0,1 %)
- Немецтар — 33 190 кеше (0,09 %)
- Чечендар — 28 861 кеше (0,08 %)
- Осетиндар — 17 655 кеше (0,05 %)
- Башҡа милләттәге халыҡтар — 17 270 кеше (0,05 %)
- Корейҙар — 16 720 кеше (0,04 %)
Иң ҙур ҡалалары
үҙгәртергә- Мәскәү
- Воронеж
- Ярославль
- Липецк
- Рязань
- Тула
- Брянск
- Курск
- Тверь
- Иваново
- Белгород
- Владимир
- Калуга
- Орёл
- Иҫке Оскол
- Смоленск
- Тамбов
- Кострома
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Российская Федерация состоит из республик, краев, областей, городов федерального значения, автономной области, автономных округов — равноправных субъектов Российской Федерации (Конституция РФ, ст.5, п.1)
Cығанаҡтар
үҙгәртергә- Центральный федеральный округ // Чепалыга А. Л., Чепалыга Г. И. Регионы России: Справочник. — 2-е изд., испр. и доп. — М.: Дашков и К°, 2004. — 100 с. — С. 26-39. ISBN 5-94798-490-3
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Общественный совет Центрального Федерального округа 2011 йыл 4 август архивланған.
- Законодательство Центрального Федерального округа 2010 йыл 22 август архивланған.