Хасанова Матрёна Перфильевна

Матрёна Перфильевна Хасанова (25 июль 19182003 йыл) — совет ауыл хужалығы алдынғыһы, Новосибирск өлкәһе Новосибирск районының «Новосибирский» совхозында быҙау ҡараусы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Хасанова Матрёна Перфильевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 25 июль 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Кривое[d], Барнаульский уезд[d], Алтайская губерния[d]
Вафат булған көнө 2003
Вафат булған урыны Новосибирск, Рәсәй
Һөнәр төрө һауынсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Биографияһы үҙгәртергә

Матрёна Перфильевна Хасанова 1918 йылда Алтай губернаһы Барнаул өйәҙенең Кривое ауылында тыуған[1].

1933 йылда башланғыс белем ала һәм ғаиләһе менән Новосибирск өлкәһенең Степной ҡасабаһына күсеп килә. Быҙау ҡараусылар курсында уҡый һәм «Новосибирский» совхозында 30 баш быҙау төркөмө менән эшләй башлай[2].

Кейәүгә сыға һәм Новосибирск ҡалаһына күсеп килә, унда бер аҙ типографияла эшләй. 1947 йылда яңынан совхозға ҡайта һәм быҙау аҙбары-профилакторийҙы ҡабул итеп ала. Ҡатмарлы шарттарҙа көнөнә быҙауҙарҙың уртаса 900 грамм артымына өлгәшә. 1966 йылға ул 4500 быҙау үҫтерә.[3].

СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 22 мартындағы указы менән ауыл хужалығында юғары һөҙөмтәләре һәм малсылыҡтағы рекордлы күрһәткестәре өсөн Матрёна Перфильевна Хасановаға Ленин ордены һәм ««Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Хужалыҡта эшләүен дауам итә. 1970 йылдан алып хаҡлы ялда. Бер нисә тапҡыр Кубовино ауыл советы, Новосибирск районы һәм Новосибирск өлкә советының депутаты итеп һайлана[4].

Һуңғы йылдарҙа Новосибирск ҡалаһында йәшәй. 2003 йылда вафат була.

Наградалары үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Ныне село Кривое относится к территории Панкрушихинского района Алтайского края.
  2. Хасанова Матрёна Перфильевна | Новосибирская Книга Памяти. www.sibmemorial.ru. Дата обращения: 21 март 2020..
  3. Хасанова Матрёна Перфильевна. Сайт электронных коллекций elibrary. Дата обращения: 21 март 2020..
  4. 100 лет со дня рождения Героя Социалистического Труда телятницы Хасановой Матрёны Перфильевны (1918). russiancalendar.ru. Дата обращения: 21 март 2020.

Һылтанмалар үҙгәртергә