Фәләстин тарихы
Фәләстин тарихы | |
Дәүләт | Фәләстин |
---|---|
Урын | Фәләстин |
Ҡайҙа өйрәнелә | Палестиноведение[d] һәм Изучение Земли Израильской и археологии[d] |
Өлөшләтә тура килә | Израиль тарихы һәм история Государства Палестина[d] |
Фәләстин тарихы Викимилектә |
Иң боронғо тарихы
үҙгәртергәФәләстин территорияһында йәшәгән тәүге кешеләр эректустар була. Улар Иордан йылғаһы буйында беҙҙең эраға тиклем 750 мең йылдар элек төйәкләнә һәм шул саҡта уҡ ут ала белә[1]. Урта палеолит осоронда бында неандерталдар йәшәй, уларҙың кәүҙә ҡалдыҡтары Кармәл тауы мәмерйәләрендә табыла. Мезолит осоронда был ерҙәргә натуфи мәҙәниәте ҡәбиләләре күсеп килә. 9 мең йыл самаһы элек ошонда Иерихон төҙөлә. Натуфиҙарҙы керамикаға тиклемге неолиттың тахуни мәҙәниәте алмаштыра (беҙҙең эраға тиклем VIII мең йыллыҡ), ә унан һуң ярмук мәҙәниәте урынлаша (беҙҙең эраға тиклем VI мең йыллыҡ).
Ҡәнғән
үҙгәртергәБеҙҙең эраға тиклем IV мең йыллыҡта күсмә семиттар менән урындағы протоһурриҙар ҡушылыуынан Ҡәнғәндең (урыҫ. Ханаан) башланғыс гасул осоро ярала (беҙҙең эраға тиклем IV мең йыллыҡ). Ҡәнғән осоро протойәһүд ҡәбиләләре баҫып ингәнгә тиклем 2 меңләп йыл дауам итә[2]. Бер ни тиклем ваҡыт Фәләстингә Боронғо Мысыр хужа була. Беҙҙең эраға тиклем XVIII быуатта Фәләстингә гиксостар һөжүм итә. Беҙҙең эраға тиклем XII быуатта Ҡәнғәндә пелештиҙәр төпләнә. Диңгеҙ буйлап һуҙылған территория атамаһы булып ошо халыҡтың исеме нығынып ҡала (Фәләстин — пелештиҙәр иле)[3].
Боронғо Исраил менән Йәһүҙиә тарихы
үҙгәртергәБиблияға ярашлы, Нун улы Йушағ етәкселегендәге боронғо йәһүд ҡәбиләләре Ҡәнғәнгә көнсығыштан Моав ерҙәре аша бәреп инә. Иң элек улар Иерихонды баҫып ала. Ҡәнғән ерҙәренең ҙур өлөшөн алған боронғо йәһүд ҡәбиләләре пелештиҙәрҙең аяуһыҙ ҡаршылығына осрай. Уларҙы тик Дауыт һәм Сөләймән батшалар ваҡытында ғына еңәләр. Сөләймәндең вафатынан һуң, беҙҙең эраға тиклем 928 йылда, боронғо йәһүд батшалығы төньяҡ (Исраил) һәм көньяҡ (Йәһүҙиә) өлөштәргә тарҡала. Беҙҙең эраға тиклем 722 йылда Исраилды ассирийҙар яулап ала. Улар исраилдарҙы ҡыуа, урындарына Месопотамия менән Сүриәнән йәһүд булмаған халыҡтарҙы (кутиҙарҙы, халдейҙарҙы, арамиҙарҙы) күсерә (4Батш. 17:24). Артабан уларҙың тоҡомдары самариҙар тип йөрөтөлә башлай. Беҙҙең эраға тиклем 586 йылда Йәһүҙиәне Бабил батшаһы Навуходоносор II яулай, әммә тиҙҙән Ике йылға араһын фарсылар баҫып ала һәм йәһүдтәргә Бабил әсирлегенән үҙ ерҙәренә ҡайтып китергә рөхсәт итә. Беҙҙең эраға тиклем IV быуатта Фәләстингә Селевкиҙар, унан һуң римлылар хужа була.
