Ҡоҙаҡаев Фәнил Шәмсетдин улы

(Фәнил Ҡоҙаҡаев битенән йүнәлтелде)

Ҡоҙаҡаев Фәнил Шәмсетдин улы (10 февраль 1952 йыл) — журналистика ветераны, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), Ҡырмыҫҡалы районының Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премияһы лауреаты (2008). Күгәрсен районының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2017), Ҡырмыҫҡалы районының почётлы гражданы (2017).

Фәнил Ҡоҙаҡаев
Ҡоҙаҡаев Фәнил Шәмсетдин улы
Тыуған көнө:

10 февраль 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (72 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре

Ижад йылдары:

1979 йылдан

Жанр:

журналистика

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт, рус

Дебют:

«Несломленный дух Салавата» (2004)

Премиялары:

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премия (2008)

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997)

Биографияһы

үҙгәртергә

Фәнил Шәмсетдин улы Ҡоҙаҡаев 1952 йылдың 10 февралендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Ҡырмыҫҡалы районы Малай ауылында Бөйөк Ватан һуғышының II төркөм инвалиды ғаиләһендә тыуған.

1970 йылда Өфөләге 1-се интернат-мәктәпте (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) тамамлағас, хеҙмәт эшмәкәрлеген ҡала торлаҡ идаралығының ремонт-төҙөлөш участкаһында балта оҫтаһы булып башлай.

1971—1973 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәренең Һауа һөжүменә ҡаршы оборона ғәскәрҙәрендә (рус теле|русса Войска Противовоздушной обороны) хәрби хеҙмәттә була. Запасҡа ҡайтарылғас, тағы ла бер аҙ балта оҫтаһы булып эшләп ала.

1973—1979 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының әҙерлек бүлегендә һәм филология факультетында уҡый.

1979 йылда Башҡорт АССР-ының Радио һәм телетапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетының Башҡортостан радиоһында тәржемәсе булып эш башлай һәм 1995 йылға тиклемге арала мөхәррир, өлкән мөхәррир һәм радионың баш мөхәррире, шунан Башҡортостан телевидение студияһында баш мөхәррир һәм уның етәксеһе — Радиотелекомпанияның генераль директоры урынбаҫары була.

1995—1997 йылдарҙа Фәнил Ҡоҙаҡаев — Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры урынбаҫары.

1997—1998 йылдарҙа «Башҡортостан» Дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директорының беренсе урынбаҫары.

1998—2004 йылдарҙа тағы ла Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры урынбаҫары.

2004—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары, етәксе вазифаһын башҡарыусы булып эшләй.

2010—2013 йылдарҙа — «Тамаша» журналының баш мөхәррире.

2013—2019 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының рәйес урынбаҫары — яуаплы сәркәтибе.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнил Ҡоҙаҡаев — Башҡорт дәүләт университетында уҡыу йылдарынан йәмәғәт эштәре менән әүҙем шөғөлләнә: факультеттың комсомол һәм профсоюз ойошмалары үткәргән барлыҡ сараларҙың уртаһында була, студент төҙөлөш отряды составында биш миҙгел эшләй, шуларҙың икеһендә отряд командиры вазифаһын башҡара, 1978 йылда «Башҡортостан» интернациональ төҙөлөш отряды менән ул ваҡыттағы ГДР-ҙың Галле округына барыу хоҡуғына әйә була. Уның студент йылдарындағы әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетытының Маҡтау грамотаһы менән баһаланған.

 
Табын ырыуҙарының 5-се йыйынында Фәнил Ҡоҙаҡаевҡа «Табын ырыуҙарының арҙаҡлы шәхесе» маҡтаулы исеме бирелде. Учалы районы Туңғатар ауылы. 28.08.2021

Артабанғы йәмәғәт вазифалары:

  • «Табын ырыуҙары берләшмәһе» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһының рәйес урынбаҫары (2007 йылдан башлап)
  • Башҡортостанстат ҡарамағындағы йәмәғәт Советы рәйесе урынбаҫары (2012 йылдан башлап)
  • «Берҙәм Рәсәй» партияһы яҡлылыларҙың төбәк Советы ағзаһы (2006—2013 йылдарҙа)
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының контроль—ревизия комиссияһы рәйесе (2010—2015 йылдарҙа)
  • Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы ветерандарының берләштерелгән советы рәйесе (2013 йылдан башлап)
  • Ҡырмыҫҡалыларҙың Өфөләге яҡташтар ойошмаһының идара рәйесе (2000 йылдан башлап)
  • Башҡортостан журналистар Союзы идараһы ағзаһы (1986 йылдан башлап), рәйес урынбаҫары (2000 йылдан башлап)

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнил Ҡоҙаҡаевтың журналистикаға ныҡлап ылығыуы Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡыған йылдарына тура килә. Был осорҙа ул республика матбуғат баҫмаларына хәбәрҙәр яҙып тора. Артабан мәҡәләләре республика матбуғатында сыға. Ике документаль фильм сценарийы, бик күп радио-телеочерктар, тапшырыуҙар авторы.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Несломленный дух Салавата: Мәҡәләләр йыйынтығы. — Стәрлетамаҡ, 2004. — 110 с. (рус.)
  • Әҙһәм ҡурайы / Төҙөүселәр Ғәйнетдинов Ю. И., Ҡоҙаҡаев Ф. Ш. — Өфө: Китап, 2008. — 174 бит.
  • От Урала до Балтики. /Авторы—составители Кудакаев Ф. Ш., Якупова М. М./ — Уфа: Китап, 2012. (рус.)
  • Ауылым минең — Малай. — Мәләүез: Көнгәк, 2013. — 205 бит.
  • Ауылымдың исеме ябай — Малай. Өфө: Башк.энцикл., 2015. — 216 бит.
  • Рожденные в Малаево. Уфа: Башк.энцикл., 2018. — 174 с.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Рәсәй Федерацияһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министрлығының Маҡтау грамотаһы (2012)
  • Рәсәй Федерацияһы Журналистар союзының Маҡтау грамотаһы (2013)
  • «Рәсәй матбуғатының алтын фонды» билдәһе (2008)
  • «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалдары (2002, 2012)
  • «Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (2006)
  • Бөтә Рәсәй һуғыш ветерандары комитеты билдәһе (2001)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997)
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡтың Маҡтау грамотаһы (2007)
  • Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Маҡтау грамотаһы (2009)
  • Ҡырмыҫҡалы районының Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премияһы лауреаты (2008)
  • Күгәрсен районының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2017)
  • Ҡырмыҫҡалы районының почётлы гражданы (2017).

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә