Ҡарлуғас ояһы (Ҡырым)

«Ҡарлуғас ояһы» (укр. Ластівчине гніздо, ҡырымтат. Qarılğaç yuvası, Къарылгъач ювасы) — Ҡырымдың көньяҡ ярында, Гаспра ҡасабаһында, 40 метрлыҡ Аврора ҡаяһының Ай-Тодор морононда урынлашҡан архитектура һәм тарих һәйкәле.

Ҡарлуғас ояһы
укр. Ластівчине гніздо
Нигеҙләү датаһы 1912
Рәсем
Дәүләт  Украина
 Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Гаспра[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Аврорина скала[d]
Архитектор Леонид Владимирович Шервуд[d]
Архитектура стиле неоготика[d]
Рәсми асылыу датаһы 1912
Мираҫ статусы Украинаның күсерелмәй торған ҡомартҡыларының дәүләт реестры[d][1], Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d], объект культурного наследия России федерального значения[d] һәм памятник архитектуры национального значения Украины[d]
Рәсми сайт замок-ласточкино-гнездо.рф
Карта
 Ҡарлуғас ояһы Викимилектә

«Ҡарлуғас ояһы» Ҡырымдың көньяҡ ярының эмблемаһына әүерелгән.

 
Диңгеҙҙән күренеш

1835 йылда Ай-Тодор морононда, боронғо грек ҡоролмаһы урынында, маяҡ төҙөлә. Уның инициаторы Ҡара диңгеҙ флоты командующийы генерал Лазарев була[2].

Беренсе ағас ҡаралтылар 18771878 йылғы Рус-төрөк һуғышынан һуң отставкалағы рус генералы өсөн төҙөлә. Уны билдәле рәссам-маринистар: И. К. Айвазовский, Л. Ф. Лагорио, А. П. Боголюбов эштәрендә, шулай уҡ шул ваҡыттағы фотоһүрәттәрҙә күрергә мөмкин.

Был ғәжәйеп дачаның икенсе хужаһы Ливадия һарайы табибы А. К. Тобой була. Уның тураһында мәғлүмәт бик аҙ. Вафатынан һуң бер аҙ ваҡыт тол ҡалған ҡатыны идара итә һәм участкаһын Мәскәү сауҙәгәре Рахманинаға һата. Ул иҫке бинаны һүтеп, «Ҡарлуғас ояһы» тип атап, ағас замок һалдырта.

"Ҡарлуғас ояһы"ның бөгөнгө күренешен Ҡырымда ял итергә яратҡан рус нефть сәнәғәтсеһе П. Л. Штейнгель (Рәсәй тимер юлдары төҙөүсе билдәле барон Рудольф Штейнгелдең туғаны) тыуҙыра. Ул Аврора ҡаяһында дача участкаһы һатып ала һәм унда Рейн ярҙарындағы урта быуат ҡоролмаларын хәтерләткән романтик замок төҙөргә ҡарар итә. 1911 йылда яңы йорттоң проектын эшләргә инженер һәм скульптор, архитектор Владимир Шервудтың улы Леонид Шервудҡа заказ бирә.

Иҫке ағас бина һүтелә һәм 1912 йылда уҡ Монастыр-Буруны армытының тығыҙ майҙансығында үҙенсәлекле готика замогы тора. Архитектор, участканың бәләкәй булыуынан сығып, киртләсле композиция эшләй. 12 метр бейеклегендәге йорт киңлеге — 10, оҙонлоғо 20 метр булған нигеҙҙә ултыра. «Ҡош» күләменә эске төҙөлөшө лә яуап бирә: ал яҡ, ҡунаҡ бүлмәһе, баҫҡыстар һәм ҡая өҫтөнән күтәрелгән ике ҡатлы башняла урынлашҡан ике йоҡо бүлмәһе. Бинаһы янында баҡса була.

Беренсе донъя һуғышы башында биләмәне Мәскәү сауҙагәре Павел Григорьевич Шелапутин һатып ала һәм замокта ресторан аса. Тиҙҙән ул вафат була, ресторан ябыла. Бина сауҙәгәр Рохмановаға күсә һәм ул замоктың интерьерын неоготик стилдән боронғо рус стиленә үҙгәртә.

Граждандар һуғышы йылдарында «Ҡарлуғас ояһы» ташландыҡ хәлдә була. 1920 йыл һуңында, ярымутрауҙа совет власы урынлаштырылғандан һуң, элекке шәхси биләмәләр Ҡырым совхоздарының Баш идаралығы ҡарамағына бирелә.