Рим һәм Византия осорҙары
үҙгәртергәРим осоро беҙҙең эраға тиклем 66 йылдан башлана. Шул заманда Помпей Көнсығыш Урта диңгеҙ буйы территориялары менән бергә Фәләстинде лә үҙенә ҡуша. Тәүҙә йәһүдтәр, алыҫтан тороп идара иткән римлылар илдең эске эштәренә ҡыҫылып бармаҫ, тип өмөләнә. Ләкин римлылар үҙҙәрен тоғро булған идумиҙарҙы власҡа килтерә, Бөйөк Ирод батша уларҙың иң билдәле вәкиле була.
132 йылда Йәрүсәлимдә тоҡанған Бар-Кохба етәкселегендәге ихтилал баҫтырыла, ҡайһы бер сығанаҡтар раҫлауынса, 1000 самаһы ҡала-ауыл емертелә, 500 000-дән ашыу кеше үлтерелә, йәһүдтәрҙең күп өлөшө римлылар тарафынан илдән ҡыуыла[4]. Йәһүҙиә провинцияһына, йәһүдтәрҙең бында йәшәүенең эҙен дә ҡалдырмаҫ өсөн, Сүриә Фәләстине тигән исем бирелә[5][6][7].
Рим империяһы 395 йылда тарҡала һәм Фәләстин Византияның провинцияһына әйләнә.
614 йылда Фәләстинде фарсылар яулап ала һәм Сәсәниҙәр империяһына ҡуша[8].
629 йылда Фәләстин ҡабат Византия провинцияһына әүерелә.
Ғәрәп осоро (638—1099)
үҙгәртергәҒәрәптәрҙең Фәләстингә тәүге бәреп инеүе 634 йылда була. Хәлиф Әбү Бәкерҙең ғәскәрҙәре Византияның Босра тигән ҡәлғәһен ҡулға төшөрә. Ғәрәп хәлифәлегенең ҡеүәте бөткәс, X быуатта Фәләстин Мысырға буйһона[9].
Тәре йөрөтөүселәр осоро (1099—1291)
үҙгәртергә1099 йылда Европа тәре йөрөтөүселәре Йәрүсәлимде баҫып ала һәм Йәрүсәлим короллеген иғлан итә. Короллеккә Фәләстиндән тыш Ливан менән Сүриәнең диңгеҙ буйы өлөшө лә ҡарай. Рыцарҙарҙың аҙ һанлы булыуы, үҙ-ара низағтар, Европа митрополиялары яғынан иғтибар етешмәү һөҙөмтәһендә короллек тарҡала. Тәре йөрөтөүселәр иң һуңғы булып 1291 йылда Акра ҡалаһын ҡалдыра.
Мәмлүктәр осоро (1291—1516)
үҙгәртергә1187 йылда тәре йөрөтөүселәргә Сәләх-әд-дин ҡаты һөжүм яһай. Ул ҡыҫҡа ваҡытҡа Йәрүсәлимде ала. Шунан ул Әйүбиҙәр тип йөрөтөлгән үҙ династияһы менән Мысырҙа нығына; Әйүбиҙәрҙе мәмлүктәр алмаштыра. Айн-Ялут эргәһендәге алышта монголдарҙың һөжүмен кире ҡағып, 1260 йылдың 3 сентябрендә мысырҙар Фәләстиндәге хакимлығын нығыта. Был еңеү менән илһамланып, мәмлүктәр Бейбарс етәкселеге аҫтында Фәләстиндең төньяғында тәре йөрөтөүселәрҙең замоктарын да тартып ала: 1265 йылда Цесария менән Арсуф бирелә, 1266 йылда Сафед ҡолай[10].
Ғосман империяһы хакимлығы аҫтында (1516—1917)
үҙгәртергә1517 йылда Фәләстин территорияһы Сәлим I солтан (1512—1520) етәкселегендәге ғосман төрөктәре тарафынан баҫып алына. 400 йыл буйы ул ғәйәт ҙур Ғосман империяһы составында була.[11]
Христиандар һәм йәһүҙиҙәр, мосолман ҡанундарына ярашлы, «зимми» статусына эйә була, йәғни граждан булараҡ һәм дин тотоуҙа сағыштырмаса ирекле, әммә ҡорал тоторға, армияла хеҙмәт итергә, ат менеп йөрөргә хоҡуҡһыҙ һәм айырым һалымдар түләргә тейеш була[12].
XVI быуатта йәһүд общиналары Йәрусәлим, Хеврон, Цфат, Тверия ҡалаларында ныҡлы төпләнеп ҡала.
1799 йылда Фәләстингә Наполеон һөжүм итә. Француздар Ғәззәне, Рамланы, Лодты һәм Яффаны ала. Төрөктәр ныҡ ҡаршы тора, шунан уларға ярҙамға инглиз флоты килә. Ауыр артиллерияһы булмағанлыҡтан Наполеон Мысырға сигенергә мәжбүр була.
1800 йылда Фәләстин халҡы 300 меңдән артыҡ булмай, шуның 25 меңе христиан була. Христиандар Йәрүсәлимдә, Назаретта һәм Бет-Лехемда (урыҫ. Вифлеем) йәшәй. 5 мең самаһы йәһүд булып (башлыса сефардтар), күпселеге Йәрусәлим, Хеврон, Цфат, Тверия ҡалаларында йәшәй. Илдең ҡалған халҡы (270 мең самаһы) мосолмандар, бөтәһе лә тиерлек сөнниҙәр була
1800—1831 йылдарҙа илдең территорияһы ике вилайәткә бүленә. Үҙәк-көнсығыш таулы район төньяҡта Шхемдан башланып көньяҡта Хевронға тиклем (Йәрүсәлимде лә индереп) етә һәм был өлөш Дамаск вилайәтенә ҡарай; Галилея менән диңгеҙ буйы һыҙаты Акко вилайәтенеке була. Негевтың ҙур өлөшө был ваҡытта Ғосман буйһоноуында була.
1832 йылда Фәләстин территорияһы Мысыр вице-короле Мөхәммәт Алиҙың улы хәрби түрә Ибраһим паша тарафынан яулап алына. Мысырҙар уға һигеҙ йыл идара итә (1832—1840), Европаса реформалар үткәрә, был ғәрәптәрҙең ризаһыҙлығын уята. Уларҙың болалары көс менән баҫтырыла. 1838 йылда Мысыр хөкүмәте Англияға Йәрүсәлимдә консуллыҡ асырға рөхсәт итә (быға тиклем Европа дәүләттәренең консуллыҡтары Акко, Хайфа, Яффа кеүек портлы ҡалаларҙа һәм Рамлала ғына була). 20 йылдан Көнбайыштың бөтә эре дәүләттәренең, шул иҫәптән АҠШ-тың да Йәрүсәлимдә консуллыҡтары була.
XIX быуатта Йәрүсәлим ҡабаттан мөһим йәһүд үҙәге Эрец-Исраэлгә әүерелә. Исраил менән дини беренселек өсөн ярышҡан Цфат ер тетрәүҙән (1837) ныҡ зыян күрә, 2 меңләп йәһүд һәләк була һәм бөлә.
1841 йылда Фәләстин менән Сүриә яңынан Төркиә контроллеге аҫтына ҡайта. Был мәлгә илдә йәһүдтәр һаны ике тапҡырға артып өлгөргән була, ә христиандар менән мосолмандар һаны үҙгәрешһеҙ ҡала.
1880 йылға Фәләстин халҡының һаны 450 меңгә етә, шуның 24 меңе йәһүд була. Йәһүдтәрҙең күпселеге әүәлгесә Йәрүсәлимдә (ундағы 25 мең кешенең яртыһынан ашыуы йәһүд), Цфатта (4 мең), Тверияла (2,5 мең) һәм Хевронда (800), шулай уҡ Яффала (1 мең) һәм Хайфала (300) йәшәй. Йәрүсәлим илдең иң эре ҡалалары иҫәбенә инә. Йәһүдтәрҙең ҙур өлөшө сефард общинаһына ҡарай, уларға Төньяҡ Африка, Бохара, Иран һәм башҡа илдәрҙән иммиграциялаған йәһүдтәр өҫтәлә. Ашкеназ общинаһы башлыса Көнсығыш Европа йәһүдтәренән тора, был йәһүдтәр хәсидтәргә һәм улар менән дошманлашып йәшәгән митнагдимдарға бүленә. Күпселек йәһүдтәр ҡәтғи ортодоксия яҡлы була һәм раввиндарға буйһона. Одесса менән Яффа араһында пароход юлы асылғас, алия (йәһүдтәрҙең Израилгә ҡайтыуы) ағымы көсәйә төшә, йәһүдтәрҙең һаны артыу дауам итә.
Йәһүдтәрҙең Сионға ынтылыуы һәм сәйәси сионизм барлыҡҡа килеүе
үҙгәртергәДиаспорала йәшәгән йәһүдтәрҙең һәр ваҡыт Сионға һәм Фәләстингә ҡайтҡыһы килә. XII быуаттан башлап йәһүдтәрҙең христиан сиркәүе тарафынан эҙәрлекләнеүе уларҙың Изге ергә ағыла башлауына килтерә. 1492 йылда был ағым Испаниянан ҡыуылған йәһүдтәр менән тулынлана, улар Цфат йәһүд общинаһына нигеҙ һала.
Хәҙерге заман йәһүд иммиграцияһының тәүге тулҡыны (Беренсе алия) 1881 йылда башлана, йәһүдтәр үҙҙәренә ҡаршы ҡыйралыштар башланыу һөҙөмтәһендә Рәсәйҙән ҡаса[13].
Сәйәси сионизм барлыҡҡа килгәс, йәһүдтәрҙең Израиль ерендә үҙ дәүләтен төҙөргә ынтылышы уны тормошҡа ашырыу буйынса ойоштороу эштәре баҫҡысына күсә. Сәйәси сионизмға, йәғни Израиль ерендә йәһүд дәүләтен булдырыу маҡсатын ҡуйған хәрәкәткә, нигеҙ һалыусы тип Теодор Герцль һанала[14][15] 1896 йылда Герцль «Йәһүд дәүләте» (нем. Der Judenstaat) тигән китабын сығара, ә бер йылдан беренсе Бөтә донъя йәһүд конгресына етәкселек итә.[16].
Фәләстиндә Британия мандаты (1918—1948)
үҙгәртергәИкенсе алия (1904—1914 йылдар) Кишинёв ҡыйралышынан һуң башлана. Сама менән 40 мең йәһүд Фәләстингә килеп төпләнә. Беренсе һәм Икенсе алия иммигранттарының күпселеге ортодоксаль йәһүд була,[17] ләкин Икенсе алия менән социалистар ҙа килә, улар артабан киббуц хәрәкәтен нигеҙләй[18].
Беренсе донъя һуғышы ваҡытында В. Жаботинский һәм И. Трумпельдор инициативаһы буйынса британ армияһы составында «Йәһүд легионы» төҙөлә, ул британ ғәскәрҙәренә Фәләстинде баҫып алыуҙа ярҙамлаша. 1917 йылдың ноябрендә Бөйөк Британияның сит ил эштәре министры Артур Бальфур артабан Бальфур декларацияһы тип аталған документты баҫып сығара. Унда Британияның «Фәләстиндә йәһүд халҡы өсөн милли йортҡа нигеҙ һалыуға» ыңғай ҡарауы белдерелә[19].
1919—1923 йылдарҙа (Өсөнсө алия) Фәләстингә башлыса Көнсығыш Европанан 40 мең йәһүд күсә. Был тулҡында ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән һәм иҡтисадты үҫтерерлек кешеләр күп була. Изрэель һәм Хефер үҙәндәрендәге һаҙлыҡтар киптерелә һәм ауыл хужалығы өсөн яраҡлыға әйләнә. Ошо осорҙа профсоюздар федерацияһы Һистадрут ойошторола.
Ғәрәптәрҙең ҡаршылыҡ күрһәтеүе 1920 йылда Фәләстин фетнәләрен тоҡандыра, быға яуап итеп, йәһүдтәрҙең «Һаганаһ» (ивритса оборона) тип аталған хәрби ойошмаһы барлыҡҡа килә[20].
Сан-Ремолағы конференция (1920) ҡарарҙары нигеҙендә Милләттәр Лигаһы 1922 йылда Бөйөк Британияға Фәләстин өҫтөнән мандат тапшыра, был «илдә йәһүд милли йортон ойоштороу хәүефһеҙлеге өсөн сәйәси, административ һәм иҡтисади шарттар булдырыу» ихтыяжы менән аңлатыла.[21].
