Хеттар
Хеттар (бор. грек. Χετταΐοι, үҙатамаһы nesili, kanesili) — бронза быуаттың һинд-европа халҡы, Кесе Азияла йәшәйҙәр, унда Хет батшалығы (Хатти) батшалығына нигеҙ һалалар.
Хеттар | |
Нигеҙләү датаһы | II мең йыллыҡ |
---|---|
Туған тел | хеттский язык[d] |
Дәүләт |
Хатти[d] Куссар[d] |
Ҡулланылған тел | хеттский язык[d], лувийский язык[d] һәм Палайский язык[d] |
Ҡайҙа өйрәнелә | хеттология[d] |
Хеттар Викимилектә |
Үҙҙәре йәшәгән һуңғы быуаттарҙа хеттар Суппилулиума Беренсе ваҡытында үҙ йоғонтоһон Яҡын Көнсығышҡа һәм төбәк гегемоны Мысыр менән конфронтацияға ингән ҡеүәтле Яңы Хет дәүләтен төҙөй. Тутмос III хакимлығы ваҡытында улар Мысырға бай бүләктәр ебәрә, әммә фирғәүен Хоремхебо хакимлыҡ иткәндән алып Рамсес II (беҙҙең эраға тиклем XIV—XIII быуат) идара иткәнгә тиклем ике көнәркәш держава Сүриәне контролләү өсөн (Кадеш эргәһендәге һуғыш бының бер өлөшө була) һуғыша. Хет батшалығы «диңгеҙ халыҡтары» («бронза быуат һәләкәте» осоро) һөжүменнә һуң тар-мар ителгәс, хет халҡы бөлгөнлөккә төшә. Айырым неохет дәүләттәре Хет батшалығы сиктәрендә Сүриәлә һәм Анатолияның көньяғында ассириялылар ҡыйратҡанға тиклем йәшәүен дауам итә.
Сығышы
үҙгәртергәЯҡынса фаразлауҙарға ярашлы, хеттарҙың тыуған иле Балкан була, беҙҙең эраға тиклем III мең йыллыҡ аҙағында уны ташлап китәләр.[1]. Л. А. Гиндин, хеттар — иң беренсе һинд-европа халҡы (Среднестоговский мәҙәниәте) булған, беҙҙең эраға тиклем IV мең йыллыҡта Болгария һәм Грецияла йәшәгәндәр, һуңынан һинд-европа халҡының Балҡанға һөжүменең икенсе тулҡыны ваҡытында Бәләкәй Азияға ҡыҫырыҡлап сығарылғандар[2]. Хеттарға урындағы автохтон хаттар һәм ниндәйҙер кимәлдә хурриттар[3] (Митанни) көслө йоғонто яһай. Икенсе версия буйынса, хеттар — Кесе Азияның аборигендәры, уларҙың ата-бабалары Кесе Азияла беҙҙең эраға тиклем XIII—X мең йыллыҡтарҙа нигеҙләнгән.
Шулай уҡ хеттар мәҙәниәтенә Вавилон цивилизацияһы ла йоғонто яһай, уларҙан шына яҙыуға өйрәнәләр. Хеттар үҙҙәре тирә-яҡ күршеләре мәҙәниәтенә йоғонто яһай.
Беҙҙең эраға тиклем III—II мең йыллыҡ сигендә Кесе Азиянға килгән хеттарҙың ҡәбилә ҡоролошо тарҡала башлай. Был процесты беҙҙең эраға тиклем XX—XVIII быуаттарҙа төбәккә семит сауҙа колонистарының (ассириялылар һәм, ниндәйҙер кимәлдә, амориҙар) килеүе тиҙләтә. Кесе Азияның көнсығыш һәм үҙәк территорияһында, күрәһең, беҙҙең эраға тиклем III мең йыллыҡта ҡала-дәүләттәр төрөндәге бер нисә сәйәси берәмек ойошторола (Пурусханда, Амкува, Куссар, Хатти, Каниш, Вахшушана, Ма’ма, Самуха һ. б.). Уларҙың башында батшалар (рубаум) йәки батшабикәләр (рабатум) торған. Кесе Азияның ҡала-дәүләттәре яҙма телде файҙалана һәм ашшур сауҙагәрҙәренән өйрәнгән яҙма теле ҡуллана. Ҡала-дәүләттәр араһында сәйәси гегемония өсөн көрәш бара. Тәүге мәлдә Пурусханда өҫтөнлөк алһа, һуңынан хәл-торош Куссар файҙаһына үҙгәрә. Беҙҙең эраға тиклем XVIII быуаттың беренсе яртыһында Куссар батшаһы Анитта ҙур державаға нигеҙ һала, һуңынан ул Хет батшалығы тип атала.
