Харакс паркы — Гаспра (Оло Ялта) ҡасабаһында Харакс һарайы территорияһында урынлашҡан парк. Баҡса-парк сәнғәте һәйкәле. XIX быуаттың икенсе яртыһында нигеҙ һалынған.

Харакс паркы
Нигеҙләү датаһы 1960
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Ҡырым Автономиялы Республикаһы
Майҙан 15 гектар
Карта
 Харакс паркы Викимилектә

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Харакс паркы Ай-Тодор морононда, диңгеҙ кимәленән 40-60 метр бейеклектә урынлашҡан. Парк майҙаны — 17,5 гектар. Унда регуляр һәм пейзаж планировкаһы бергә үрелеп бара. Территорияла 200 төрҙән ашыу төрө һәм формалағы баҡса ағастары һәм ҡыуаҡтар бар. Паркта колонна формаһындағы еләк тисы үҫә, мәңге йәшел самшит, лузитан кипарисы, филлирея, османтус, химонант үҫә. Күп ағастарҙың йәше 400—1000 йыл.

Паркына кенәзе Георгий Михайлович нигеҙ һала. Уғы атаманы биләмәнеке кеүек үк, беҙҙең эраға тикем I—III быуатта Ай-Тодор морононда торған Боронғо Римдең «Харакс» ҡәлғәһе (грек теленән «харакс» «нығытма» тип тәржемә ителә) хөрмәтенә атала. Бөйөк кенәз Александрҙың ағаһы тарафынан ҡаҙыу эштәре 1896 йылда алып бара. 1907—1908 йылдарҙа ул табылған ҡомартҡалырҙан музей булдыра. Матур биләмәлә бөйөк кенәз ғаиләһе йыл һайын тиерлек ял итә.

Харакс паркында таш һәм кирбес йорттарҙың, цементланған, мозаика менән биҙәлгән һыу сығанағы — нимфейҙың, балсыҡ торбаларҙан эшләнгән һыу үткәргестең ҡалдыҡтары ҡаҙыла.

Архитектор Н. П. Краснов 19041908 йылдарҙа үҙенең проекты буйынса һарай, шулай уҡ свита корпусы төҙөй, ул шотландтарҙың черепица ҡыйыҡлы шалеһын хәтерләтә. Йорттан диңгеҙгә тиклем киң баҫҡыс һалынған. 12 мәрмәр колонна менән уратылған фонтаны булған «антик беседка» ла һаҡланған.

Октябрь революцияһынан һуң «Харакс» биләмәһе Украина Үҙәк башҡарма комитетының партия ағзалары өсөн Ял йорто итеп үҙгәртелә. Бөйөк Ватан һуғышы Свита корпусын һәм һарай ҡыйығын емерә (боҙоп тергеҙелә). Бөгөн Харакс паркында «Днепр» шифаханаһы урынлашҡан. Китапхана залында «Харакс» биләмәһенең үткәне һәм бөгөнгөһө тураһында һөйләүсе музей бар.

Бөгөн «Харакс» территорияһында Рәсәй Федерацияһы Федераль һалым хеҙмәте ведомствоһына ҡараған заманса «Днепр» шифаханаһы эшләй.

Диңгеҙ өҫтөнән һуҡмаҡ "капитан күпере"нә — Ай-Тодор маяғы һәм һәм маяк «Ҡарлуғас ояһы» күренеп торған беседкаға илтә. Был урында беренсе маяҡ Боронғо Рим осоронда барлыҡҡа килә, ә хәҙергеһе 1835 йылда төҙөлә. Ул иң бейек нөктәлә — 156 метр бейеклектә урынлашҡан.

Харакс паркының иң төп иҫтәлекле урыны — артыш урманы. Харакс паркында шыршы, кедр, лавр, пихта кеүек ылыҫлы ағастар, йүкә һәм магнолия яҡшы ерегеп китә. Ағастар биләмә төҙөлөшө тамамланыу менән бер үк ваҡытта ултыртыла.

Парктың иҫтәлекле урыны булып уртаһында фонтан торған һәм 12 мәрмәр колонна меәнн уратылып алынған беседка тора. Археолог К. К. Орлов фекеренсә (Харакстағы ҡаҙыныу эштәре етәксеһе), бағаналар 1882 йылда янған һарайҙың бер өлөшө (Помпейҙағы Рим йорто атриумы күсермәһе).

Фотогалерея

үҙгәртергә
 
 
 
 
 
Харакс паркын һүрәтләнеше яҙылған таш Харакс паркы фонтаны "Днепр" шифахана һәм Харакс паркы картаһы Антик беседка Харакс биләмәһе

Iулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Харакс һарайы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Ена В. Г., Твердохлебов И. Т., Шантырь С. П. Южный берег Крыма: Путеводитель. — Симферополь : Бизнес-Информ, 1996. — 303 с — ISBN 5-7707-6225-X.