Ул саҡта илдә мосолман ғәрәптәр күпселекте тәшкил итә, әммә иң ҙур ҡала булған Йәрүсәлимдә йәһүдтәр күпселекте алып тора[22].
Мандат башланғас та тоҡанған Яффа фетнәләре арҡаһында Британия йәһүд иммиграцияһын сикләй һәм 1921 йылда мандат территорияһының 3/4 өлөшөн яңы ойошторолған Трансиордания әмирлегенә тапшыра, һуңынан (1946 йылда) унда бойондороҡһоҙ Трансиордания короллеге булдырыла[23], уның территорияһында йәһүдтәргә төпләнеү тыйыла[24].
1924—1929 йылдарҙа (Дүртенсе алия) Фәләстингә 82 мең йәһүд килә, быға башлыса Польша менән Венгрияла антисемитсылыҡ тулҡыны күтәрелеү сәбәп була. Был ағым башлыса урта синыфҡа ҡараған ғаиләләрҙән тора, улар үҫештәге ҡалаларға килеп төпләнә, сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы һәм еңел сәнәғәт тармаҡтарында бәләкәй предприятиелар аса. Һуңынан был тулҡын менән килгәндәрҙең 23 меңе кире китә.
1930-сы йылдарҙа Германияла көсәйгән нацизм Бишенсе алияға сәбәп була. Был ағым 1936—1939 йылдарҙағы Ғәрәп ихтилалы менән тамамлана, Британия 1939 йылда "Аҡ китап"ты нәшер итә, ул ғәмәлдә йәһүдтәрҙең Фәләстингә иммиграцияһын туҡтата. Донъя илдәре Холокосттан ҡасҡан йәһүдтәрҙе ҡабул итеүҙән баш тарта, Бөйөк Британияның Фәләстингә күсеүҙе тыйыуы менән бергә был сара миллиондар өсөн үлем янағанын аңлата. Фәләстингә йәшерен рәүештә күсеүҙе ойоштороу өсөн «Моссад ле-Алия Бет» тигән йәшерен ойошма булдырыла, ул йәһүдтәргә йәшерен рәүештә Фәләстингә инергә булышлыҡ итә.
Икенсе донъя һуғышы тамамланғанда, Фәләстиндәге йәһүдтәр һаны 33 процент тәшкил итә (сағыштырыу өсөн: 1922 йылда — 11 процент)[25][26].
Израилде төҙөгәс
үҙгәртергә1947 йылдың аҙағында Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ҡарарына ярашлы британ Фәләстинен ғәрәп һәм йәһүд өлөштәренә бүлергә һәм Йәрүсәлим районына БМО идаралығы аҫтындағы айырым статус бирергә хәл ителә. Ләкин ғәрәптәр үҙҙәренеке тип һаналған территорияла Израиль Дәүләте төҙөүгә ҡаршы була. Оҙайлы ғәрәп-израиль конфликты башлана.
Беренсе ғәрәп-израиль һуғышы һөҙөмтәһендә Фәләстин территорияһы Израиль, Мысыр һәм Трансиордания араһында бүленә[27].
Ғәрәп әүҙемдәре шунда уҡ Израилгә ҡаршы террористик һөжүмдәргә күсә. Теракттарҙың күпселеге Мысыр разведкаһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторола һәм Гәззә секторы һәм Йәһүҙиә менән Самария территорияһынан тормошҡа ашырыла.
Ғәрәптәрҙе халыҡ-ара ойошмалар һәм социалистик лагерь илдәре хуплай. 1967 йылда Алты көнлөк һуғыш һөҙөмтәһендә британ Фәләстиненең ҙур майҙаны Израиль контроленә эләгә. 1987 йылда башланған Беренсе фәләстин интифадаһы һөҙөмтәһендә БМО менән Израиль араһында һөйләшеүҙәр үткәрелә, улар буйынса Осло Килешеүҙәре ҡабул ителә. 1994 йылда Фәләстин милли хакимиәте ойошторола, уның етәксеһе итеп Ясир Арафат ҡуйыла. Рамаллаһ ҡалаһында Фәләстин хакимиәтенең баш ҡалаһы урынлаша.
