Хоҙайбирҙе МТС-ы ҡасабаһы — Башҡорт АССР-ының Йомағужа районы Йомағужа ауыл Советы составындағы бөтөрөлгән ҡасаба. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районының Йомағужа ауыл Советы биләмәһендә урынлашҡан була.

Хоҙайбирҙе МТС-ы
Дәүләт  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Күгәрсен районы һәм Йомағужа ауыл Советы (Күгәрсен районы)
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Ваҡиға ваҡыты 1960
Природа утверждения бөткән торама пункт[d]
Карта

Хәҙер — Йомағужа ауылының Хоҙайбирҙе урамы.

Географияһы үҙгәртергә

Иртөбәк йылғаһы ярында, ул Ағиҙелгә ҡойған ерҙә урынлашҡан.

Тарихы үҙгәртергә

Ҡасаба 1930-сы йылдарҙа асылған машина-трактор станцияһы эргәһендә барлыҡҡа килә[1].

1960 йылдың 29 сентябрендәге ҡарар менән Йомағужа ауылы һәм Йомағужа ауыл Советының Хоҙайбирҙе МТС-ы ҡасабаһы бер Йомағужа ауылына берләштерелә[2].

Билдәле кешеләре үҙгәртергә

- Сайранов Садиҡ Уйылдан улы (1917—1976), Советтар Союзы Геройы (1945 йылдың 24 мартында бирелә). 1935 йылдың сентябренән 1938 йылдың сентябренә тиклем «Урал» колхозының Йомағужа ауылы Хоҙайбирҙе МТС-ында тракторсы булып эшләй.

- Шафиҡов Таймаҫ Шафиҡ улы (1899—1947), дәүләт эшмәкәре. 1933 йылдан 1937 йылда ҡулға алынғанға тиклем политбүлек начальнигы, һуңыраҡ БАССР-ҙың Йомағужа районы Хоҙайбирҙе МТС-ы директоры[3]. - Мәсәғүтов Ғүмәр Ибәт улы (1908—1993), 1938—1942 йылдарҙа 1-се Йомағужа урта мәктәбенең беренсе директоры[4], марксизм-ленинизм классиктары хеҙмәттәрен урыҫ теленән башҡорт теленә тәржемә итеү буйынса Ленин комиссияһында тәржемәселәрҙең береһе, Хоҙайбирҙе МТС-ы партия комитеты секретары була[5].

Инфраструктураһы үҙгәртергә

Машина-трактор станцияһы. Уның янында 1935 йылда уҡ, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тракторсылар курсы үткәрелә[6],[7]

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә