Хинган ҡурсаулығы

Хинган ҡурсаулығы — дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы.

Хинган дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
Хинган ҡурсаулығы янындағы Кривое күлендәге лотостар
Хинган ҡурсаулығы янындағы Кривое күлендәге лотостар
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны97 073 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты3 октябрь 1963 йыл 
Урынлашыуы
49°01′01″ с. ш. 130°26′49″ в. д.HGЯO
РФ субъектыАмур өлкәһе

khingan.ru
Карта
 Хинган ҡурсаулығы Викимилектә

Амур өлкәһенең көньяҡ-көнсығышында Архара уйһыулығы һәм Кесе Хинган һырты армыттары сиктәрендә урынлашҡан. 1963 йылдың 3 октябрендә булдырылған. Дөйөм майҙаны — 97 073 га, һаҡлау зонаһының майҙаны — 27 025 га[1]. Биләмәмәләр һаны: 3.

Ҡурсаулыҡтың тигеҙ өлөшө уның дөйөм майҙанының 70 процент самаһын тәшкил итә, ҡалғаны Кесе Хингандың армыттарына тура килә. Ҡурсаулыҡтың тигеҙлектәр өлөшөндә ҙур булмаған күлдәр күп, уларҙың иң ҙуры — Долгое, Лебединое һәм Перешеечное күлдәре. Климаты континенталь, муссон һыҙаттары бар. Ҡыш ҡарлы, әммә көслө һыуыҡтар була. Уның территорияһы халыҡ-ара әһәмиәттәге һыу-һаҙлыҡ биләмәләренә индерелгән. Көньяҡ Амурҙың урман-дала ландшафттарын, шулай уҡ Уссурия (япон) һәм Даурия торналары ояларын һаҡлау Хинган ҡурсаулығын ойоштороуҙың төп маҡсаты булып тора.

Флораһы һәм фаунаһы үҙгәртергә

Юғары үҫемлектәр — 964 төр, һөтимәрҙәр — 47 төр иҫәпләнә, ә ҡоштарҙың 290 төрө бар. Хинган ҡурсаулығы Алыҫ Көнсығышта әлегә тиклем янут эттәренә иң ҡулай йәшәү урыны булған берҙән-бер ҡурсаулыҡ булып тора. Ҡурсаулыҡ биләмәһендә Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына һәм Амур өлкәһенең Ҡыҙыл китабына ингән ҡара һәм Уссурия торналары кеүек һирәк ҡоштар йәшәй.

Штаттан тыш хәлдәр үҙгәртергә

2013 йылдың апрелендә 5000 гектарҙан ашыу майҙанды биләгән янғын Хинган һәм Антонов урман хужалығын ялмап ала. Һуңғыларында торна һәм ҡауҙы оялары күп була[2].

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Хинганский | ООПТ России. oopt.aari.ru. Дата обращения: 18 апрель 2022.
  2. В Амурской области горит Хинганский заповедник