Этнонимы
үҙгәртергәХеттарҙың Nesili йәки Kanesili үҙатамаһы Неса (Каниш) ҡалаһынна килеп сыға, ә Hatti термины Хет батшалығында йәшәүселәрҙе, шулай уҡ был ерҙәрҙә йәшәгән боронғо халыҡты — хаттарҙы билдәләү өсөн ҡулланыла.
Палеогенетика
үҙгәртергәИке хетта J2a1 гаплотөркөмө, берәүҙә G2a2b1 гаплотөркөмө табыла. Уларҙың геномында соҡор мәҙәниәте халҡына хас булған ялан генетик компоненты асыҡланмай[4].
Хетт теле
үҙгәртергә1915 йылда Бедржих Грозный Анатолия тармағына ҡараған Хет батшалығының бер-береһенә яҡын булған хет һәм лвий яҙма теләренең һинд-европа сығышлы булыуын раҫлай. Һуңыраҡ был телдәрҙән беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡта ликий, карий, лидия, сидет һәм Кесе Азияның Рим баҫҡынсылығы дәүерен үткәрә алмаған башҡа телдәре барлыҡҡа килеүе асыҡлана. Хеттар яҙыу өсөн ике яҙма ҡуллана: ассирия-вавилон шына яҙыуының яраҡлашырылған варианты (хетт телендәге түәге текстар өсөн телендә өсөн) һәм үҙенсәлекле силлабо-идеографик яҙманы.
Йәмғиәт
үҙгәртергәТарихсылар фекеренсә (Эдуард Мейер, Альбрехт Гетце, Александр Морэ, Оливер Герни), хетт йәмғиәте үҙ заманы өсөн гуманлы һәм түҙемле була[5]: быны ҡатын-ҡыҙҙарҙың юғары социаль статусы, хатта батша вазифаһына тиклем һайлана алыуы, ҡануниәттең рационаллеге, үлем язаһы һәм талион принцибының бөтөнләй булмауы — бының өсөн штраф һалына йәки зыян ҡаплатыла — ла раҫлай.
Таваннанна (батшабикә) дәүләттең сәйәси тормошонда, иҡтисади һәм дини сәйәсәтендә актив ҡатнаша. Йыш ҡына ул һарай интригаларын башлаусы була[6], документтарҙы үҙ мисәте менән раҫлай[7].
Вавилонда әсирлектә булған Иезекииль израиллеләрҙе хетт ҡатын-ҡыҙҙары менән никахҡа инеүҙә ғәйепләгән.
Ҡалалар
үҙгәртергә«Барлыҡ хетт ҡалалары халҡы алиһәгә хеҙмәтсе булып тора. Ҡала үҙәгендә ғибәҙәтхана бар. Ҡала төп кеше булып юғары ҡанбаба тора. Донъяуи власы вәкиле икенсе урында тора. Изге ҡалалар йәшенеү ҡалаһы була. Был ҡаланың ҡоймаһы аша атлап ингән үлтереүсе ырыу үсен алыу өсөн тейелгеһеҙгә әүерелә»[8].
Дин
үҙгәртергәХеттар, хурриттар кеүек үк, йәшен тәңреһенә — Тешубҡа (Тишуб-Тарку) табына. Улар бер ҡулына перун, икенсе ҡулына ике балта тотҡан итеп һүрәтләнә. Мысыр алъяпҡысында һәм баш кейемендә мысыр тажы кеүек таж бар —был культ барельеф буйынса билдәле.
Хетт дине тураһында фекер алышу, шулай ук хеттарҙың сәйәси тарихын өйрәнеү өсен, Рамзес II мелән төҙөлгән Мысыр-Хетт тыныслыҡ килешеүе мөһим документ булып тора. Был килешеүҙә Кхет һәм Мысыр батшалары үҙ ғәскәрҙәре менән сиктәрҙән сыҡмаҫҡа, ниндәйҙер аңлашылмаусылыҡ булғанда һуғыш башламаҫҡа, дошманға ҡаршы көрәштә бер-береңә ярҙам итергә йөкләмә ала, ә килешеү таблицаһында яҙылған бурыстар Аллалар берлеге, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ, Мысыр ере илаһтары менән хуплана. Улар был һүҙҙәрҙең ныҡлығын раҫлайҙар.
Хеттарҙың ҡатын-ҡыҙ илаһтары ла була. Рамзес II менән Хаттусили килешеүендә бер нисә алиһә телгә алына, әммә береһен — Астартуҙы — Антарату — иҫкә алалар. Рамзес II дәүеренән һуң аллалар әсәһе «бөйөк илаһ» Кибела культы алға сыға.
Амазонкаларҙың килеп сығышы тураһында грек легендаһы бар, уларҙы хеттарға бәйләргә мөмкин. Амазонкаларға Кесе Азияның бик күп билдәле ҡалалары — Смирна, Эфес — төҙөлөшөн ҡайтарып ҡалдыралар. .
Асылда хетт аллалары ҡырағай һәм яугир характерға эйә була. Улар хайуандарҙы ихтирам итә: һүрәттәрҙә бөркөт йыш осрай.
Шуныһы ҡыҙыҡ: хеттар тигеҙ яҡлы өсмөйөшкә өҫтөнлөк бирә, был фигура уларҙа ҡеүәтле көс сығанағы тип һанала. Өсмөйөш мисәттәрҙә урын ала, уға башҡа образдарҙы ла өҫтәйҙәр. Ҡайһы берҙә тигеҙ яҡлы өсмөйөш эсенә күҙ ҡуялар[9].
Ҡатын-ҡыҙ илаһтар
үҙгәртергәХеттарҙың төп ҡатын-ҡыҙ илаһы, күрәһең, Ма, Кибела, Рея исемле Кесе Азияның «бөйөк әсә» прообразы булғандыр; ул оҙон кейемдә, башында таж менән һүрәтләнгән. Богазкеела хетт аллаһының беейк һигеҙ ҡырлы баш кейемендәге һүрәте бар. Хеттарҙа ҡанбабалар һәм жрицалар институты әһәмиәтле булған.
Мөхәббәт, һуғыш һәм уңдырышлыҡ алиһәһе Шавушка хурриттарҙан алынған.
Ҡорамдар
үҙгәртергәҠорамдар семит ғибәҙәтханаларына оҡшаш була. Эюкала һәм Богазкеяла (Изиль-Кая) улар — барельеф менән биҙәлгән тәбиғи ҡаяларараһындағы тәбиғи булған был ҡаялар. Һүрәттәр дини күренештәрҙе сағылдыра. Псевдо-Лукиан бейек платформалағы ҡаоа ҡорамы тураһында бәйән итә. Эюкала ҙур сфинкстар табыла. Уларҙың бер яғында барельефта ике башлы сәмреғош (бөркөт) төшөрөлгән. Был символ Кесе Азия хеттарында бер нисә тапҡыр осрай. Ҡорамдарҙа ҡанбабалар коллегияһы була, ҡайһы берҙә уларҙың һаны бер нисә меңгә етә. Хеттей ҡорамдары һаҡланмаған. Уларҙың күп дини йолалары, ҡорбан килтереү ҡорамдарҙа түгел, ә ҡалҡыулыҡтарҙа һәм имән урманында үткәрелгәндер, тип уйларға нигеҙ бар. Имәнлектәрҙә дини йолаларҙы атҡарыу йәнһеҙ предметтарҙы хөрмәтләү менән бәйле була.
Ҡорбан килтереү
үҙгәртергәҠорбанға өрлө хайуандар килтерелә. Һарыҡ һәм кәзә ғәҙәти мал була. Үгеҙ изге ҡорбан тип һанала. Тик сусҡа ғына ҡорбан була алмай, сөнки уны бысраҡ хайуан тип иҫәпләйҙәр.
Балаларҙы ла ҡорбанға килтерәләр. Уларҙы хайуан тиреһенә урап, ата-әсәләре урамға ташлай һәм, ул минең балам түгел, ә үгеҙ, тип ҡысҡыра[9].
