Хойский Фатали Хан Искәндәр улы

Фатали Хан Искәндәр улы Хойский (әзерб. خویسکی فتحعلی خان, Xan oğlu Isgəndər Xoyski Fətəli, ҡайһы бер сығанаҡтар Хан-Хойский; 7 декабрь 1875 йыл19 июнь 1920 йыл) — хоҡуҡ белгесе, Әзербайжан һәм Рәсәй сәйәси эшмәкәре, II саҡырылыш Рәсәй Дәүләт думаһы депутаты; Кавказ аръяғы комиссариаты халыҡ мәғарифы комиссары (1917—1918), Кавказ Аръяғы Демократик Федератив Республикаһы юстиция министры (1918). Әзербайжан Демократик Республикаһы иғлан ителгәндән һуң уның беренсе премьер-министры һәм эске эштәр министры (1918—1919), хәрби министр, юстиция министры (1918) һәм сит ил эштәре министры (1918—1919 һәм 1919—1920).

Фатали Хан Хойский
әзерб.  فتحعلی‌ خان خویسکی
Фатали Хан Хойский
Флаг
Флаг
Министр иностранных дел Азербайджанской Демократической Республики
24 декабря 1919 — 30 марта 1920
Алдан килеүсе: Маммед Юсиф Джафаров
Дауамсы: Должность упразднена
 
Дине: Ислам, шиитского толка[1]
Тыуған: 25 ноябрь (7 декабрь) 1875
Шәки, Елизаветпольская губерния[d], Кавказ наместниклығы[d], Рәсәй империяһы
Үлгән: 19 июнь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (44 йәш)
Тбилиси, Грузия Демократик Республикаһы[d]
Ерләнгән: Пантеон выдающихся азербайджанцев, Тбилиси
Атаһы: Искендер Хан Хойский
Балалары: сыновья: Мурад и Энвер
дочь: Тамара
Партия: беспартийный
Белеме: Ҡалып:ИМУ
Профессияһы: Юрист
 
Автограф:

Биографияһы

үҙгәртергә

Бала сағы, йәшлек йылдары

үҙгәртергә

Фатали хан Хойский 1875 йылдың 25 ноябрендә [О. С. 7] Нуха ҡалаһында Лейб-гвардия казак полкы полковнигы Искәндәр Хан Хойский һәм Шарабана-ханым Хажи Мулла Зәйнәл ҡыҙы ғаиләһендә тыуған[2]. Хой һәм Шеки эйәрсән хандарының вариҫы. Елизаветполь (Гәнжә) гимназияһын тамамлағандан һуң Фатали хан Мәскәү университетының юридик факультетына уҡырға инә. 1897 йылда университетты 1-се дәрәжә диплом менән тамамлай һәм шул уҡ йылдың авгусында Тифлис суд палатаһының өлкән рәйесе бойороғо буйынса Елизаветполь округ судында суд вазифаларына кесе кандидат итеп тәғәйенләнә.

Сухумиҙа, Кутаисиҙа, Зугдидиҙа бер нисә йыл юридик практика үткәндән һуң, Фатали хан Рәсәй империяһының II саҡырылыш Дәүләт думаһына Елизаветполь губернаһынан бойондороҡһоҙ депутат итеп һайлана[3] Хой һәм Шеки хандарының вариҫы. Елизаветполь (Гәнжә) гимназияһын тамамлағандан һуң Фатали хан Мәскәү университетының юридик факультетына уҡырға инә. 1897 йылда университетты 1-се дәрәжә дипломы менән тамамлай һәм шул уҡ йылдың авгусында Тифлис суд палатаһының өлкән рәйесе бойороғо буйынса Елизаветполь округ судында суд вазифаларына кесе кандидат итеп тәғәйенләнә.[4].

 
Хойский (һулдан ултыра) икенсе төркөм дәүләт думаһы депутаттары менән бергә.Алда,һулдан беренсе — Фатали Хан Хойский, уның янында башҡорт Шаһихәйҙар Сыртланов, артта икенсе башҡорт Шаһыбал Сәйфетдинов, уңдан беренсе-Халил-бәк Хасмамедов. 1907

Мосолман фракцияһы ағзаһы, күсереү сәйәсәтенә ҡаршы сыға, Кадет партияһына инә. 1917 йылғы Февраль революцияһынан һуң Кавказ мосолмандарының I съезында ҡатнаша (апрель, Баҡы); Мәскәүҙә (май) 1-се Бөтә Рәсәй мосолман съезында һайланған Бөтә Рәсәй мосолман Советының башҡарма комитеты ағзаһы. Мусават партияһының 1-се съезында ҡатнаша (26-31 октябрь), Мусаваттарҙың Рәсәй составында Әзербайжанға автономия биреү талабын хуплай. Баҡы ҡала думаһын етәкләй (1917 йылдың октябре — 1918 йылдың апреле). Кавказ аръяғы комиссариаты ҡарамағындағы халыҡ мәғарифы комиссары (1917 йылдың 15 ноябре — 1918 йылдың 10 феврале). Кавказ аръяғы сейм ағзаһы (1918 йылдың 10 феврале — 26 майы); «Мусават» фракцияһы ағзаһы һәм партияһыҙҙарҙың демократик төркөмөнә инә. Апрелдән Кавказ аръяғы хөкүмәте юстиция министры. Әзербайжан ваҡытлы милли советы ағзаһы (27 май — 7 декабрь). 27 майҙан Милли совет башҡарма комитеты рәйесе.