1927 йылда Ҡырымда көслө ер тетрәү була. Замок аҫтындағы ҡаяда тәрән ярыҡтар барлыҡҡа килә. Ҡаяның бер өлөшө баҡса менән бергә убылып төшә, ә күҙәтеү майҙаны упҡын өҫтөндә тороп ҡала, әммә бина зыян күрмәй тиерлек.

1930 йылдарҙа бында урындағы «Жемчужина» ял йортоноң уҡыу залы урынлаша, әммә тиҙҙән ҡоролманы авария хәлендә тип таныйҙар һәм ябалар.

Тергеҙеү эштәре 1960 йылдар аҙағында башлана. Ҡая нығытыла, замок нигеҙенә тимер-бетон плиталар һалына, бина үҙе реставрациялана. Ул Ҡырымдың танылған символына әүерелә[3]

Реконструкциянан һуң, 2002 йылда «Ҡарлуғас ояһы» ҡабаттан асыла. Тәүҙә унда итальян рестораны урынлаша, ә һарай диуарҙары эргәһендә Ҡырым сувенирҙарының ҙур баҙары эшләй.

2011 йылдың июлендә милли әһәмиәткә эйә тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. муниципаль милеккә тапшырыла һәм «„Ҡарлуғас ояһы“ һарай-ҡәлғәһе» Ҡырым республикаһы учреждениеһына әйләнә . Шунда уҡ бында «Архип Куинджиҙың тылсымлы донъяһы» күргәҙмәһе асыла һәм унда «Днепрҙа айлы төн» картинаһы күрһәтелә[4]. 1,5—2 ай һайын сәнғәт, археология һәм крайҙы өйрәнеү күргәҙмәләре алмашынып тора[5].

2013 йылда нигеҙ плитаһында ярыҡ булыуы асыҡлана һәм көҙөн реконструкция — ҡаяны нығытыу буйынса проект эштәрен башҡарыу өсөн туристарҙы индереү туҡтатыла.

«Ҡарлуғас ояһы»н реконструкциялауҙың сираттағы этабы 2017 йылдың йәй башында үткәрелә

Әлеге ваҡытта һарай авария хәлендә һәм реставрациялауҙы көтә. Диңгеҙ өҫтөнлә торған балкон, «абсолют авария хәүефе тыуҙыра», ти Ҡырым Республикаһының мәҙәниәт министры Арина Новосельская. Ремонт эштәре башланғас, һарай тулыһынса ябыласаҡ.

Бина аҫтындағы ҡаяны нығытыу ауыр буласаҡ, сөнки унда нығытыу материалы күберәк индерегән һайын ул ауырыраҡ була бара, киңәйә һәм ярыла[6].

2015 йылдың 17 октябрендә РФ Хөкүмәте «Ҡарлуғас ояһын» федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индереү тураһында ҡарар ҡабул итә[7].

 
 
 
«Ҡарлуғас ояһы» (XIX быуат) XX быуат башында Ай-Тодор мороно төҙөлөшө М. Прокудин-Горский фотоһы «Ҡарлуғас ояһы», 1925 й. Ер тетрәүгә тиклем
 
«Ҡарлуғас ояһы» һәм Ай-Тодор морононоң хәҙерге күренеше


Кинематографияла

үҙгәртергә
  • Десять негритят (фильм)
  • Академия пана Кляксы (фильм)
  • Забытая мелодия для флейты
  • Путешествие пана Кляксы (фильм)
  • Синяя птица (фильм, 1976)
  • Мио, мой Мио (фильм)
  • Первый удар (фильм) (эпизодтарҙың береһендә Джеки Чан «Ҡарлуғас ояһы» фонында төшкән)
  • Зимнее танго, мини-сериал
  • Ищу жену с ребёнком, мини-сериал
  • Гамлет. XXI век
  • Ласточкино гнездо (сериал). Рәсәй, 2012 йыл

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://search.ligazakon.ua/l_doc2.nsf/link1/KP790442.html
  2. Сайт музея "Ласточкино гнездо".
  3. Ласточкино гнездо 2019 йыл 24 май архивланған.
  4. Во дворце «Ласточкино гнездо» открылась выставка работ Архипа Куинджи. Black Sea News. Дата обращения 10 декабря 2011. 29 февраля 2012 года.
  5. Официальный сайт «Ласточкино гнездо». Дата обращения: 27 март 2015. Архивировано 23 май 2015 года. 2015 йыл 23 май архивланған.
  6. Символ Крыма может рухнуть в море 2016 йыл 17 ғинуар архивланған.
  7. Распоряжение Правительства РФ от 17 октября 2015 г. № 2073-р