Байрамдар
үҙгәртергәХеттарҙың йылына ике тапҡыр Мабог (Иераполис) ҡалаһында байрам процессияһы ҡорам аҫтындағы ҡая ярыҡтарына йүнәлә: был ярыҡтарға һыу баҫыу һөҙөмтәһендәге һыу ағып төшә һәм уға диңгеҙ һыуы һибәләр. Псевдо-Лукиан Иераполдә һыу баҫыу тураһында риүәйәт буылыуын белдерә, йөкмәткеһе буйынса ул Вавилон һәм Библияла яҙылғанға оҡшаш; геройҙың исеме — Девкалион Сисифей. Ҡанбабалар ҡая ярыҡтарындағы һыу ағыуын туҡтата. Риүәйәттә һөйләнелеүенсә, Сима — юғары алла Ададтың ҡыҙы ярыҡты диңгеҙ һыуы менән тултырып, унда йәшәгән иблистең юлын быуып, уның һөжүмен туҡтата. Мабогуға килеүсе ҡашын һәм башындағы сәсен ҡыра. Һарыҡ ҡорбан итеп, ул уның итен киҫәктәргә йолҡҡослай. Тиреһен ергә йәйеп, тубыҡланып тора һәм ҡорбандыъбашын һәм тояҡтарын үҙенең башына һалып, аллаларҙан ҡорбанын ҡабул итеүҙе һорай, киләсәктә тағы ла яҡшыраҡ ҡорбан килтерергә вәғәҙә итә. Һуңынан уға сәскә тажы кейҙерәләр[9].
Ҡиәмәт
үҙгәртергәХеттарҙың ҡиәмәт тураһындағы күҙаллауы боронғо Мысырһыҡы менән тап килә.
Башаць-кай ҡалаһынан алыҫ түгел некрополь бар. Ҡая ярыҡтарында портик кеүек өс йыуан һәм ҡыҫҡа колонналар менән нығытылған урын бар. Портиктан уң һәм һул яҡҡа ерләү бүлмәләре урынлашҡан, уларҙа ҡаяға ҡағылған ерләү урыны бар.
Хетт һүрәттәрендә баҫҡыстар ҙа осрай, улар мәрхүмдәрҙе кешеләр донъяһынан аллалар донъяһына алып барырға тейеш[9].
Хәрби эш. Тимер эшкәртеү
үҙгәртергәХеттарҙың хәрби уңыштары уларҙың ике инновацияны әүҙем ҡулланыуы менән аңлатыла — хәрби арбалар һәм тимер ҡорал.
Хеттология
үҙгәртергәХеттар тарихын өйрәнеү XIX быуатта, ғалимдар Библияла телгә алынған ҡеүәтле халыҡ менән ҡыҙыҡһына башлағас, башлана. Әммә күләмле тикшеренеүҙәр 1906 йылда хатти батшаларының Богазкей архивы асылғас һәм 1915—1916 йылда чех лингвисы Бедржих Грозный хетм яҙмаларын уҡығас мөмкин була. XX быуатта хеттарҙы өйрәнеүсе иң ҙур белгестәрҙең береһе Оливер Герни бул.
Хеттологтар
үҙгәртергә- Бекман Гэри
- Брайс Тревор Роберт
- Грозный Бедржих
- Гютербок Ганс Густав
- Оливер Герни
- Хоффнер Гарри
- Ардзинба Владислав
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Шеворошкин В. В. Опыт дешифровки карийских надписей. ВДИ. 1965. № 1.
- ↑ Украинская прародина индоевропейцев . Дата обращения: 21 февраль 2009. Архивировано 28 апрель 2009 года. 2009 йыл 28 апрель архивланған.
- ↑ Гиоргадзе Г. Г. Хетты и хурриты по древнехеттским текстам. ВДИ. 1969. № 1.
- ↑ Peter de Barros Damgaard, Rui Martiniano, Jack Kamm, J. Víctor Moreno-Mayar, Guus Kroonen The first horse herders and the impact of early Bronze Age steppe expansions into Asia (инг.) // Science. — 2018-05-09. — С. eaar7711. — ISSN 1095-9203&f=1003&t=1&v1=&f=4&t=2&v2=&f=21&t=3&v3=&f=1016&t=3&v4=&f=1016&t=3&v5=&bf=4&b=&d=0&ys=&ye=&lng=&ft=&mt=&dt=&vol=&pt=&iss=&ps=&pe=&tr=&tro=&cc=UNION&i=1&v=tagged&s=0&ss=0&st=0&i18n=ru&rlf=&psz=20&bs=20&ce=hJfuypee8JzzufeGmImYYIpZKRJeeOeeWGJIZRrRRrdmtdeee88NJJJJpeeefTJ3peKJJ3UWWPtzzzzzzzzzzzzzzzzzbzzvzzpy5zzjzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzztzzzzzzzbzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzvzzzzzzyeyTjkDnyHzTuueKZePz9decyzzLzzzL*.c8.NzrGJJvufeeeeeJheeyzjeeeeJh*peeeeKJJJJJJJJJJmjHvOJJJJJJJJJfeeeieeeeSJJJJJSJJJ3TeIJJJJ3..E.UEAcyhxD.eeeeeuzzzLJJJJ5.e8JJJheeeeeeeeeeeeyeeK3JJJJJJJJ*s7defeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeSJJJJJJJJZIJJzzz1..6LJJJJJJtJJZ4....EK*&debug=false 0036-8075, 1095-9203. — DOI:10.1126/science.aar7711
- ↑ Струве В. В. О «гуманности» хеттских законов
- ↑ Эдуард Акакиевич Менабде. Хеттское общество: экономика, собственност,ь семья и наследование. — Мецниереба, 1965. — С. 173, 177. — 240 с.
- ↑ Дж Г. Маккуин. Хетты и их современники в Малой Азии. — Рипол Классик, 1983. — С. 83. — 185 с. — ISBN 9785458455534.
- ↑ Глаголев С. С. Очерки по истории религий СТСЛ., 1902. С.187.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 Глаголев С. С. Очерки по истории религий СТСЛ., 1902
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ардзинба В. Г. Ритуалы и мифы древней Анатолии. — М.: Наука, ГРВЛ, 1982. — 256 с.
- Волков А. В., Непомнящий Н. Н. Хетты. Неизвестная империя Малой Азии. — М.: Вече, 2004. — 288 с. — Серия «Таинственные места Земли». — ISBN 5-9533-0128-6.
- Герни О. Р. Хетты / Пер. с англ. — М.: Наука, ГРВЛ, 1987. — 240 с. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
- Гиоргадзе Г. Г. Вопросы общественного строя хеттов. — Тбилиси: Мецниереба, 1991. — 192 с.
- Гиоргадзе Г. Г. Очерки по социально-экономической истории Хеттского государства (О непосредственных производителях в хеттском обществе). — Тбилиси: Мецниереба, 1973. — 312 с.
- Гиндин Л. А. Цымбурский В. Л. Гомер и история Восточного Средиземноморья. — М.: Изд. фирма «Вост. лит-ра», 1996. — 328 с. — 2 000 экз.
- Довгяло Г. И. К истории возникновения государства: На материале хеттских клинописных текстов. — Мн.: Изд-во БГУ, 1968. — 160 с.
- Довгяло Г. И. Становление идеологии раннеклассового общества (на материале клинописных текстов). — Мн.: Изд-во БГУ, 1980. — 162 с.
- Древняя Анатолия: Сб. / Под ред. Б. Б. Пиотровского, Вяч. Вс. Иванова, В. Г. Ардзимбы. — М.: Наука, ГРВЛ, 1985. — 256 с.
- Замаровский Войтех. Тайны хеттов / Пер. со словац. — М.: Наука, ГРВЛ, 1968. — 336 с. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
- Золото Л. Прародина хеттов. — М.: Авторская книга, 2012. — 134 с. — ISBN 978-5-91945-196-9.
- Иванов В. В. Хеттская и хурритская литература // История всемирной литературы: В 9 т. / Ин-т мировой лит-ры им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1983. — Т. I. Литература Древнего мира. — Ч. 1. Древнейшие литературы Азии и Африки. — С. 118—130.
- Керам К. В. Узкое ущелье и чёрная гора / Пер. с нем. — М.: Наука, ГРВЛ, 1962. — 216 с. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
- Маккуин Дж. Г. Хетты и их современники в Малой Азии. — М.: Наука, ГРВЛ, 1983. — 184 с. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
- Менабде Э. А. Хеттское общество: Экономика, собственность, семья и наследование. — Тбилиси: Мецниереба, 1965. — 232 с.(см. рецензию)
- Наговицын А. Е. Магия хеттов. — М.: Трикста, 2004. — 496 с. — Серия «Культуры. Академический Проект».
- Хетты и хеттская культура: Сб. / Под ред. И. Бороздина. — М.; Л.: ГИЗ «Всемирная литература», 1924. — 154 с.: ил. — Серия «Культура Востока».
- Хетты // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Хетты // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Хеттский раздел в библиотеке Annales
- Империя цивилизации Хеттов 2018 йыл 1 февраль архивланған.
- д/ф «Технологии Древних Хеттов»
- http://www.hittites.info/ (инг.)
- Uşaklı Höyük