Хотин ҡәлғәһе
Хотин ҡәлғәһе (укр. Хотинська фортеця; рум. Cetatea Hotinului) — Украинаның Хотин ҡалаһында урынлашҡан X—XVIII быуат ҡәлғәһе. Украинаның ете мөғжизәләренең береһе.
Ҡәлғә | |
Хотин ҡәлғәһе
| |
Ил | Украина |
Урыны | Хотин, Черновцы өлкәһе |
Төҙөлөшө | 1250—1340-сы йылдар |
Статус | Дәүләт тарихи-архитектура ҡурсаулығы |
Хотин ҡәлғәһе Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергәV—X быуаттар дауамында нығытма ҡулъяҙмаларҙа теркәлгән тивер ҡәбиләһе тарафынан файҙаланылған һәм типлаштырылған морон ҡаласығы һымаҡ булған.
Хотиндың таш нығытмаларын ҡороуҙы Галиция-Волынь кенәзлеге һәм Даниил Галицкий менән бәйләү ҡабул ителгән. 1961—1967 йылдарҙағы Б. Тимощук етәкселегендәге археологик ҡаҙыныуҙар ваҡытында ҡәлғәнең XIII быуаттағы таш стеналары, аҡ ташлы ҡорам ҡалдыҡтары, торлаҡ эҙҙәре табылған. Замок ҡәлғә тауының төньяҡ өлөшөн биләгән һәм хәҙерге цитаделдең оҙонлоғонан өстән бер өлөшөн тәшкил иткән. Замоктан көньяҡта ур һәм ағас стеналар менән уратылған нығытмалы посад булған.
XV быуаттың икенсе яртыһында, Молдавия кенәзлеге составында булған осорҙа, иң ҙур киренән үҙгәртеп ҡороуға бирелә. Замок көньяҡ йүнәлешендә байтаҡҡа киңәйтелә, ихатаның кимиәле күтәрелә.
Замок ихатаһы ике өлөшкә бүленгән: төньяҡ ихатаһы — командование, көньяҡ ихатаһы — гарнизон тарафынан файҙаланылған. Замок ихатаһының ике өлөшө араһында комендант һарайы булған. Был һарайҙың стеналары ҡыҙыл кирбес һәм аҡ ташлы блоктарҙан декоратив «шахмат» рәүешендә төҙөлгән, ә тәҙрәләре һуңғы готик стилендәге таштан яһалған рамка менән биҙәлгән.
1538 йылда Хотин замогын поляк ғәскәрҙәре яулап ала, штурм ваҡытында миналар тарафынан стенаның көньяҡ ҡолғаһы шартлатыла. Молдавия хакимы (господаре) Пётр Рареш осоронда 1541—1546 йылдарҙа ҡәлғәнең емерелгән өлөшөн яңынан үҙгәртеп ҡоралар, стена ҡолғаһын тағы ла көньяҡтараҡ шылдыралар, ә яңы стенаның уртаһында инеү башняһы төҙөлә.
1600 йылдың майында, Валахия һәм Трансильвания хакимы Ҡыйыу Михайҙың ғәскәрҙәре Сучава ҡалаһын яулап алғандан һуң, Молдавия хакимы Иеремия Мовила ғаиләһе, даирәһе һәм Трансильванияның элекке хакимы һәм поляк короле Стефан Баториның энеһе Сигизмунд Батори менән бергә был осороҙа Речь Посполитая составында булған Хотин ҡәлғәһендә һыйыныу таба.
1621 йыла Хотин янында Речь Посполитая һәм Ғосман империяһы ғәскәрҙәре араһында Хотин алышы була. Алышта төрөктәр еңелә һәм Польшаны артабан яулауҙан баш тарталар. 1673 йылда Хотин янында 1672—1676 йылдарҙағы поляк-төрөк һуғышы барышында алыш була, бында Ян III Собеский етәкселегендәге Речь Посполитая ғәскәрҙәре ғосмандарҙы тар-мар итә.
1699 йылда Карловицы тыныслыҡ килеүешенә ярашлы Речь Посполитая Хотинды Молдавия кенәзлегенә тапшыра. 1713 йылда Төньяҡ һуғыш ваҡытында Хотинды Ғосман империяһы ғәскәрҙәре баҫып ала.
1711 йылдан алып ғосмандар, дөйөм майҙаны 22 гектар тәшкил иткән, оборонаның ташҡы һыҙығын төҙөү буйынса киң масштаблы эш башлайҙар. Был эштәр менән француз хәрби инженерҙары етәкселек иткән. Яңы нығытмалар хәрби террасалы таштар менән эскарпланған урҙан, киң һәм тәрән соҡорҙан һәм таш контрэскарптан торған. Урҙар бастиондар, 3 инеү башнялары менән нығытылған. Яңы ҡәлғә территорияһында казармалар, келәттәр һәм мәсет төҙөлә.
Урыҫ-төрөк һуғыштары осоронда Рәсәй империяһы ғәскәрҙәре 4 тапҡыр — 1739, 1769, 1788 һәм 1807 йыларҙа Хотинға һөжүм итәләр. 1812 йылдан ҡәлғә Бессарабия өлкәһе составында Рәсәй империяһына керә.
1918 йылда бөтә Бессарабия губернаһы менән бергә Румыния короллеге составына инә. 1940 йылдан — СССР, 1991 йылдан — Украина составына керә.
Ҡыҙыҡлы акттар
үҙгәртергә- Хотин ҡәлғәһендә күп кенә популяр мажаралы нәфис фильмдар төшөрөлә: «Ҡара йылан» (рус. «Гадюка»; 1965), «Захар Беркут» (1971), «Робин Гуд уҡтары» (рус. «Стрелы Робин Гуда»; 1975), «Д’Артаньян һәм өс мушкетёр» (рус. «Д’Артаньян и три мушкетёра»; 1978), «Ғәйрәтле рыцарь Айвенго тураһында баллада» (рус. «Баллада о доблестном рыцаре Айвенго»; 1982), «Ҡара уҡ» (рус. «Чёрная стрела»; 1985), «Король гвардияһы уҡсыһы Квентин Довардтың мажаралары» (рус. «Приключения Квентина Дорварда, стрелка королевской гвардии»; 1988), «Рыцарь замогы» (рус. «Рыцарский замок»; 1990), «Тарас Бульба» (2008).
- Михаил Ломоносов үҙенең «Хотинды яулап алыуға мәҙхиә»һен (рус. «Ода на взятие Хотина») 1739 йылда Хотинды урыҫ ғәскәрҙәре менән ҡамап алыуға бағышлай.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Чухлиб Т. Казаки и янычары. Украина в христианско-мусульманских войнах 1500—1700 гг. — Киев, 2010.
Һылтанмалар
үҙгәртергәХотин ҡәлғәһе Викимилектә |
- «Битва Наций» 2011 йыл 1 август архивланған. Первый международный фестиваль исторической реконструкции средневековья «Битва Наций» в Хотинской крепости
- «Битва Наций» (фоторепортаж). Часть 1 2011 йыл 27 декабрь архивланған.
- «Битва Наций» (фоторепортаж). Часть 2 2012 йыл 27 октябрь архивланған.
- Хотин древний и современный (рус.)
- Хотинская крепость 2009 йыл 5 октябрь архивланған. на сайте www.nice-places.com (рус.)
- Хотинская крепость 2007 йыл 28 сентябрь архивланған. на сайте «Крепости Молдавии 2007 йыл 7 сентябрь архивланған.» (рум.)
- Хотинская крепость глазами автопутешественника 2012 йыл 11 июнь архивланған. на сайте «Замки и крепости Украины 2012 йыл 11 июнь архивланған.» (рус.)
- Хотинская крепость на сайте Хотинський портал(недоступная ссылка)