2005 йылда Израиль "Бер яҡлы сикте айырыу планы"н тормошҡа ашырғанда Ғәззә секторы (Газа секторы)нан бөтә йәһүд тораҡ пункттарын эвакуациялай һәм ғәскәрҙәрен дә алып сыға.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Анати Эммануэль. Палестина до древних евреев / Пер. А. Б. Давыдовой. — М.: Центрполиграф, 2008. — 416 с.: ил. — Серия «Загадки древних цивилизаций». — ISBN 978-5-9524-3209-3
- Грант Майкл. История Древнего Израиля. — М.: Терра-Книжный клуб, 1998. — 336 с. — ISBN 5-300-01817-1
- Грей Джон. Ханаанцы. На земле чудес ветхозаветных. — М.: Центрполиграф, 2003. — 224 с.: ил. — Серия «Загадки древних цивилизаций». — ISBN 5-9524-0639-4
- Еврейские культуры: новый взгляд на историю: Сб. / Под ред. Давида Биля. — М.: Книжники, 2013. — 352 с. — Серия «История евреев». — ISBN 978-5-7516-1131-1
- Косидовский Зенон. Библейские сказания / Пер. с пол. Э. Гессен, Ю. Мирской. — М.: Политиздат, 1978. — 4-е изд. — 456 с.: ил. — Серия «Библиотека атеистической литературы».
- Крывелев И. А. Раскопки в библейских странах. — М.: Советская Россия, 1965. — 320 с.: ил.
- Липовский И. П. Библейский Израиль. История двух народов. — СПб.: ИЦ «Гуманитарная Академия», 2010. — 576 с. — ISBN 978-5-93762-066-8
- Нот Мартин. История Древнего Израиля / Пер. Ю. П. Вартанова. — СПб.: Изд-во «Дмитрий Буланин», 2014. — 496 с. — Серия «Biblia continua». — ISBN 978-5-86007-751-5
- Тантлевский И. Р. История Израиля и Иудеи до 70 г. н. э. — М.: Изд-во Русской Христианской гуманитарной академии, 2014. — 432 с. — ISBN 978-5-88812-580-9
- Хэнкок Грэм. Ковчег завета. — М.: Вече, 1999. — 512 с. — Серия «Тайны древних цивилизаций». — ISBN 5-7838-0436-3
- Церен Эрих. Библейские холмы / Пер. с нем. Н. В. Шафранской. — М.: Правда, 1986. — 2-е изд. — 480 с.: ил.
- Циркин Ю. Б. История библейских стран. — М.: ООО «АСТ», Астрель, Транзиткнига, 2003. — 576 с. — Серия «Классическая мысль». — ISBN 5-17-018173-6
- Шифман И. Ш. Сирийское общество эпохи принципата (I—III вв. до н. э.). — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1977. — 312 с.
- Шифман И. Ш. Ветхий Завет и его мир. — М.: Политиздат, 1987. — 240 с.: ил.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Установлена дата приручения огня человеком 2010 йыл 31 июль архивланған.
- ↑ Завоевание Палестины древнееврейскими племенами
- ↑ Густав Гече. Библейские истории
- ↑ Roman Palestine // Palestine (ингл.). Энциклопедия Британника. Дата обращения: 21 ғинуар 2013. Архивировано 2 февраль 2013 года.
- ↑ Израиль. Земля Израиля (Эрец-Исраэль). Исторический очерк — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
- ↑ Abraham Malamat, Haim Hillel Ben-Sasson. A History of the Jewish People. — Harvard University Press, 1976. — P. 334. — 1170 p. — ISBN 0674397312, 9780674397316.
- ↑ Ariel Lewin. The Archaeology Of Ancient Judea And Palestine. — Getty Publications, 2005. — P. 33. — 204 p. — ISBN 0674397312, 9780674397316.
- ↑ К. А. Панченко. Регионы и периферия В. и. Сирия и Палестина . 26 мая 2008 г. Т. VIII. с. 192–197.. Православная энциклопедия (М., 2004). Дата обращения: 21 ғинуар 2013. Архивировано 2 февраль 2013 года.
