Фуркат

үзбәк шағиры һәм публицисы

Закиржан Фуркат (үзб. Zokirjon Xolmuhammad o`g`li Furqat; 18581909) — үзбәк шағиры һәм публицисы.

Фуркат
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Коканд ханлығы
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1858[1][2][3][…]
Тыуған урыны Коканд, Коканд ханлығы[4]
Вафат булған көнө 1909[1][2][3][…]
Вафат булған урыны Яркенд[d], Синьцзян[d], Цин империяһы[4]
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы

Закиржан Халмухаммед, үҙенә Фуркат (Айырылыу) псевдонимын ала, тыуған 1858 йылда Коканд, ҡалаһында ваҡ сауҙагәр-һөнәрсе ғаиләһендә тыуған. Ул мәктәптә, һуңынан мәҙрәсәлә уҡыған. Һатыусы приказчик булып эшләй. 1889 йылда Фуркат Ташкентҡа күсеп һәм Күкелдаш мәҙрәсәһендә урынлаша. Ташкентта шағир ике йыл йәшәй. Фуркат ижадының иң емешле осоро була был.

Уның шиғырҙары — XIX быуат аҙағы— XX быуат башындағы үзбәк лирик шиғриәтенең иң яҡшы өлгөләре. Уның бик күп ғәзәлдәре халыҡ йырҙары булараҡ билдәлелек алды.

Фуркат үзбәк шағирҙары араһында беренсе публицист та була, рус телен, рус фәнен һәм техникаһын өйрәнеү кәрәклеге тураһында яҙа. Фуркат мәғрифәтселеккә өндәй, халҡын, рус теле аша донъя мәҙәниәтенә ылыҡтырып, ағартыуға ынтыла.

1891 йылда Фуркат Ташкенттан булған Сәмәрҡәндҡә сығып китә. Унан Төркиәлә, Грецияла, Болгарияла, Мысырҙа була. 1892 йылда Фуркат китте Ғәрәбстанға, Мәккәгә йүнәлә. 1892 йылдың көҙөндә килде Фуркат Мумбаиға килә. Ошонан башлап ул Һиндостан буйлап үҙенең сәйәхәтен башлай. Кашмирҙа һәм Ҡашғарҙа була. Фуркат һуңыраҡ ҡытай провинцияһы Шеңжанға күсеп килә һәм Яркендта йәшәй.

Әҫәрҙәре: «Гимназия», «Фән тураһында», «Театр тураһында», «Рояль», «Суворов», «Шағирҙың тәғәйенләнеше һәм шиғриәттең юғарылғы тураһында». Н. Гребнев тәржемәһендә: «Ташкент ҡалаһында ойошторолған музыкаль йыйылыш тураһында», «Ташкент ҡалаһындағы күргәҙмә тураһында», «Елгә мөрәжәғәт итеү».

Рус теленә тәржемәләре

үҙгәртергә

См. Наум Гребнев. Истоки и устья. Переводы из узбекской поэзии Изд-во Гафура Гуляма Ташкент 1983

См. Наум Гребнев. Другие слова. Избранные переводы из узбекской народной и классической поэзии. Издательство литературы и искусства им. Гафура Гуляма. Ташкент 1973

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Закирджан Халмухаммад Фуркат (1858—1909)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #122092775 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Swartz A. Furqat // Open Library (ингл.) — 2007.
  3. 3,0 3,1 Furqat // Faceted Application of Subject Terminology
  4. 4,0 4,1 Фуркат // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.