Лотос
Nelumbo lutea blossom.jpeg
Һары лотос сәскәһе
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Ике өлөшлөләр
Тәртип: Протейҙар
Ғаилә: Лотосовые
(Nelumbonaceae A.Rich., 1827,
nom. cons.
)
Ырыу: Лотос
Латинса исеме
Nelumbo Adans., 1763
Ырыуҙары

Тексты ҡарағыҙ

Лотос (лат. Nelúmbo) — ике өлөшлөләр ырыуынан лотос ғаиләһендәге берҙән-бер вәкил (лат. Nelumbonaceae).

Ботаник һүрәтләүҮҙгәртергә

Үҫемлектең үҙгәреш кисергән һабаҡтары тәрәнгә һыу аҫтына китә.

Лотостың өс төрлө япрағы була: һыу аҫты япраҡтары, һыу өҫтөндә ятыусы япраҡтар һәм һыу өҫтөндә оҙон япраҡ һабындаға япраҡтар.

ТөрҙәреҮҙгәртергә

 
Лотостар үҙәне (Краснодар крайы)

The Plant List мәғлүмәте буйынса лотос ырыуы өс төрҙө берләштерә[1]:

  • |Nelumbo nucifera. Gaertn. (1788). Сәтләүекле лотос
  • Nelumbo lutea.(1807).Америка лотосы
  • Nelumbo pentapetala. Walt. Fernald (1934). Биш япраҡлы лотос

Лотос мәҙәниәттәҮҙгәртергә

Боронғо гректар ошо исем менән, емештәре ашарға яраҡлы булған, бик үҫемлектәрҙе атаған

Теофраст лотос тип телгә алған үҫемлек эт муйылы һымаҡтар ғаиләһендәге ҡыуыҡлыҡ булған. Тыуған иле төньяҡ Африка булған был үҙемлек бөгөнгө көндә көньяҡ Европала осрай; уның емештәре слива ҙурлыҡ, бик тәмле; боронғо заманда төньяҡ Африка халҡы уны аҙыҡ итеп ҡулланған.

Һиндостанда, Египетта, шулай уҡ Диоскорҙа лотос тип тобойоҡтарҙы (Nymphaea caerulea Saw., N. Lotus L.) атағандар.

Был изге үҫемлек Нил һәм Ганганың әкрен аҡҡан һыуҙарында үҫкән. Уның орлоғон һәм емешен он итеп тартҡандар. N. speciosum үҫемлеге ҡырағай шарттарҙа Урта һәм Көньяҡ Азияла, Рәсәйҙә Әстерхән янында, Волгоград өлкәһендә, Краснодар крайында һәм Приморье крайында үҫә.

Буддизмда лотос символикаһыҮҙгәртергә

Лотос буддизмда таҙалыҡ символы булып тора. Лотос буйраҡ һыуҙа барлыҡҡа килә, әммә донъяға бысранмаған таҙа булып тыуа. Сансара донъяһының береһендә тыуған әҙәм, Будда тәғлимәтен ғәмәлгә индерһә, ваҡыт үткәс ҡайғы-хәсрәттән ҡотола ала.

Буйраҡ һыуҙа тыуған саф таҙа лотос кеүек, әҙәм балаһы сансарала йәшәһә лә, уға бәйләнмәгән сафлыҡты күрһәтә.

Лотос рәсеме будда сәнғәтендә киң ҡулланыла.

Лотосты файҙаланыуҮҙгәртергә

  • Лотос орлоғонан тиҫбе эшләйҙәр.
  • Nelumbo nucifera ырыуындағы лотос тамыры Азияла аҙыҡ итеп ҡулланыла һәм деликатес булып һанала.
  • Лотос рәсәме Ҡалмыҡ Республикаһы флагына төшөрөлгән .
  • Лотос сәскәһе Мәскәү — Әстерхан фирма поездына төшөрөлгән.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Список видов рода Nelumbo: информация в базе данные The Plant List.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

  • Лотос: информация на сайте GRIN (англ.) Лотос в Энциклопедии декоративных садовых растений
  • С. А. Курганская — Лотос орехоносный Лотос в Библиотеке кабинета травоведения
  • Долина лотосов на Тамани (Краснодарский край)