Әзербайжан Демократик Республикаһы

үҙгәртергә

Кавказ аръяғы сеймы тарҡалғандан һуң, 1918 йылдың 27 майында элекке Кавказ аръяғы Сеймдың мосолман фракцияһы ағзалары әлеге сәйәси хәлде тикшереү өсөн ашығыс кәңәшмә йыя. Ассамблея Көнсығыш Кавказ аръяғы хакимлығын үҙ өҫтөнә алырға ҡарар итә, үҙен Кавказ аръяғы мосолмандарының Ваҡытлы милли советы тип иғлан итә. Милли совет ҡарамағында 9 кешенән торған башҡарма орган булдырыла, уның бурыстары республика тормошоноң төрлө өлкәләре менән идара итеү була. Башҡарма орган рәйесе итеп Ф.Хойский һайлана.

Икенсе көндө Милли советтың беренсе ултырышы үтә, уның көн тәртибендә сеймдарҙы таратыу, Грузияның бойондороҡһоҙлоғон иғлан итеү һәм Әзербайжан позицияһы төп пункт булып тора. Советтың ҡайһы бер ағзалары Әзербайжандың бойондороҡһоҙлоғон иғлан итеү өсөн сығыш яһай. Фатали хан Хойский, үҙ сиратында, тулы хоҡуҡлы хөкүмәт төҙөү менән ҡәнәғәт булырға һәм ҡайһы бер мәсьәләләрҙе асыҡлар алдынан Әзербайжандың бойондороҡһоҙлоғон иғлан итмәйенсә, башҡа илдәр менән һөйләшеүҙәр башларға тәҡдим итә. Һөҙөмтәлә 24 тауыш менән (шул иҫәптән Ф. Хойский), ике кеше тауыш бирмәй, Совет Әзербайжанды кисекмәҫтән бойондороҡһоҙ демократик республика тип иғлан итеү өсөн сығыш яһай. Фатали хан Хойски Ваҡытлы хөкүмәт составын иғлан итә, унда хөкүмәт башлығы һәм эске эштәр министры вазифаһын биләй. 30 майҙа Министрҙар Советы рәйесе Ф. Х. Хойский бер нисә дәүләттең сит ил эштәре министрҙарына Әзербайжандың бойондороҡһоҙлоғон иғлан итеү тураһында радиограмма ебәрә:

 
Әзербайжандың бойондороҡһоҙлоғон иғлан итеү тураһында бер нисә илгә Хойский ебәргән радиограмма күсермәһе. 1918 йылдың 30 майы

1918 йылдың 26 майынан Министрҙар Советы рәйесе, бер үк ваҡытта Эске эштәр министры (28 май — 17 июнь), сит ил эштәре министры (1918 йылдың 26 декабре — 1919 йылдың 14 марты). 16 сентябрҙә Баҡыға Кавказ ислам армияһы частары инә. Икенсе көндө ҡалаға Әзербайжан хөкүмәте күсә. Байков әйтеүенсә, Ф. Хойский ҡала буйлап асыҡ автомобилдә йөрөгән, уны мосолмандар шатланып ҡаршы алған[5].

Нефть менән законһыҙ эш итеүгә бәйле хөкүмәт ағзалары менән отставкаға сыға.

Хойский хөкүмәте июнь һәм июль айҙарында Кавказдың мосолман өлкәләрен төрөк оккупацияһын һәм 1918 йылдың сентябрендә төрөк армияһының Баҡыны оккупациялауын хуплап ҡаршы ала.

 
Хойский (ултыра уңдан дүртенсе) грузин, әзербайжан, әрмән һәм сәйәсмәндәре менән. Беренсе рәттә уртала — Ер Гегечкори

Әзербайжан парламенты депутаты (1918 йылдың 7 декабре — 1920 йылдың 27 апреле). Сит ил эштәре министры (1919 йылдың 24 декабре — 1920 йылдың 30 марты). Кавказ аръяғы республикалары вәкилдәренең 1-се конференцияһында Әзербайжан делегацияһы ағзаһы (1919 йылдың 25 апреле — 30 майы, Тифлис).

Һәләк булыуы

үҙгәртергә

Совет власы урынлаштырылғандан һуң Фатали хан Хойский Тифлисҡа күсә, унда 1920 йылдың 19 июнендә Эриван майҙанында «Дашнакцутюнь» партияһы ағзалары Арам Ерканян һәм Мисак Григорьян тарафынан үлтерелә. Хойскийҙың 1918 йылда Баҡыла әрмәндәрҙе үлтереүҙә ҡатнашыуы үлтереүгә сәбәпсе була тигән мәғлүмәт бар.

