Хәйҙәрабад

(Хайдарабад битенән йүнәлтелде)

Хәйҙәраба́д, шулай уҡ Хәйҙерәбад йәки Хәйҙрәбад (телугу теле హైదరాబాదు, урду حیدر آباد, ингл. Hyderabad) — көньяҡ Һиндостан ҡалаһы. Телангана штатының административ үҙәге. 2014 йылдың 2 июненән 10 йыл тирәһе Андхра-Прадеш штатының баш ҡалаһы булып ҡала. [1]. Муси (инг.)баш. йылғаһы буйында урынлашҡан. Халҡының иҫәбе 3,69 млн кеше. (2001 йыл; агломерацияла — яҡынса 6 млн.кеше), халыҡтың тығыҙлығы бер квадрат километрға 16 990 кеше, майҙаны 650 км².

Ҡала
Хәйҙәрабад
телугу теле హైదరాబాదు
урду حیدر آباد
Ил

Һиндостан

Штат

Телангана

Район

Хәйҙәрабад

Координаталар

17°22′ с. ш. 78°28′ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1592

Майҙаны

650 км²

Бейеклеге

536 м

Рәсми теле

телугу, урду, инглиз

Халҡы

3 637 483 кеше (2001)

Тығыҙлығы

16 990 кеше/км²

Агломерация

6 290 397 кеше

Сәғәт бүлкәте

UTC+5:30

Телефон коды

+9140

Почта индексы

500 хxx

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

AP09, AP10, AP11, AP12, AP13, AP28, AP29[сығанаҡ 5361  көн күрһәтелмәгән]

Рәсми сайт

ghmc.gov.in  (инг.)

Хәйҙәрабад (Һиндостан)
Хәйҙәрабад
Хәйҙәрабад

Ҡалаға XVI—XVII быуаттар дәүерендә Голконданың баш ҡалаһы булараҡ нигеҙ һалынған. 17241956 йылдарҙа Хәйҙәрабад Хәйҙәрабад (кенәзлеге) баш ҡалаһы һәм Хәйҙәрабад низамы резиденцияһы була. 1956 йылда Андхра-Прадеш штатының баш ҡалаһы һанала. Ҡала Бөйөк Моголдар империяһы хаҡимдары тарафынан төҙөлә. Уларҙан бик күп матур һарайҙар, мәсеттәр, кәшәнәләр, тораҡ йорттар ҡала. Хәйҙәрабад Һиндостандың башҡа ҡалалары менән сағыштырғанда күпкә йәш ҡала. Уға бынан 400 йыл элек Кутб Шахтар династияһының бишенсе мосолман солтаны Мөхамәт Кули Кутб-шах нигеҙ һала. Ҡала хаҡ халиф Али ибн Абу Талибтың исемен йөрөтә. Хәйҙәрабадты икенсе төрлө «Ынйы ҡала» тип тә йөрөтәләр, сөнки ул инде бер нисә йыл төрлө төрҙәге ынйы һатып алыу урыны булып һанала.

Демографияһы

үҙгәртергә

Хәйҙәрабатдың дөйөм майҙаны — 650 км², халҡының иҫәбе 6 809 970 кеше. Был уны Һиндостанда дүртенсе эре ҡала итеп күрһәтә. [2]. Ҡала агломерацияһы халҡы — 7749334 кеше. 2001 йылғы иҫәп алыуҙар мәғлүмәте буйынса ҡала халҡы 3637483 кеше тәшкил итә. 2011 йыл мәғлүмәте буйынса гендер состав: 1000 ир-егеткә 945 ҡатын-ҡыҙ.[3]. Халыҡтың күпселек өлөшө төпкөлдә, емерек өйҙәрҙә йәшәй. Грамота кимәле 82,96 % (85,96 % ир-егет һәм 74,04 % ҡатын-ҡыҙ). Төпкөлдә йәшәүселәрҙең грамотаһы күпкә түбәнерәк. Ҙур Хәйҙәрабад халҡының тығыҙлығы бер квадрат километрға яҡынса 21048 кеше тәшкил итә.[4]. Ҡаланың дини составы — 50 % мосолмандар, 44 % — индустар, 2,4 % — джайнистар, 2 % — буддистар, 1 %— христиандар. Иң киң таралған телдәр — телугу, урду һәм инглиз теле. Халыҡтың бер өлөшө шулай уҡ һинди, бенгал, тамил, маратһи һәм башҡа телдәрҙә аралаша.

Ҡаланың климаты саванналарҙың тропик климатына оҡшаған. Йыш яуым-төшөм осоро июндән сентябргә тиклем була. Хәйҙәрабадтағы максималь температура 1966 йылдың 2 июнендә 45,5°С. тип билдәләнгән. 1946 йылдың 8 ғинуарында иң түбән температура 8°С булған. Бер тәүлек эсендә иң күп яуған яуым-төшөм кимәле 2000 йылдың 24 авгусында теркәлгән һәм 241,5 мм тәшкил иткән.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 33,4 36,8 39,9 43,1 43,7 42,7 36,0 34,7 35,3 36,1 33,8 32,7 43,7
Уртаса максимум, °C 28,6 31,8 35,2 37,6 38,8 34,4 30,5 29,6 30,1 30,4 28,8 27,8 32,0
Уртаса температура, °C 22,2 25,1 28,4 31,5 33,0 29,3 27,0 26,2 26,6 25,7 23,2 21,6 26,6
Уртаса минимум, °C 14,7 17,0 20,3 24,1 26,0 23,9 22,5 22,0 21,7 20,0 16,4 14,1 20,2
Абсолют минимум, °C 8,8 11,3 14,6 17,2 17,8 18,6 19,2 20,0 19,1 13,3 10,6 8,5 8,5
Яуым-төшөм нормаһы, мм 3 5 12 21 37 96 163 171 181 90 16 6 804
Сығанаҡ: Indian Meteorological Department (1951–1980)

Иҡтисады

үҙгәртергә
 
Cyber Towers в Hitec City, Хайдарабад

Хәйҙәрабад — Һиндостан сәнәғәте һәм сауҙаһының мөһим үҙәктәренең береһе. Еңел (туҡыу һәм күн), аҙыҡ-түлек, быяла, ҡағыҙ, тәмәке һәм фармацевтика сәнәғәте, машиналар төҙөү (башлыса тимер юлы, станоктар төҙөү һәм ауыр электр ҡорамалдары етештереү), һөнәрселек үҫешкән. Хәйҙәрабад компьютер индустрияһы үҙәге лә булып тора. Ул Бангалор менән юғары технологиялар баш ҡалаһы исеме өсөн ярыша. Ҡала шулай уҡ, Һиндостандың оборона сәнәғәте комплексының фәнни-тикшеренеүҙәр һәм конструкторҙар ойоштороу үҙәге лә. Бында National Mineral Development Corporation, State Bank of Hyderabad һәм LifeSpring Hospitals компаниялары эшләй.

Транспорты

үҙгәртергә
 
Хәйҙәрабад аэропорты
 
Секундерабад станцияһы

Раджив Ганди исемендәге халыҡ-ара Хәйҙәрабад аэропорты ҡала үҙәгенән 22 саҡрым алыҫлыҡта, Шамшабад биҫтәһендә урынлашҡан. Был илдең иң оҙон осоу-ултыртыу һыҙаты булған, иң тығыҙ аэропорты һанала[5]. Бынан тыш, Skytrax компанияһы хеҙмәтләндереү сифаты буйынса Хәйҙәрабад аэропортын Сеул, Сингапур, Гонконг һәм Пекиндан һуң, донъялағы бишенсе иң яҡшы аэропорт тип билдәләй[6]. Аэропорттан Бангалор, Ченнаи, Дели, Әхмәдәбад, Мумбаи, Пуна, Дубай, Әбү-Дәби, Калькутта, Джайпур, Лакнау, Коччи, Маскат, Сингапур, Варанаси, Бангкок һәм башҡа ҡалаларға рейстар яһала. Ул ҡала менән өс төп транспорт артерияһы менән тоташҡан. Хәйҙәрабад тәүге тапҡыр тимер юлы менән 1870 йылда тоташа[7]. Ҡаланың иң эре станцияһы Секундарабад. Бында Һиндостан тимер юлдарының көньяҡ-үҙәк зонаһының штаб-фатиры урынлашҡан. Бынан тыш, ҡала сигендә Хәйҙәрабад-Декан, Качигуда һәм Бегумпет кеүек башҡа эре станциялар ҙа бар[8]. Метрополитен төҙөлөшө алып барыла. Уның 3 линия һәм 71 саҡрым юл ингән тәүге фазаһын 2017 йылда асыу планлаштырылған. Хәйҙәрабад аша NH-7, NH-9 и NH-202 милли автоюлдары уҙа. Төп йәмәғәт транспорты булып автобустар тора, улар Хәйҙәрабадтың айырым өлөштәрен ҡала менән бәйләй.

Мәҙәниәт

үҙгәртергә

Иҫтәлекле урындар

үҙгәртергә

Киноиндустрия

үҙгәртергә

Хәйҙәрабад Һиндостандың иң эре өс киноиндустрияһының береһе, телугу телендәге телугу кинематографы (Толливуд) үҙәге булып тора. [9][10]. Ҡаланан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта Телугу Кинематографы # Рамоджи Кинокомплексы бар. Ул донъялағы иң эре киностудия булараҡ, Гиннестар рекорды китабына индерелгән[11]. Йыл һайын Раможиға миллиондан ашыу турист килә.[12]. Хәйҙәрабадта шулай уҡ, донъялағы иң ҙур IMAX (IMAX 3D) экранлы кинотеатр бар.[13].

Архитектураһы

үҙгәртергә
 
Хайдарабадские ворота Чарминар.

Ҡала ҙур Мәккә мәсете менән билдәле. Ул XVIII быуатта данлыҡлы Мәккә мәсете өлгөһөндә төҙөлгән. Уның дүрт манаралы триумфаль Чарминар ҡапҡаһы бар, шуға ҡайһы саҡта уны Көнсығыштың Триумфаль аркаһы тип тә йөрөтәләр; 19181960 йылдарҙа төҙөлгән университет биналары бар, улар араһында 1918 йылда төҙөлгән Ғосман университеты, һин-сарацинск стилендәге гуманитар фәндәр колледжы бинаһы; 1962 йылда төҙөлгән театры; Чаумахалла һарайы һәм {{iw|Флакнум һарайы (телугу теле Пхалакунума) бар. Ҡала сигендә бер нисә мавзолейы булған Голконда (XVII—XVIII б.) ҡәлғәһе бар. Бейек ҡалҡыулыҡта урынлашҡан Голконда форты кис һайын ойошторолған төрлө төҫтәр шоуы һәм уникаль һыу биреү системаһы менән билдәле. Форттан йыраҡ түгел ерҙә Голконда менән 170 йыл идара иткән Котобшах династияһы солтандарының кәшәнәләре урынлашҡан. Шуныһы ҡыҙыҡ, кәшәнәнең иң ябайы династияға нигеҙ һалыусы Солтан Ҡотоб-уль-Мөлөктөкө. Ул кәшәнәне иҫән сағында уҡ үҙе проектлап, төҙөп ҡуя. Комплекс Һинд, фарсы, патан[14] һинд-фарсы архитектур стиленең берләшеүе менән уникаль һанала.[15]. Хәйҙәрәбадтың төп иҫтәлекле урындары араһында Закондар сығарыу Ассамблеяһы бар. Ул ҡаланың иң бөйөк, тәьҫирләндерерлек биналарының береһе[16].

Башҡа иҫтәлекле урындар:

  • Бирл фәнни үҙәге — Һиндостандың иң абруйлы учреждениеларының береһе.[17].
  • HITEC City— күп һанлы юғары технологиялы IT и ITES компаниялар урынлашҡан урын[18]. Хәйҙәрәбад силикон уйһыулығы исеме алыу өсөн Бангалор менән ярыша.[10].
  • Изге Георгий сиркәүе— ҡалалағы боронғо христиан храмы.
  • Бирла Мандир (Хайҙәрәбад) — 1976 йылда төҙөлгән һәм Венкатешвар аллаһына арналған индуист храмы. Ҡаланың халыҡ иң күп йөрөгән урыны. Унда көнөнә 8-10 мең кеше була.

Парк һәм музейҙар

үҙгәртергә

Ошо иҫәптәге бер нисә музей:

  • Салар Джунг музейы. Музейҙың төп коллекциялры күберәк Салар Джунг III исеме менән билдәле булған меценат Мир Йософ Али Хан тарафынан йыйылған. 1968 йылда музей «милли әһәмиәттәге учреждение» тип иғлан ителә.[19]. Музейҙың айырылғыһыҙ өлөшө булып, 8 мең манускрипты һәм урду, ғәрәп, фарсы, санскрит, телугу, хинди, инглиз һәм башҡа телдәрҙә баҫылған һәм төрлө темаларға яҙылған 60 мең китабы булған китапхана һанала.[20].
  • Андхра-Прадеш штатының археологик музейы (здание һинд-сарацинск стилендә төҙөлгән]]).

Ҡалала бик күп парктар бар:

  • Неру зоопаркы Һиндостандағы һәм Көньяҡ Азиялағы иң зур зоопарктарҙың береһе.[10].
  • Махавир Харин Ванастхали милли паркы. Хәйҙәрәбадтан 15 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.
  • Ботаника баҡсаһы. Бында 600 төр дарыу, декоратив үләндәре һәм киммәтле ағас тоҡомдары, емеш ағастары бар.[21].

Бында 11 университет бар: 3 үҙәк университет, «Deemed University» класындағы 2 университет, 6 штат университеты.[10]. Ғосманс университеты флагман булып һанала. Ул илдә боронғо ете юғары уҡыу йорто ингән исемлектә тора һәм үҙ эсенән 10 факультетты, 52 кафедраны, 500 колледж һәм кампусты ала; белгес дипломынан алып, постдокторантураға тиклем бөтә кимәлдәге һәм дәрәжәләге белемде лә бирә. [10][22]. 26 эре институт бар.

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә
  • Редди-Наги, Шобха|Шобха Редди-Наги (1968—2014)— Һинд сәйәсмәне.
  • Наделла, Сатья|Сатья Наделла (9 февраля 1967) йылда тыуған—2014 йылдың 4 февраленән Microsoft компанияһының генераль башҡарма директоры.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Хәйҙәрабадта теракт
  • Джубили Хилс

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. В Индии появился новый штат, ставший по счету 29-м
  2. Cities having population 1 lakh and above. censusindia. The Registrar General & Census Commissioner, India. Дата обращения: 17 октябрь 2011.
  3. Hyderabad (Greater Hyderabad) City. Government of India. Дата обращения: 18 февраль 2012. Архивировано 6 июнь 2012 года.
  4. Demography, Economy and Land Use Pattern. Jawaharlal Nehru National Urban Renewal Mission. Дата обращения: 19 февраль 2012. Архивировано 6 июнь 2012 года.
  5. Delhi's new airstrip, touted India's longest, is just seventh. Thaindian News (25 октябрь 2008). Дата обращения: 17 май 2010. Архивировано 6 июнь 2012 года. 2012 йыл 27 ғинуар архивланған.
  6. Hyderabad airport adjudged amongst top five in world, The Hindu (17 February 2010). 17 февраль 2010 тикшерелгән.
  7. HH the Nizam's Railway, Poosapally gorge. The British Library. Дата обращения: 8 октябрь 2011. Архивировано 6 июнь 2012 года.
  8. History. src.indianrailways.gov. Архивировано 6 июнь 2012 года.
  9. Hyderabad Film Industry (Tollywood). Hyderabad, Andhra Pradesh, India.
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 About Hyderabad, Bharat.
  11. Largest film studio. Official Site of Guinness World Records.
  12. Gautam, Manish. Ramoji film city, SlideShare (26 апрель 2011).(недоступная ссылка)
  13. 10 of the world's most enjoyable movie theaters. CNN Travel (21 апрель 2013).
  14. Патханы, или патаны — пуштундарҙың һинд-арий атмаһы
  15. Qutub Shahi Tombs. Hyderabad, Andhra Pradesh, India.
  16. Legislative Assembly. Hyderabad, Andhra Pradesh, India.
  17. irla-planetarium Birla Planetarium. Hyderabad, Andhra Pradesh, India.
  18. HITEC City. Hyderabad, An. dhra Pradesh, India.
  19. SJM to dig out artifacts’ facts from state archives, at last (ингл.). The Times of India (21 октябрь 2011). Дата обращения: 12 октябрь 2015.
  20. Library. Official cite of Salarjung Museum. 2017 йыл 2 август архивланған.
  21. Botanical Garden. Hyderabad, Andhra Pradesh, India.
  22. Osmania University. Hyderabad, Andhra Pradesh, India.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Һиндостандың союз территориһы һәм штаттарының баш ҡалалары Ҡалып:Һиндостандың миллионлы ҡалалары