- ↑ Период правления династий Тулунидов и Ихшидидов
- ↑ Мамелюкский период 2009 йыл 15 апрель архивланған.
- ↑ Palestine: The Crusades (ингл.) (2007). Дата обращения: 19 сентябрь 2007. Архивировано 21 август 2011 года.(инг.) (2007). Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 август 2011. 19 сентября 2007 тикшерелгән.
- ↑ Турция — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
- ↑ Immigration (ингл.). Jewish Virtual Library. The American-Israeli Cooperative Enterprise. Дата обращения: 12 июля 2007. Архивировано 21 август 2011 года.(инг.). Jewish Virtual Library. The American-Israeli Cooperative Enterprise. Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 август 2011. 12 июля 2007 тикшерелгән. The source provides information on the First, Second, Third, Fourth, and Fifth Aliyot in their respective articles. The White Paper leading to Aliyah Bet is discussed here.
- ↑ Kornberg 1993 «How did Theodor Herzl, an assimilated German nationalist in the 1880s, suddenly in the 1890s become the founder of Zionism?»
- ↑ Herzl 1946, p. 11
- ↑ Chapter One: The Heralders of Zionism (ингл.). Jewish Agency for Israel. Дата обращения: 12 июля 2007. Архивировано 21 август 2011 года. 2009 йыл 27 апрель архивланған.(инг.). Jewish Agency for Israel. Тәүге сығанаҡтан 2009 йыл 27 апрель архивланған. архивланған 21 август 2011. 12 июля 2007 тикшерелгән.
- ↑ Stein 2003, p. 88. «As with the First Aliyah, most Second Aliyah migrants were non-Zionist orthodox Jews…»
- ↑ Romano 2003, p. 30
- ↑ Balfour Declaration 1917 (ингл.). The Avalon Project at Yale Law School. Yale University (2 ноябрь 1917). Дата обращения: 7 июль 2008. Архивировано 21 август 2011 года. 2007 йыл 4 июль архивланған.(инг.). The Avalon Project at Yale Law School. Yale University (2 ноября 1917). Тәүге сығанаҡтан 2007 йыл 4 июль архивланған. архивланған 21 август 2011. 7 июля 2008 тикшерелгән.
- ↑ Scharfstein 1996, p. 269. «During the First and Second Aliyot, there were many Arab attacks against Jewish settlements… In 1920, Hashomer was disbanded and Haganah („The Defense“) was established.»
- ↑ League of Nations: The Mandate for Palestine, July 24, 1922 (ингл.). Modern History Sourcebook. Fordham University (24 июль 1922). Дата обращения: 5 июль 2008. Архивировано 21 август 2011 года.
- ↑ J. V. W. Shaw, «A Survey of Palestine, Vol 1: Prepared in December 1945 and January 1946 for the Information of the Anglo-American Committee of Inquiry», Reprinted 1991 by The Institute for Palestine Studies, Washington, D.C., p.148
- ↑ Уинстон Черчилль и сионизм: история метаний Станислав Кожеуров, Иван Фадеев, Алек Д. Эпштейн, «Лехаим» ноябрь 2009
- ↑ Государство Израиль. Израиль и палестинская проблема — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
- ↑ The Population of Palestine Prior to 1948 (ингл.). MidEastWeb. Дата обращения: 5 июль 2008. Архивировано 21 август 2011 года.(инг.). MidEastWeb. Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 август 2011. 5 июля 2008 тикшерелгән.
- ↑ Population Statistics" (ингл.). Israeli - Palestinian ProCon.org. Дата обращения: 7 июль 2008. Архивировано 22 июль 2005 года.(инг.). Israeli — Palestinian ProCon.org. Тәүге сығанаҡтан 2005 йыл 22 июль архивланған. архивланған 22 июль 2005. 7 июля 2008 тикшерелгән.
- ↑ после аннексии Западного берега реки Иордан переименованной в Иорданию
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Израиль. Земля Израиля (Эрец-Исраэль). Исторический очерк — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
- Краткая история Палестины за последние 10 тыс. лет 2004 йыл 15 декабрь архивланған.
- Карта Палестины от 1475 года
- Сирия и Палестина