ЦДУМ-дың енәйәт эше

Мосолмандарҙың Үҙәк диниә назаратының енәйәт эше — үҙ-ара бәйле ике енәйәт процесы, 1936-1938 йылдарҙа РСФСР НКВД-һы хеҙмәткәрҙәре тарафынан Мосолмандарының үҙәк диниә назараты (диниә назараты) етәкселәренә ялған ғәйеп тағып асыла. Улар «шпион-диверсия баш күтәреүселәр ойошмаһы» төҙөүҙә ғәйепләнә. Ойошманың етәкселәре тип шунан саҡ ҡына алда вафат булған Ризаитдин Фәхретдинов һәм Кашаф Тәржеманов күрһәтелә. Тәфтишселәр фекеренсә, улар Диниә назаратын ябып, «динлеләрҙе совет власына ҡаршы нәфрәт уятырға» планлаштырғандар. Бынан тыш, Японияла, Финляндия һәм Германияла аҡтар яғында булып, эмиграцияла йәшәгән милләтәштәре менән бәйләнештә булыуҙа, контрреволюцион пропагандал алып барыуҙа ғәйепләнәләр. Ғәйепләнгән 30 кешене ике ҡалала — Өфөлә һәм Мәскәүҙә хөкөм итәләр. Уларҙың күбеһе атып үлтерелә йәки төрмәлә вафат була (шул иҫәптән Фәхретдиновтың ике улы ).

ЦДУМ-дың енәйәт эше
СССР-ҙа 1923 - 1967 йылдарҙағы ГУЛаг системаһы концлагерҙарының интеграль картаһы

Ғәйепләнеүселәр һаны сағыштырмаса бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, «Диниә назараты эше» совет мосолман руханиҙарына ҡарата әһәмиәтле енәйәт эше була. Тәфтишселәр СССР-ҙың төрлө ҡалаларында диниә назаратына буйһонған урындағы абруйлы мулла-монтағай «контрреволюцион ойошмаһы» филиалдары етәкселәре булыу ихтималынан сығып эш итә. СССР-ҙың ҡайһы бер ҡалаларында 1936-1940 йылдарҙа «диниә назараты эше»нең шаңдауҙары булып мосолман дин әһелдәренә мөнәсәбәтле советтарға ҡаршы эшмәкәрлек алып барған тип эштәр асыла. Дөйөм алғанда 100-ҙән ашыу кеше язалана һәм « диниә назараты эше» буйынса атылғандарҙан күпкә артыҡ булып сыға.

Диниә назараты 1936 йылға тиклем үҙгәртергә

 
1936 йылға тиклем назаратҡа етәкселек иткән Ризаитдин Фахретдинов

Совет власының тәүге йылдарында большевиктар Исламға һәм мосолман дин әһелдәренә правослаивиеға ҡарағанда ыңғайыраҡ мөнәсәбәттә була., сөнки мосолман илдәрен донъя революцияһына ылыҡтырыу маҡсаты ҡуялар. 1929 йылға тиклем шуға күрә мосолман руханиҙарын артыҡ эҙәрлекләмәйҙәр.

СССР мосолман руханиҙары 1920-се йылдарға тиклем назараттар рәүешле дини үҙәктәрҙе тергеҙеп бөтөрә. Үҙәк назарат Өфөлә урынлаша. Ул Ырымбур мосолман диниә назаратының вариҫы булып тора. 1936 йылға тиклем Ризаитдин Фәхретдинов мосолмандарҙың Үҙәк диниә назаратының етәксеһе булып тора. Мосолмандарҙың Үҙәк диниә назараты юрисдикцияһы РСФСР-ҙың барлыҡ назараттарына ла йәйелдерелә ( Ҡырым һәм Төньяҡ Кавказдан башҡа). Шулай итеп Мосолмандарҙың Үҙәк диниә назараты юрисдикцияһы һәм йәмәғәте буйынса Советтар Союзының иң эре мосолман ойошмаһы булып тора[1].