Тифлистағы мосолман зыяратында әзербайжан драматургы М. Ф. Ахундов ҡәбере янында ерләнгән. Уны ерләүҙе Ирандың Тифлистағы консуллығы башҡара.

Шәхси тормошо

үҙгәртергә

Дине буйынса Фатали хан Хойский шығый мосолмандарына ҡараған. Тыуған сағында уның өҫтөнән шығый тәғлимәте коллегияһы талап иткән доғалар үтәлә.

Рус һәм әзербайжан телдәрен белә. Әммә Ф. Хойский әзербайжан телендә ҡыйынлыҡ менән һөйләшә.

Ф. Хойскийҙың ҡайһы бер туғандары АДР осоронда күренекле дәүләт һәм административ вазифалар биләй. Уның өлкән ағаһы Гусейнкули Хан Хойский (Әзербайжан) күпмелер ваҡыт Ғәнжә губернаторы урынбаҫары була. Уның ҡустыһы Рөстәм хан Хойский Фатали хандың хөкүмәтендә социаль именлек министры була.

Фатали хан Хойскийҙың өс балаһы була: ҡыҙы Тамара (1902—1990) һәм ике улы, Морат (1910—1973) һәм Энвер (1914—1935). Ҡыҙы АКП(б) Үҙәк Комитеты Президиумы рәйесе, Әзербайжандың финанстар халыҡ комиссары һәм Тажик ССР-ы Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының 1-се секретары вазифаһын биләгән Мирза Дауд Хөсәйеновҡа кейәүгә сыға. Улы Морат Баҡы транспорт бүлегендә эшләй.

  • Баҡы ҡалаһының бер проспекты Фатали хан Хойский исемен йөрөтә 1997 йылда Әзербайжандың Хойскийға арналған почта маркаһы сығарыла.
  • Хойский ерләнгән мосолман зыяратында (Тбилисиҙағы ботаника баҡсаһы территорияһы) иҫтәлекле ҡәбер ташы ҡуйылған.
  • 1918 йылдан алып 1920 йылға тиклем Фатали хан Хойский йәшәгән Баҡыла (Истильлалиат урамында) йорт стенаһына барельеф ҡуйылған.
  • Элек Карл Маркс исемен йөрөткән Шеки ҡалаһындағы урам Фатали хан Хойский исемендәге урам тип үҙгәртелә.
  • 2016 йылда төшөрөлгән «Али и Нино» фильмында Фатали хан Хойский ролен төрөк актеры Хәлит Эргенч башҡара.


Һылтанмалар

үҙгәртергә
Алдан килеүсе:
Должность учреждена
Министр юстиции Закавказской Федеративной Демократической Республики
 

22 апреля 1918 — 26 мая 1918
Һуңынан килеүсе:
Должность упразднена
Алдан килеүсе:
Должность учреждена
Председатель Совета Министров Азербайджанской Демократической Республики
 

28 мая 191814 апреля 1918
Һуңынан килеүсе:
Насиб-бек Усуббеков
Алдан килеүсе:
Должность учреждена
Министр внутренних дел Азербайджанской Демократической Республики
 

28 мая 1918 — 17 июня 1918
Һуңынан килеүсе:
Бехбуд хан Джаваншир
Алдан килеүсе:
Халил-бек Хасмамедов
Министр юстиции Азербайджанской Демократической Республики
 

17 июня 1918 — декабрь 1918
Һуңынан килеүсе:
Должность вакантна
Аслан-бек Сафикюрдский
Алдан килеүсе:
Должность восстановлена
Военный министр Азербайджанской Демократической Республики
 

7 ноября 191825 декабря 1918
Һуңынан килеүсе:
Самедбек Мехмандаров
Алдан килеүсе:
Алимардан Топчибашев
Министр иностранных дел Азербайджанской Демократической Республики
 

26 декабря 19184 марта 1919
Һуңынан килеүсе:
Маммед Юсиф Джафаров
Алдан килеүсе:
Маммед Юсиф Джафаров
Министр иностранных дел Азербайджанской Демократической Республики
 

24 декабря 191930 марта 1920
Һуңынан килеүсе:
Должность упразднена

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Фатали Хан Хойский. Жизнь и деятельность (Документы и материалы). — Баку: Азербайджан, 1998. — С. 21.
  2. Ҡалып:Известия Азербайджанского историко-родословного общества
  3. Д. Б. Сеидзаде. Азербайджанские депутаты в Государственной Думе России. — Баку, 1991, с.53
  4. Фатали Хан Хойский. Жизнь и деятельность. (Документы и материалы). — Баку, 1998, с.145
  5. Баберовски Й. Враг есть везде. Сталинизм на Кавказе. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), Фонд «Президентский центр Б.Н. Ельцина», 2010. — С. 146. — ISBN 978-5-8243-1435-9.