Филипп Иоганн фон Страленберг

(Филипп Иоганн Страленберг битенән йүнәлтелде)

Фи́липп Иоганн (Ю́хан) Табберт фон Стра́ленберг (швед. Philip Johan von Strahlenberg; 1676—1747) — сәйәхәтсе, географ һәм этнограф.

Филипп Иоганн фон Страленберг
Philipp Iohan von Strahlenberg
Исеме

Филипп Иоганн (Юхан) Табберт

Тыуған көнө

1676({{padleft:1676|4|0}})

Тыуған урыны

Штральзунд, Швеция (хәҙ. Германияның Мекленбург-Алғы Померанияла)

Вафат көнө

1747({{padleft:1747|4|0}})

Вафат урыны

Йетинге, Швеция

Ғилми даирәһе

этнография, география

Автограф

Биография

үҙгәртергә

1676 йылда Балтик диңгеҙе буйындағы Швецияның[1] Штральзунд ҡалаһында тыуған. Үҙенә хәрби юл һайлап, 1694 йылдан алып швед армияһында хеҙмәт итә башлай. Төньяҡ һуғышында ҡатнаша, 1703 йылда Торн ҡәлғәһен алыуҙа ҡатнашыуы өсөн капитан дәрәжәһен ала, ә 1707 йылдың 31 ғинуарында батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн Карл XII уға дворянлыҡ һәм Страленберг фамилияһын бирә[2]. 1709 йылдың 27 июнендә Полтава һуғышында ҡатнаша, тотҡонға алынғас Мәскәүгә ебәрелә, унан 1711 йыл башында Хлыновҡа, ә шул уҡ йылдың йәйендә Тубыл (Тобольск) ҡалаһына күсерелә[3].

Тубылда йәшәгән саҡта Себерҙең тарихын, географияһын һәм этнографияһын өйрәнә[4]. Шулай уҡ географик карта төҙөү менән шөғөлләнә, уның тәүге картаһы 1715 йылғы янғындан һуң юғала[5].

Немец ғалимы Даниил Готлиб Мессершмидт Тубылда булған саҡта уның менән таныша һәм ҡала хакимиәтенән Страленбергты үҙе менән экспедицияға ебәреүҙе һорай. 1721 йылдың 27 февралендә рөхсәтнәмә алына һәм Страленберг экспедиция составына инә[6][7]. Себерҙә Томск, Нарым, Абакан, Красноярск, Енисейск һәм башҡа ҡала-ҡәлғәләрҙә була.

Швеция менән һуғыш тамаланғас, Страленберг тыуған иленә ҡайтыуға рөхсәт ала, һәм ул 1722 йылдың 13 майында Красноярсктан Мәскәүгә йүнәлә. 1723 йылда Швецияға ҡайта, бында уға подполковник дәрәжәһен бирелә. 1740 йылда Карсгам ҡәлғәһенең коменданты итеп тәғәйенләнә.

1747 йылда Швецияның Йетинге ҡалаһында вафат була.

Ғилми эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
 
Страленберг тарафынан төҙөлгән Рәсәй империяһының картаһы.

Страленбергтың хеҙмәттәре Рәсәйҙең географияһына һәм уның халыҡтарының этнографияһына бағышланған. Ул шулай уҡ Урал һәм Себер халыҡтары телдәре хаҡында мәғлүмәттәр яҙып ҡалдырған. Страленбергтың хеҙмәттәре 1736 һәм 1738 йылдарҙа — инглиз, 1757 йылда — француз, 1780 йылда — испан телдәренә тәржемә ителә. 1797 йылда рус телендә «Ярымтөн-көнсығыш Европа һәм Азияның тарихи һәм географик тауисирламаһы» (рус. «Историческое и географическое описание полуночно-восточной части Европы и Азии») тип исемләнгән китабы баҫылып сыға.