1920-се йылдарға тиклем Мосолмандарҙың Үҙәк диниә назараты РСФСР-ҙа ғына түгел, Урта Азияла ла йоғонто яһарға тырыша. Урта Азия дин әһелдәренең эре берекмәләре булмай. Ғәмәлдә, улар бер кемгә лә буйһонмай. Өфө Үҙәк диниә назараты 1920-се йылдар уртаһына Ташкентта Узбәк ССР-ы мөфтиәт төҙөй, тик уның динлеләр араһында йоғонтоһо булмай [2].

1927 йылда назараттар Сәмәрҡәндтә, Кокандта, Андижанда, Наманганда, Маргеланда, Иҫке Бохарала һәм Хиуала була[3]. 1926 йылда Үҙәк диниә назараты вәкиле Төркмәнстанға ебәрелгән булған[4].

Совет мосолмандарының берләшеүенә 1920-се йылдарҙа ОГПУ-ның Көнсығыш бүлеге аяҡ сала [5]. Шул арҡала Мосолмандарҙың Үҙәк диниә назараты Урта Азия һәм Ҡаҙағстанға йоғонтоһон юғалта.1928 йылда уның юрисдикциияһынан Ҡаҙағстан сыға[6].

Әммә Мосолмандарҙың Үҙәк диниә назаратына башҡорт дин әһелдәре иң көслө оппозиция булып сыға. 1917 йылдың декабрендә Башҡортостан мосолмандары диниә назараты төҙөлә. Совет власы 1924 йылда уны теркәй[7].

1926 йылдың ғинуарында Башҡортостан мосолмандары диниә назараты үҙәк диниә назаратына ҡаршы циркуляр ҡабул итә, документта «иҫке назаратҡа ярлы башҡорт халҡы араһында дин исеменән низағ сығарыуҙарҙы тыйырға» тип яҙылған була[8]. Был циркуляр ЦДУМ-дан үҙе ултырған бинаны бушатыуҙы талап итә һәм уға аҡса йыйыуҙы тыя[9].

Мосолмандарҙың Үҙәк диниә назараты ағзалары иһә Башҡортостан мосолмандары диниә назаратын ҡанунһыҙ тип иғлан итә, сөнки Ислам динлеләрҙе милләттәргә бүлмәй тип белдерә[10]. Башҡортостан мосолмандары диниә назараты хатта Башҡорт АССР-ында ла бик әҙ мәхәлләне контролдә тота 2300 мосолман мәхәлләһенең 500-ө генә уның юрисдикцияһын таный[11]), әммә уларҙың һыйышмауы совет власы өсөн уңайлы була.

1929—1930 йылдарҙа СССР-ҙа коллективилаштырыу һәм сит илдәр сәйәсәте менән бәйле мосолмандарға мөнәсәбәт етди ҡатылана. 1930 йылда Ризаитдина Фәхретдинов Петр Смидович Өфөлә булғанда ошо хаҡта әйтә [12]. Осрашыуҙан һуң Смидович Михаил Калининға доклад яҙа [13]:

Все религиозные организации мусульман находятся накануне полнейшего разрушения и исчезновения с лица земли. Пока закрылось 87 % мухтасибатов (мусульманские епископаты), из 12 000 мечетей закрыто более 10 000, от 90 до 97 % мулл и муэдзинов лишены возможности отправлять культ… Положение по мусульманскому культу хуже, чем по другим культам, но, в общем, рисует характерную для всех культов картину…

1930 йыл аҙағына динлеләргә ҡарата мөнәсәбәт бер аҙ йомшара. Күпмелер мәсеттәр ҡайтарыла, уларҙы яптырған ҡайһы бер активистар яуапҡа тарттырыла. СССР ВЦИК Президиумы янында дин мәсьәләләре буйынса даими комиссия ойошторола. Уның етәксеһе итеп Петр Гермогенович Смидович һайлана[14]. Ҡайһы бер урындарҙа ошо комиссияға буйһонған комиссиялар эшләй башлай.

Мәсеттәр ҡайтарылһа ла, элекке һанына етмәй. 1927 йылда 2414 мәхәллә булһа, 1934 йылда иһә республикала 924 мәхәллә генә ҡала[15].

Смидовичтың комиссияһы оҙаҡ әүҙемлек күрһәтә алмай. 1933 йылдан динлеләр хоҡуғын яҡлау һирәк кенә килеп сыға, күберәк дингә ҡаршы көрәшеүселәр һүҙе өҫкә сыға башлай[16].

1934 йылда Комиссия формаль рәүештә бөтөрөлә, әммә шцнда уҡ уның вәкәләттәре әлеге Смидович етәкселек иткән СССР ВЦИК Президиумы янындағы дини мәсьәләләрҙе ҡарау даими комиссияһына тапшырыла[17].1938 йылда Комиссия йәнә формаль рәүештә бөтөрөлә, ә дин буйынса барлыҡ мәсьәләләрҙе ҡарау СССР НКВД-һына күсә[18]. Шулай итеп, динлеләрҙе яҡлау уларға уҡ ҡаршы эштәр асҡан структураға күсә.

Эште асыу үҙгәртергә

1936 йылда СССР-ҙа Оло террор башлана. Ошо осорҙа совет власы һыйышмауҙы хуплап тороуҙан туҡтап, мосолман дин әһелдәрен репрессиялауға күсә. Уларҙы правослау дин әһелдәре яҙмышы көтә, 1937—1938 йылдарҙа уларҙың да күренекле етәкселәре лагерҙарҙа һәләк була йәки атыла[19].

Ҙур террор башланыу менән властар үҙҙәренә лояль ҡарашта булған Башҡорт АССР-ының Диниә назаратын тулыһынса тар-мар итә. 1936 йылда уның мөфтөйө Мотиғулла Ғатауллин вафат була. Властар был назараттың документацияһын һәм архивын тулыһынса юҡҡа сығара, ә бинаһын Башҡортостан өлкә балалар комиссияһына тапшыра[20]. Совет власы ЦДУМ именән Башҡортостан Диниә назаратын ҡушыу тураһында иғлан итә [21]. Әммә юридик яҡтан ҡушылыу теркәлмәй[22].

Башҡорт АССР-ының Диниә назаратын юҡҡа сығарыу менән Үҙәк диниә назаратына ҡарата репрессииялар башлана.1936 йылдың 12 апрелендә ЦДУМ-тың рәйесе Ризаитдин Фәхретдинов вафат була. Властар съезд үткәреп яңы рәйес һайларға бирмәй [23]. Мөфтөй вазифаһын Рәсүлев Ғабдрахман Зәйнулла улы башҡаара.

Фәхретдиновтың вафаты ЦДУМ етәкселеген репресиялауға сигнал кеүек була. Бер аҙна үтеүгә, 1936 йылдың 19 апрелендә Өфөлә ЦДУМ ҡаҙнасыһы Шәрәф Шәрәфетдинов ҡулға алына һәм 5 йылға иркенән мәхрүм ителә[24].

«ЦДУМ эше» Мәскәү ваҡиғалары айҡанлы асыла. 1936 йылдың майында унда 27 дин әһеле һәм етәксеһе ҡулға алына[25]. Һорау алғанда ЦДУМ рәйесе урынбаҫара Тәржемәнов ЦДУМ-ды таратырға ниәтләнгәндәрен әйтә[26].

Был мәсьәлә ысынлап та Фәхретдиновтың вафаты алдынан ҡаралған булған. Тәржемәновта быны иҫбатлаған ике документ табалар[27]:

1936 йылдың 16 июлендә һорау алғанда Тәржемәнов үҙен йәнәһе 1930 йылда төҙөлгән «контрреволюцион ойошма үҙәге» ағзаһы тип таный [28]. 1936 йылдың 17 июлендә Өфөлә Мулланур Усманов, Абдрахман Фәхретдинов, Ғәли Сиразетдинов, Баһауетдин Мәҡсүтов һәм Ғүмдә Хәбиров ҡулға алына[29]. Артабан дуҫының доносы буйынса Ғәләметдин Ханисламов ҡулға алына[30].

1936 йылдың көҙөндә Тәржемәнов 1935 йылда Дим йылғаһы буйында дин әһелдәре менән йыйылышып, ЦДУМ-ды таратыу тураһында һөйләшеүҙәрен әйтә. Дим буйында булғандарҙың барыһын да ҡулға алалар[31].

Мәскәү мәсете имам-хатибы Абдулла Шәмсетдинов «япон разведкаһы ойошторған СССР диверсион, контрреволюцион милли ойошмаһының» етәксеһе булыуын таный[32]. Бынан һуң, 1936 йылдың 25 октябрендә әлегә Өфө төрмәһендә ултырған Шәрәф Шәрәфетдиновҡа контрреволюцион ойошма эшендә ҡатнашыуҙа ғәйепләү белдерелә [33].

1936 декабрендә Мәскәү һәм Өфөлә ҡулға алынғандарҙы контрреволюцион баш күтәреү ойошмаһы төҙөүҙә ғәйепләйҙәр. 1936 йылда 15 декабрендә Мулланур Усманов ошо ойошмала ҡатнашыуҙа ғәйеләнә [34].

«ЦДУМ эше» буйынса ғәйепләнеүселәр үҙгәртергә

«ЦДУМ эше» РСФСР-ҙың бер нисә ҡалаһында ҡарала. Иң ҙур төркөмдәр Мәскәүҙә һәм Өфөлә була.

Өфө төркөмө үҙгәртергә

Өфөлә ҡулға алынғандар[35]:

  • Шәрәф Шәһәр Шәрәфетдинов. ЦДУМ ҡаҙнасыһы.
  • Мулланур Баһаутедин улы Усманов;
  • Мотаһар Мирхәйҙәр улы Камалетдинов Башҡорт АССР-ы Диниә назараты мөфтөйө;
  • Ғәли Сиразетдинов.
  • Баһауетдин Мәҡсүтов.
  • Абдулхаҡ Маннанов, ЦДУМ-дың элекке ҡаҙнасыһы.
  • Зия Фаттахулы Мужавиров, Башнефть идаралығы инженеры;
  • Ғәләметдин Хөснөтдин улы Ханисламов, «Дин үә Мәғишәт» журналының элекке мөхәррире;
  • Хәлим Ҡадир улы Абдрахманов;
  • Ғарифйән Мөхәмәт улы Мостафин;
  • Хәбибулла Абдулхаҡ улы Әхтәмов. Элекке мулла. Уҡытыусы;
  • Ғүмдә Сәғдулла улы Хәбиров, уҡытыусы;
  • Абдрахман Ризаитдин улы Фәхретдинов. Мөфтөй Ризаитдин Фәхретдиновтың улы, ябылған «Башкурдистан» һәм «Ваҡыт» гәзиттәре мөхәррире.
  • Йыһангир Талха улы Абыҙгилдин. Өфөләге1-се мәсет имам-хатибы.
  • Хәнәфи Мозафар.
  • Зыя Камалетдинов (Зыя Камали). ЦДУМ ағзаһы. Ҡулға алынған һәм Мәскәүгә оҙатылған;
  • Муса Шмаков. Южураллес белгесе.

Шулай итеп, Өфө төркөмөнә ЦДУМ ағзалары ла, быға бер ниндәй ҡатнашы булмағандар ҙа эләгә.

Мәскәү төркөмө үҙгәртергә

НКВД-ның Мәскәү идаралығы Тәржеманов төркөмө менән шөғөлләнә. Бында Ризаитдина Фахретдиновтың икенсе улы Рәшит ҡулға алына[36].

