Фольино Альфредо
Альфредо Фольино (исп. Alfredo Foglino; 1 февраль 1892 йыл — 9 июль 1968) — Уругвай футболсыһы һәм тренеры.
Альфредо Фольино | ||
Информация | ||
Тулы исеме | Альфредо Фольино | |
Ҡушаматы | Mariscal (Маршал) | |
Тыуа | 1 февраль 1892 Монтевидео, Уругвай | |
Вафат | 9 июль 1968 (76 йәш) Монтевидео, Уругвай | |
Гражданлығы | Уругвай | |
Позиция | һаҡсы | |
Карьера | ||
Клуб карьераһы* | ||
1911—1925 | Насьональ | 409 (132) |
Йыйылма командаһы** | ||
1912—1923 | Уругвай | 47 (0) |
Тренер карьераһы | ||
1915—1916 | Уругвай | уйнаусы тренер |
Халыҡ-ара миҙалдары | ||
Көньяҡ Америка чемпионаты | ||
Алтын | Буэнос-Айрес 1916 | |
Алтын | Монтевидео 1917 | |
Алтын | Чили 1920 | |
* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала. ** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе. |
Биографияһы
үҙгәртергәФольиноның «Насьональ» өсөн дебюты 1911 йылда була. Командала 14 йыл уйнау осоронда ул 409 матч үткәрә, шул иҫәптән туғыҙ тапҡыр футбол буйынса Уругвай чемпионы исемен яулай. Ун йыл дауамында «Насьональ» капитаны була[1].
Фольио Уругвай йыйылма командаһы өсөн 47 матчта уйнай, тәүге уйынына 1912 йылдың авгусында сыҡһа, үҙенең һуңғы халыҡ-ара матчын 1923 йылдың июлендә үҙғара[2].
Ул Уругвай өсөн 1916 йылда тарихта беренсе тапҡыр үткән футбол буйынса Көньяҡ Америка чемпионатында һәм тарихта беренсе тапҡыр континенталь беренселектә уйнай. Уругвай командаһы Көньяҡ Американың беренсе чемпионы була, Фольино Чили менән Аргентинаға ҡаршы матчтарҙа сыға. Был турнирҙан һуң күп тә үтмәй ул 1916 йылда Липтон кубогында ҡатнаша[3].
Бер йылдан һуң ул Америка кубогында уйнай һәм Уругвай командаһы составында тағы ла чемпион исемен яулай. Фольино Бразилия һәм Аргентинаға ҡаршы тәүге ике матчта уйнай.
Өсөнсө тапҡыр континент чемпионатында Фольино 1919 йылда Америка Кубогында уйнай, әммә был юлы команда икенсе урын ала. Бөтә дүрт осрашыуҙа ла: Аргентина, Чили һәм Бразилия менән ике матчта ла Фольино ҡатнаша.
Киләһе 1920 йылда Уругвай йыйылма командаһы континент чемпионатында өсөнсө тапҡыр уңышҡа өлгәшә, Фольино Аргентина, Бразилия һәм Чили командаларына ҡаршы матчтарҙа уйнай.
Бишенсе Һәм һуңғы тапҡыр Фольино Америка Кубогының континенталь беренселегендә 1921 йылда ҡатнаша. Был барлыҡ турнирҙарҙың иң уңышһыҙы була: Уругвай ни бары өсөнсө урын ғына биләй. Фольино Парагвай, Аргентина һәм Бразилияға ҡаршы матчтарҙа уйнай.
Тренер карьераһы
үҙгәртергә1915—1916 йылдарҙа Фольино Уругвай йыйылма командаһының уйнаусы тренеры итеп тәғәйенләнә. Был ваҡытта уға 23 йәш була һәм Уругвай йыйылма командаһы футбол буйынса Көньяҡ Америка чемпионатында еңеү яулай. Беренсе тапҡыр ойошторолған континент чемпионатында уға командалаштары «Mariscal» (Маршал) ҡушаматын таға. Фольино һөжүмселәргә ҡарата үҙенең ҡәтғи мөнәсәбәттәре менән билдәле була, ул хатта трибунала булғанда ла уның көслө тауышы уйынсыларға ишетелеп тора[4].
Титулдары
үҙгәртергә- Уругвай чемпионы (9): 1912, 1915, 1916, 1917, 1919, 1920, 1922, 1923 (АУФА), 1924 (АУФА)
- Дәғүәселек кубогы эйәһе (7): 1912, 1913, 1914, 1915, 1919, 1921, 1923
- Дан кубогы эйәһе (5): 1913, 1914, 1915, 1916, 1917
- / Тай Компетишн кубогы эйәһе (2): 1913, 1915
- / Коусиньер даны кубогы эйәһе (3): 1915, 1916, 1917
- / Альдао кубогы эйәһе (3): 1916, 1919, 1920
- Көньяҡ Америка чемпионы (3): 1916, 1917, 1920
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Alfredo Foglino (исп.). Club Nacional de Football. Дата обращения: 7 декабрь 2009. Архивировано 29 декабрь 2012 года. 2011 йыл 9 август архивланған.
- ↑ Appearances for Uruguay National Team . RSSSF. Дата обращения: 7 декабрь 2009. Архивировано 29 декабрь 2012 года.
- ↑ Copa Lipton
- ↑ Т. Волек. . — GiA, 1995. — С. 11. — ISBN 83-902751-2-0.