1730 йылда Страленберг «Das Nord- und Östliche Theil von Europa und Asia» (рус. «Историческое и географическое описание северной и восточной частей Европы и Азии»; рус телендәге тәржемәһе 1797 йылда) китабын баҫтырып сығара. Был китапта Пётр I һәм уның эшмәкәрлеге хаҡында Рәсәйҙә таралған баһаламаларҙы килтерә, башҡорттарҙы «истәктәр» тип телгә ала һәм тәүгеләрҙән булып башҡорттарҙың килеп сығышының фин-уғыр теорияһын тәҡдим итә[4]. Китабында шулай уҡ 32 телдән алынған мәғлүмәт менән бер рәттән башҡорт теленән материалдар килтерә һәм башҡорт, ҡырым, ҡырғыҙ, үзбәк һәм төркмән татарҙары телдәре берҙәм диалект тәшкил итә тип билдәләп үтә[8].

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Vorbericht eines zum Druck verfertigten Werckes von der Grossen Tartarey und dem Königreiche Siberien. mit einem Anhang von Groß-Russland. Schneider, Stockholm 1726.  (нем.) (Предварительное сообщение о Великой Татарии и Сибирском царстве)
  • Das Nord- und Östliche Theil von Europa und Asia, in so weit solches das gantze Russische Reich mit Sibirien und der grossen Tatarey in sich begriffet. in Verlegung des Autoris, Stockholm 1730.  (нем.) (Историко-географическое описание Северной и Восточной частей Европы и Азии)
  • Записки капитана Филиппа Иоганна Страленберга об истории и географии Российской империи Петра Великого : Северная и Восточная часть Европы и Азии / Составители Е. А. Савельева, Ю. Н. Беспятых, В. Е. Возгрин. — М.-Л.: Институт истории СССР АН СССР, 1985-86. — 446 с. — 400 экз. — ISBN отсутствует.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хәҙерге Германияның Мекленбург-Алғы Померанияла
  2. Новлянская М. Г., 1966, с. 25—26
  3. Новлянская М. Г., 1966, с. 27
  4. 4,0 4,1 Кучумов И. В. Филипп Иоганн фон Страленберг // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Новлянская М. Г., 1966, с. 30
  6. Новлянская М. Г. Даниил Готлиб Мессершмидт и его работы по исследованию Сибири. — Л.: Наука, 1970. — С. 22.
  7. Напольских В. В. Дважды забытый (Д. Г. Мессершмидт — первый исследователь удмуртского языка и культуры) 2008 йыл 4 декабрь архивланған.
  8. Ишбирҙин Э. Ф. Башҡорт тел ғилеме // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  • Андреев А. И. Очерки по источниковедению Сибири. Вып. второй : XVIII век (первая половина). — М.-Л.: Издательство «Наука», 1965. — С. 32-44. — 1300 экз. — ISBN отсутствует.
  • Грищев В. А. Карта Сибири Филиппа Иоганна фон Страленберга // Краеведческие записки / Иркут. обл. краев. музей — Иркутск: Изд-во Института географии им. В. Б. Сочавы СО РАН, 2007.
  • Зиннер Э.П. Сибирь в известиях западноевропейских путешественников и учёных XVIII века. — Иркутск: Восточно-сибирское книжное издательство, 1968. — 121-139 с. — 10 000 экз. — ISBN отсутствует.
  • Новлянская М. Г. Филипп Иоганн Страленберг : Его работы по исслелованию Сибири / Отв. ред. М. И. Белов. — М.-Л.: Издательство «Наука», 1966. — 96 с. — 7000 экз. — ISBN отсутствует.
  • Савельева Е. А. Русские переводы книги Ф.-И. Страленберга в первой половине XVIII в. // Записки капитана Филиппа Иоганна Страленберга об истории и географии Российской империи Петра Великого : Северная и Восточная часть Европы и Азии. — М.-Л.: Ин-т истории СССР АН СССР, 1985—1986. — С. 221—240. — 400 экз. — ISBN отсутствует.

Һылтанмалар

үҙгәртергә