Мәскәүҙә 25 кешегә ғәйеп тағыла:[37]:

  • Кашаф Тәржеманов. Мөфтөй Фахретдиновтың урынбаҫары, «Ислам» журналының элекке мөхәррире;
  • Зыя Камали (Пәрвәзетдин Ямалетдин улы Камалитдинов). ЦДУМ ағзаһы, ҡаҙый;
  • Абдулла Хәсән улы Шәмсетдинов. Мәскәү мәсете имам-хатибы.;
  • Мөхәммәт-Сәлих Ерзин, инженер.
  • Бәҙретдин Девишев, фәнни хеҙмәткәр;
  • * А.-Х. Казаков, хеҙмәткәр.

Ҡаҙан төркөмө үҙгәртергә

Ҡаҙанда Рәсәй империяһының II саҡырылыш Дәүләт думһының элекке депутаты Һаҙый Атласов ҡулға алынған, ул элегерәк татар графикаһын яңалифкә күсереүгә ҡаршы булған өсөн хөкөм ителгән булған[38].

Омск үҙгәртергә

ЦДУМ эше буйынса шулай уҡ Омск мәсете имамы Ғәлә Ғәли улы Ғимуш ҡулға алына[39].

ЦДУМ эше менән бәйле процестар үҙгәртергә

«ЦДУМ эше» СССР һәм республиканың төрлө өлкәләренда ялған ғәйеп тағып енәйәт эштәре асыуға килтерә. Был фигуранттарҙы ҡулға алынған Үҙәк диниә назараты ағзалары ҡушыуы буйынса советтарға ҡаршы баш күтәреүселәр ойошмалары төҙөүҙә ғәйепләйҙәр. Бындай ғәйепләнеүселәр һаны ЦДУМ-дыҡыларҙан күпкә артығыраҡ булып сыға. Тәфтишселәр Кашаф Тәржеманов һәм Ризаитдин Фахретдиновтың баш күтәреү ойошмаһының СССР буйынса бер нисә филиалы бар тигән фараздан сығып эш итә.

Ғәйеп ташланған кешене ҡулға алып, «фекерҙәштәрен» әйтергә мәжбүр итәләр. Ҡулға алынғандарҙы сит ил разведкалары, мосолман эмиграциһы менән бәйләнештә ғәйепләйҙәр. Уларҙы йә «панисламист» йә «милләтсе» тип яуапҡа тарттыралар[40]. Үҙәк диниә назараты етәкселәренең 1920-се йылдарҙағы төрлө төбәктәрҙә бәйләнеш булдырыуы «панисламист» эшмәкәрлеге тип иғлан ителә[41].

«Баш күтәреү ойошмаларын» икенсе бер көстәр менән дә бәйләргә маташыу күҙәтелә. Мәҫәлән, 1937 йылда № 26356-сы енәйәт эшендә Пермь мосолмандары һәм Ҡуян ауылы башҡорттары эшмәкәрлеге ҡарала. Шул уҡ ваҡытта Свердловск өлкәһе (Пермь 1938 йылға тиклем уға инә) «Урал баш күтәреү штабы» эше ҡарала, уны, йәнәһе лә, Урал өлкәһенең элекке башлығы Кабаков Иван Дмитриевич ойошторған була. Коммунист Кабаковты мосолмандар менән бәйләрлек бер нигеҙ ҙә булмай, тик 1937 йылдың 1 июнендә советтарға ҡаршы агитация өсөн ҡулға алынған правослау рухани уны ЦДУМ менән бәйле тип шаһитлыҡ итә[42].

Был священник 1937 йылдың 13 августында Зәки Вәлидиҙең Франциянан Һаҙый Маҡсуди һәм ЦДУМ аша подпольеға етәкселек итеп ята тип хәбәр итә[43]. Бынан тыш, ул троцкистар руханиҙар менән берлектә ЦДУМ менән бәйләнеш тота, ауылдарҙа, заводтарҙа, колхоздарҙа эш алып бара тип белдерә[44][45]. 1939 йылда беркетмә тәфтишсе тарафынан тултырылғаны, ә священниктың бары ҡул ҡуйғаны асыҡлана[46]. 1937 йылдың 1 сентябрендә барлыҡ фигуранттар аттырыла, ә мөлкәттәре тартып алына[47].

Горький һәм Куйбышев өлкәләре үҙгәртергә

Волга буйында НКВД хеҙмәткәрҙәре мосолман дин әһелдәренә ике ялған ғәйепләү эше асалар[48]:

  • Горький өлкәһе Краснооктябрьский районы баш күтәреү ойошмаһы (1937 йыл). Был эш буйынса 76 (78 тип тә яҙалар) ҡала һәм ауыл муллалары яуапҡа тарттырылған, 56 кеше аттырылған;
  • "Мортазин Мөхәммәт-Фәтих төркөмө"н («Куйбышев өлкәһе контрреволюцион милли ойошмаһы — сит ил „Иҙел-Урал“» ойошмаһы ячейкаһы) — 1937 йылдың 20 декабрендә УНКВД «тройка»һы ҡарары менән 41 кеше атыуға хөкөм ителгән, ә 1 кеше азатлығынан мәхрүм ителгән.

НКВД хеҙмәткәрҙәре фекере буйынса был ике ойошма Үҙәк диниә назараты лидерҙары йоғонтоһона (атап әйткәндә, Тәржеманов Кашаф йоғонтоһона) бирелгән һәм мосолман эмиграцияһы менән бәйле була[49].

Көньяҡ Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан (1937—1938 йылдар) үҙгәртергә

1937—1938 йылдарҙа Көньяҡ Ҡаҙағстанда һәм Үзбәкстанда «советтарға ҡаршы панислам террорсы һәм баш күтәреүсе шпион-диверсиялар ойошмаһы» «асыҡлана», ул мосолман эмиграцияһы һәм япон разведкаһы менән бәйле тип ғәйепләнә[50]. 267 кешенән 231-е Көньяҡ Ҡаҙағстандан, ә ҡалғандары Үзбәкстандан була[51]. Уларҙы «ЦДУМ эше» менән бәйләйҙәр: уларҙы «япон шпиондары» Мәһди Мәғҡулов һәм Кашаф Тәржемәнов менән бәйләнештә ғәйепләйҙәр[52].Был эш һөҙөмтәһендә ике абруйлы ишан — үзбәк Йосопхан Үмәртүрәев һәм ҡаҙаҡ Әлкән Янгирхужаев 1937 йылда аттырыла[53].

Ҡөрьән сылбыры (1940—1941 йылдарҙа) үҙгәртергә

1940 йылдың 3 июлендә Ҡаҙаҡ ССР-ында ишан Суфыйхан Искәндәров ҡулға алына, ул Үзбәкстанда Афғанстан менән бәйле панисламсы ойошма бар тип белдерә[54]. НКВД Сәмәрҡәндтә һәм өлкәһендә, Төркмәнстанда һәм Ҡаҙағстанда «панисламсы дошмандар» таба[55].

237 кеше «баш күтәреүселәр ойошмаһында» тип шикләнелә. Уларҙы сит ил разведкалары менән бәйле булыуҙа (Иран, Сәғүд Ғәрәбстаны, Төркиә), Бөйөк Британия һәм Франция) ғәйепләйҙәр.

Улар, йәнәһе лә, ЦДУМ етәкселәре мөфтөй Ризаитдин Фәхретдинов, урынбаҫары Кашаф Тәржеманов һәм ҡаҙый Мәһди Мәғҡулов етәкселегендә шпионлыҡ ҡылғандар[56][57].

Был енәйәт эше буйынса 70 кеше ҡулға алынған, уларҙың 12-һе атылған. 1959 йылдың 27 авгусында «Ҡөрьән сылбыры» фигуранттары тулыһынса аҡлана.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Юнусова А. Б., Азаматов Д. Д. 225 лет ЦДУМ. — Уфа, 2013.
  2. Гусева Ю. Н. «Цепь Корана» — дело о «заговоре панисламистов» в Средней Азии (1940) (по материалам архивов советских спецслужб) // Известия Уфимского научного центра РАН. — 2017. — № 3. — С. 116.
  3. Гусева Ю. Н. «Цепь Корана» — дело о «заговоре панисламистов» в Средней Азии (1940) (по материалам архивов советских спецслужб) // Известия Уфимского научного центра РАН. — 2017. — № 3. — С. 116.
  4. Гусева Ю. Н. Мрачное эхо «Дела ЦДУМ»: «Цепь Корана» и репрессии против мусульманской элиты в СССР (1940 год) // Новый исторический вестник. — 2017. — № 2 (52). — С. 118.
  5. Гусева Ю. Н. Объединительные тенденции в деятельности Центрального духовного управления мусульман в 20-е годы XX века // Эхо веков — Гасырлар авазы. — 2013. — № 1/2. — С. 50 — 55.
  6. Гусева Ю. Н. Мрачное эхо «Дела ЦДУМ»: «Цепь Корана» и репрессии против мусульманской элиты в СССР (1940 год) // Новый исторический вестник. — 2017. — № 2 (52). — С. 95.
  7. Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 155.
  8. Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 156.
  9. Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 156.
  10. Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 157.
  11. Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 163.
  12. Одинцов М. И. Русская православная церковь накануне и в эпоху сталинского социализма. 1917—1953 гг. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2014. — С. 203.
  13. Одинцов М. И. Русская православная церковь накануне и в эпоху сталинского социализма. 1917—1953 гг. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2014. — С. 203.
  14. Одинцов М. И. Русская православная церковь накануне и в эпоху сталинского социализма. 1917—1953 гг. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2014. — С. 184.
  15. Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 196.
  16. Одинцов М. И. Русская православная церковь накануне и в эпоху сталинского социализма. 1917—1953 гг. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2014. — С. 204, 206.
  17. Одинцов М. И. Русская православная церковь накануне и в эпоху сталинского социализма. 1917—1953 гг. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2014. — С. 206.
  18. Одинцов М. И. Русская православная церковь накануне и в эпоху сталинского социализма. 1917—1953 гг. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2014. — С. 216.
  19. Одинцов М. И. Русская православная церковь накануне и в эпоху сталинского социализма. 1917—1953 гг. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2014. — С. 218.
  20. Юнусова А. Б. Автономия башкирского ислама: к 100-летию Духовного управления мусульман Башкортостана // Известия Уфимского научного центра Российской академии наук. — 2017. — № 4. — С. 111, 189.
  21. Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 155, 189.
  22. Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 189.
  23. Ислам и советская власть (1917 - 1936). Сборник документов / Сост. Д.Ю. Арапов. - М., 2010.
  24. Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 173.
  25. Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 174.
  26. Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 174.
  27. Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 175.
  28. Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 175.
  29. Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 176.
  30. Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 183.
  31. Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 186.
  32. Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 173.
  33. Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 176—177.
  34. Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 176—177.
  35. Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 173—189.
  36. Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 180.
  37. Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 173.
  38. Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 174—175.
  39. Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 174.
  40. Гусева Ю. Н., Бегасилова Ж. А. Дело о «панисламистской повстанческой организации» в Средней Азии 1940 г. // Российская история. — 2018. — № 2. — С. 103.
  41. Гусева Ю. Н., Бегасилова Ж. А. Дело о «панисламистской повстанческой организации» в Средней Азии 1940 г. // Российская история. — 2018. — № 2. — С. 106.
  42. Шевырин С. «Кулацкая операция» 1937—1938 гг. в истории села Кояново // «Включен в операцию». Массовый террор в Прикамье в 1937—1938 гг. — М.: РОССПЭН, Фонд Первого Президента России Б. Н. Ельцина, 2009. — С. 278.
  43. Шевырин С. «Кулацкая операция» 1937—1938 гг. в истории села Кояново // «Включен в операцию». Массовый террор в Прикамье в 1937—1938 гг. — М.: РОССПЭН, Фонд Первого Президента России Б. Н. Ельцина, 2009. — С. 277—278.
  44. Шевырин С. «Кулацкая операция» 1937—1938 гг. в истории села Кояново // «Включен в операцию». Массовый террор в Прикамье в 1937—1938 гг. — М.: РОССПЭН, Фонд Первого Президента России Б. Н. Ельцина, 2009. — С. 277—278.
  45. Шевырин С. «Кулацкая операция» 1937—1938 гг. в истории села Кояново // «Включен в операцию». Массовый террор в Прикамье в 1937—1938 гг. — М.: РОССПЭН, Фонд Первого Президента России Б. Н. Ельцина, 2009. — С. 278.
  46. Шевырин С. «Кулацкая операция» 1937—1938 гг. в истории села Кояново // «Включен в операцию». Массовый террор в Прикамье в 1937—1938 гг. — М.: РОССПЭН, Фонд Первого Президента России Б. Н. Ельцина, 2009. — С. 278.
  47. Шевырин С. «Кулацкая операция» 1937—1938 гг. в истории села Кояново // «Включен в операцию». Массовый террор в Прикамье в 1937—1938 гг. — М.: РОССПЭН, Фонд Первого Президента России Б. Н. Ельцина, 2009. — С. 281.
  48. Гусева Ю. Н., Сенюткина О. Н. Мусульманское духовенство Нижегородского и Самарского Поволжья в 1930-е годы: проблемы выживания // Известия Пензенского государственного педагогического университета им. В. Г. Белинского. — 2012. — № 27. — С. 583—584.
  49. Гусева Ю. Н., Сенюткина О. Н. Мусульманское духовенство Нижегородского и Самарского Поволжья в 1930-е годы: проблемы выживания // Известия Пензенского государственного педагогического университета им. В. Г. Белинского. — 2012. — № 27. — С. 583.
  50. Гусева Ю. Н., Бегасилова Ж. А. Дело о «панисламистской повстанческой организации» в Средней Азии 1940 г.. // Российская история. — 2018. — № 2. — С. 105.
  51. Гусева Ю. Н., Бегасилова Ж. А. Дело о «панисламистской повстанческой организации» в Средней Азии 1940 г.. // Российская история. — 2018. — № 2. — С. 105.
  52. Гусева Ю. Н., Бегасилова Ж. А. Дело о «панисламистской повстанческой организации» в Средней Азии 1940 г.. // Российская история. — 2018. — № 2. — С. 105.
  53. Гусева Ю. Н., Бегасилова Ж. А. Дело о «панисламистской повстанческой организации» в Средней Азии 1940 г. // Российская история. — 2018. — № 2. — С. 105.
  54. Гусева Ю. Н. «Цепь Корана» — дело о «заговоре панисламистов» в Средней Азии (1940) (по материалам архивов советских спецслужб) // Известия Уфимского научного центра РАН. — 2017. — № 3. — С. 116.
  55. Гусева Ю. Н. «Цепь Корана» — дело о «заговоре панисламистов» в Средней Азии (1940) (по материалам архивов советских спецслужб) // Известия Уфимского научного центра РАН. — 2017. — № 3. — С. 116.
  56. Гусева Ю. Н. «Цепь Корана» — дело о «заговоре панисламистов» в Средней Азии (1940) (по материалам архивов советских спецслужб) // Известия Уфимского научного центра РАН. — 2017. — № 3. — С. 117.
  57. Гусева Ю. Н. «Цепь Корана» — дело о «заговоре панисламистов» в Средней Азии (1940) (по материалам архивов советских спецслужб) // Известия Уфимского научного центра РАН. — 2017. — № 3. — С. 117.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Гусева Ю. Н. «Цепь Корана» — дело о «заговоре панисламистов» в Средней Азии (1940) (по материалам архивов советских спецслужб) // Известия Уфимского научного центра РАН. — 2017. — № 3.
  • Ислам и советская власть (1917 - 1936). Сборник документов / Сост. Д.Ю. Арапов. - М., 2010.
  • Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 1999. — С. 155.