Хромов Сергей Петрович
Хромов Сергей Петрович (22 август (4 сентябрь) 1904, Бронницы, Мәскәү губернаһы, Рәсәй империяһы — 29 апрель 1977 йыл, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй ғалим-метеорологы һәм климатологы, география фәндәре докторы, профессор (1938), РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1975), инженер-майор (1943 йылдан).
Хромов Сергей Петрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 4 (17) сентябрь 1904 |
Тыуған урыны | Бронницы[d], Мәскәү губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 29 апрель 1977 (72 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Ваганьков зыяраты[d] |
Эш урыны | Военно-космическая академия имени А. Ф. Можайского[d] |
Ғилми дәрәжә | география фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәСергей Петрович Хромов 1922 йылда 1-се Мәскәү гимназияһын тамамлай һәм Мәскәү университетының физика-математика факультетына уҡырға инә. Уны 1928 йылда гидрометеорология һөнәре буйынса тамамлай[1]. 1924 йылдан уҡыу менән бер рәттән Дәүләт геофизика институтының обсерваторияһында техник булып, ә 1926—1946 йылдарҙа — Мәскәү өлкә һауа торошо бюроһында (хәҙерге Гидрометүҙәк) эшләй[2]. 1937 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡламайынса уға физика-математика фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһе бирелә[1].
Ҡыҙыл Армия институтында эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында армия өсөн мөһим әһәмиәткә эйә булған эш алып бара. Хромов хәрби метеорологтар әҙерләү эшендә әүҙем ҡатнаша, фронт метеохеҙмәте тәжрибәһен өйрәнеү һәм уның эшендә ярҙам ойоштороу өсөн бер нисә тапҡыр фронтҡа сыға[3].
1946 йылдан Ленинградта, унда 1946—1953 йылдарҙа Ленинград дәүләт университетының география факультетында метеорология һәм климатология кафедраһы мөдире була, бер үк ваҡытта Арктика институтында һәм А. Ф. Можайский исемендәге Хәрби-инженерлыҡ академияһында эшләй. Кире Мәскәүгә ҡайтҡандан һуң 1953 йылда Мәскәү дәүләт университетының география факультетында метеорология һәм климатология кафедраһы мөдире булып эшләй (вазифаһында 1973 йылға тиклем була).
1977 йылдың 29 апрелендә Мәскәүҙә вафат була. Ваганьково зыяратында ерләнгән (11 уч.)[4][2].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәСовет синоптик метеорология һәм климатология мәктәбенә нигеҙ һалыусы, һауа торошо хеҙмәте практикаһына фронт метеохеҙмәте тәжрибәһен ғәмәлгә индерә.
Һауа торошона, дөйөм атмосфера әйләнешенә, тропик метеорологияға, поляр өлкәләрҙең һәм дөйөм алғанда планетабыҙҙың климатына арналған яҡынса 150 хеҙмәт авторы[1]. Беренсе ватан «Метеорология һүҙлеге» (1955) (үҙенең ҡатыны, шулай уҡ метеоролог, Лидия Ивановна Мамонтова менән авторҙашлыҡта) төҙөй.
40 фән кандидатының ғилми етәксеһе, һуңынан уларҙан 12 кеше докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[1].
Ҡайһы бер хеҙмәттәре:
- Введение в синоптический анализ. Изд. ГУГМС. 1935.
- Основы синоптической метеорологии, Л., 1948.
- Атмосферная циркуляция и погода на пути «Оби» в плавании 1956—1957 гг. // Труды САЭ. — 1959.- Т. 5. — С. 27-83.
- К 75-летию Тура Бержерона // Метеорология и гидрология. 1966. N 8.
- Метеорология и климатология для географических факультетов, 2 изд., Л., 1968.
- 100 лет нашей службы погоды // Метеорология и гидрология. 1972. N 10.
- Солнечные циклы и климат // Метеорология и гидрология. — 1973. — N 9. — C. 93-110.
- (соавт. Мамонтова Л. И.) Метеорологический словарь. Издание третье, переработанное и дополненное. — Л. Гидрометеоиздат, 1974. — 568 с.
- (соавт. Петросянц М. А.) Метеорология и климатология. М., 1994.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Е.К. Семенов. Хромов С.П. Сайт Географического факультета МГУ. Дата обращения: 15 декабрь 2019.
- ↑ 2,0 2,1 Сергей Петрович Хромов (1904-1977) . Сайт ГОСУДАРСТВЕННЫЙ НАУЧНЫЙ ЦЕНТР РОССИЙСКОЙ ФЕДЕРАЦИИ АРКТИЧЕСКИЙ И АНТАРКТИЧЕСКИЙ НАУЧНО-ИССЛЕДОВАТЕЛЬСКИЙ ИНСТИТУТ. Дата обращения: 15 декабрь 2019.
- ↑ Московский университет в Великой Отечественной войне, 2020, с. 133
- ↑ Артамонов М. Д. Ваганьково. — М.: Моск. рабочий, 1991. — С. 176.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Калесник С. В. К пятидесятилетию С. П. Хромова // Известия ВГО. — 1954. — Т. 86. — Вып. 4, — С. 357—358.
- Бугаев В. А., Джорджио В. А. Сергей Петрович Хромов (к 60-летию со дня рождения) // Метеорология и гидрология. — 1964. — № 8. — С. 55-57.
- Сергей Петрович Хромов (к 70-летию со дня рождения) // Метеорология и гидрология. — 1974. — № 8. — С. 119
- Памяти Сергея Петровича Хромова // Вестник Московского университета. 1977. — № 4. — C. 121.
- Хромов С. П. (к 100-летию со дня рождения) // Метеорология и гидрология. — 2004. — № 9. — С. 117—118.
- Московский университет в Великой Отечественной войне. — 4-е, переработанное и дополненное. — М.: Издательство Московского университета, 2020. — С. 133. — 632 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-19-011499-7.