Халиҡов Мансур Хатип улы
Халиҡов Мансур Хатип улы (20 декабрь 1886 йыл — 1934 йыл) — башҡорт дин әһеле, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1921—1923 йылдарҙа Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө.
Халиҡов Мансур Хатип улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
дин әһеле, йәмәғәт эшмәкәре, мөфтөй |
Биографияһы
үҙгәртергәМансур Хатип улы Халиҡов 1886 йылдың 20 декабрендә Кәлсер Табын улусының Стәрлетамаҡ өйәҙе[1] Оло Үтәш ауылында тыуған.
1908 йылда «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен, ә 1910 йылда «Ғәлиә» мәҙрәсәһен тамамлай.
1911—1916 йылдарҙа тыуған ауылында мәҙрәсә аса. Февраль революцияһынан һуң, Башҡорт милли хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша башлай.
1917 йылда Башҡорт федералистары блогынан ул Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзаһы итеп һайлана. 1918 йылда Табын кантоны башҡарма комитетының халыҡ мәғарифы бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнә, 1919 йылда Башҡортостан халыҡ мәғариф комитеты ҡарамағындағы ғилми йәмғиәт ағзаһы итеп һайлана.
1921 йылда Аллағыуат ауылында Башҡортостан республикаһының мосолман руханиҙары съезында Мансур Хатип улы мөфтөй, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе итеп һайлана.
1921 йылда Башҡорт АССР-ында аслыҡтан зыян күреүселәргә ярҙам комитеты рәйесе була.
«Башҡорт милләтсеһе» булараҡ репрессиялана. 1929 йылда ҡулға алына, хөкөм ителә һәм Соловкиға, Карелияға оҙатыла. 1931 йылда өйөнә әйләнеп ҡайтҡас, тыуған ауылы Оло Үтәштә була. Икенсе көндө уны Силәбе өлкәһендәге холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт колонияһына, Магнитогорск төҙөлөшөнә ебәрәләр, 1934 йылда ул шунда вафат була ла инде. 1991 йылда аҡлана.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Халиҡов Мансур Хатип улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2021)
Был ислам шәхесе тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |