Фәрикә - (рус.  Фрике или фарик, ғәр. فريكةфәрикә) — бойҙайҙы өлгөрөр-өлгөрмәҫ йыйып, ҡурып етештерелгән ярма.

Был Яҡын Көнсығыш өсөн ғәҙәти ашамлыҡ [1]. Фәрикәне бигерәк тә шәреҡ аш-һыуында, ғәрәп, фәләстин һәм мысыр ашамлыҡтарында яратып ҡулланалар, шул уҡ ваҡытта Төньяҡ Африкала һәм күрше илдәрҙә лә был ярманан ризыҡ әҙерләйҙәр [2][3].

Етештереү ысулы

үҙгәртергә

Фәрикәне етештереү ысулы үҙенсәлекле: бойҙайҙың башағы һарғайып, орлоҡтары әле йомшаҡ сағында уралар; көлтәләп, ҡояшта киптереп алалар. Һабаҡтар кибеп еткәс, орлоғона зыян теймәҫлек итеп һаҡ ҡына яндыралар - бөртөксәләр сей булыуы арҡаһында янып бармай. Шунан һуң бойҙай орлоҡтарын һуғып алалар ҙа ҡояшта киптерергә һалалар - был уның төҫө, тәме, текстураһы бер рәүешкә килеүенә булышлыҡ итә. Уны етештереү ысулы атамаһын биргән дә инде - ғәр. فريكة‎ (фәрикә) - ҡабығынан таҙартылған тигән мәғәнә бирә. Бөртөксәләрҙе артабан ваҡлайҙар һәм ул йәшел булгурға оҡшап китә [2].

Арпанан әҙерләнгән ошоға оҡшаш ашамлыҡ Библияла телгә алынған [4]. Фәрикә 13-сө быуат башында бағдад аш-һыу китабында фәрикийә атамаһы менән телгә алына. Был рецепт буйынса әҙерләгәндә ит майҙа ҡурыла һәм һыуға һалып, тоҙ һәм дәрсен ҡушып быҡтырыла. Шунан киптерелгән кориандр, фәрикә өҫтәп бешереү дауам итә. Әҙер ризыҡ менән бирелә кумин, дәрсен һәм яңы һуйылған ҡуйҙың ҡойроҡ майын иретеп ҡушып бирелә[2]..

Мысырҙа хәмәм бил-фәрик (эсенә йәш бойҙай тултырылған күгәрсен) типгән ашамлыҡ әҙерләйҙәр. Шулай уҡ Мысырҙа фәрикә һуған һәм помидор менән әҙерләнә, ә ҡайһы берҙә себеш ите менән бирәләр. Туниста Шурпат фәрик бил-мүк тигән аш бар — был елек майы һурпаһына фәрикә ҡушып бешерелгән өйрә. Фәрик ләхмә - Сүриәлә бешерелә торған былау, уны ҡыҙҙырылған һарыҡ ите, ҡуҙаҡлы фасоль һәм пиния сәтләүеге, фәрикә ҡушып ҙерләйҙәр. Шурпа әл-фәрик иһә "әл шурпа-фарик" — фәләстин ашамлығы, уны себеш һурпаһына фәрикә ҡушып бешерәләр[2]..

Сүриәлә фәрикә ғәҙәттә һарыҡ ите, һуған, май, миндаль, ҡара борос, дәрсен, тоҙ һәм кумин ҡушып әҙерлән[5].

Израилдә друз йәмәғәттәре ҡәҙимдән килгән ысулдар менән фәрикә бешерә.

Ашамлыҡ булараҡ ҡиммәте

үҙгәртергә

100 грамм ҡоро ярма ҡиммәте яҡынса шулай:[6]

  • Энергетик ҡиммәте: 1471 кДж / 352 ккал
  • Күҙәнәкле туҡыма: 16,5 г тиклем
  • Аҡһымдар: 12,6 г тиклем
  • Углевод: 72 г, шул иҫәптән 0,8 г шәкәрҙәр
  • Майҙар: 2,7 г, шул иҫәптән 0,2 г туйындырылған майҙар
  • Кальций: 53 мг
  • Тимер: 4.5 мг
  • Натрий: 6 мг
  • Калий: 440 мг

Фәрикәнең аҙыҡ ҡиммәте башҡа ярмаларҙыҡы кеүек үк [7]. Фәрикәне ҡайһы берәүҙәр «Суперпаҙыҡ» тип тә ебәрә[8], мәгәр тикшеренеүселәр[9] был терминды «фәнни тәжрибәләр юлы менән бик үк раҫланмаған маркетинг алымы» тип һанай. Фәрикә киноа һәм фарро кеүек диеталы ярмаларға оҡшаш, башҡаларға ҡарағанда аҙыҡ епсәләре кәм тигәндә дүрт тапҡырға артыҡ, улар еңел үҙләштерелә. Шулай уҡ гликемик индексы ла түбән, шуға күрә шәкәр диабеты менән ауырыусыларға ла ҡулланырға ярай[10].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Guttman, Vered Introducing freekeh, the hip grain of 2012. Haaretz.com (19 ғинуар 2012). Дата обращения: 22 август 2013.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Freekeh — Farik — Green Wheat Clifford A. Wright.
  3. Anissa Helou, «Freekeh», in Alan Davidson, ed., The Oxford Companion to Food
  4. Leviticus 2:14
  5. Freekeh recipe on shahiya. Shahiya.com (3 июнь 2009). Дата обращения: 22 август 2013. 2014 йыл 13 октябрь архивланған.
  6. Greenwheat Freekeh Nutritional Profile. Greenwheatfreekeh.com.au. Дата обращения: 22 август 2013.
  7. Show Foods 2016 йыл 27 апрель архивланған.
  8. Healthy Superfood Grains - Freekeh, Farro, Amaranth, Chia. Oprah.com (13 ғинуар 2011). Дата обращения: 22 август 2013.
  9. 'Superfoods' and cancer : Cancer Research UK
  10. Health and Nutrition. Greenwheat Freekeh. Дата обращения: 22 август 2013. Архивировано из оригинала 23 сентябрь 2013 года. 2013 йыл 23 сентябрь архивланған.