Филатов Михаил Михайлович
Филатов Михаил Михайлович (16 апрель 1887 йыл— 29 сентябрь 1942 йыл) — Рәсәй империяһының Һәм СССР-ҙың инженер-геологы, тупраҡ белгесе, ер ҡатламы ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе , МДУ-ның ер ҡатламы ғилеме (грунтоведение) буйынса кафедраһын нигеҙләүсе, тупраҡ белгесе профессоры (1929) геолого-минералогия һәм техник фәндәр докторы (1935), МДУ-ның грунтоведение кафедраһы мөдире (1938—1942) РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1940).
Филатов Михаил Михайлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 16 апрель 1877 |
Тыуған урыны | Туринск[d], Тубыл губернаһы, Көнбайыш-Себер генерал губернаторлығы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 29 сентябрь 1942 (65 йәш) |
Вафат булған урыны | Екатеринбург, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | инженерная геология[d] |
Эш урыны | Мәскәү император университеты[d] |
Уҡыу йорто | Мәскәү университетының физика-математика факультеты |
Ғилми дәрәжә | геология-минералогия фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәМихаил Михайлович Филатов 1887 йылдың 16 апрелендә Тубыл губернаһында тыуған. 1896 йылда Тубыл гимназияһын тамамлай һәм шул уҡ йылда Мәскәү университетының физика-математика факультетының тәбиғи фәндәр бүлегенә уҡырға инә, бер үк ваҡытта медицина факультетында уҡый. 1903 йылда университетты «техник һәм агрономия химияһы» һөнәре буйынса I дәрәжәләге диплом менән тамамлай. А. Н. Сабанин етәкселендә « Көнбайыш Себер тупрағының химик составы» темаһына диплом эшен яҡлай. 1906 йылда медицина факультетын ҡалдырып, үҙен тулыһынса тупраҡ өйрәнеү ғилеменә бағышлай.
1908 йылда Мәскәү университеты эргәһендәге Агрономия институтында штаттан тыш лаборант булып эшләй.
1908-1914 йылдарҙа «Рәсәйҙең Азия колонизацион райондарын тикшереү буйынса тупраҡ-ботаника экспедицияһы» составында Байкал аръяғында, Себерҙә һәм уның башҡа райондарында тупраҡ-ботаника тикшеренеүҙәре үткәрә. 1913-1915 йылдарҙа — Пенза, Мәскәү губерналарының тупрағын өйрәнә.
1914 йылда Мәскәү университеты эргәһендәге агрономия лабораторияһының ассистенты итеп тәғәйенләнә. 1921 йылда Мәскәү дәүләт университетында тупраҡ географияһы курсынан лекциялар уҡый һәм бер үк ваҡытта Мәскәү дәүләт межалау институты инженерно-мелиоратив факультетының тупраҡ ғилеме буйынса профессоры итеп һайлана.
1927 йылда Мәскәү дәүләт университеты доценты итеп раҫлана. 1929 йылда тупраҡ ғилеме буйынса профессор; 1918 йылда Халыҡ хужалығы Юғары советының (ВСНХ). химия сәнәғәте баш идаралығы бүлеге мөдире, 1922—1924 йылдарҙа Мәскәү межалау институтының инженерно- мелиоратив факультеты буйынса һәм Иванов-Вознесенский политехник институтының тупраҡ ғилеме һәм геология кафедраһы буйынса профессоры.
1929—1931 йылдарҙа Ленин исемендәге ауыл хужалығы фәндәре Академияһының Тупраҡ институты директоры.
1938 йылда М. М. Филатов Мәскәү университетында ер ҡатламдарын өйрөнеү (грунтоведение) кафедраһын ойоштора һәм уның тәүге мөдире (беренсе кафедра грунтоведение кафедраһы ултырышы 19 февраль 1938 утә). 1935 йылда уға геология-минералогия һәм техника фәндәре докторы ғилми дәрәжә бирелә.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәМ. М. Филатов ғилми тикшеренеүҙәрендә үҙен талантлы тупраҡ белгесе, географ, ер белгесе һәм инженер-геолог итеп күрһәтә. Ул ер ҡатламы ғилеменең төп методологияһын эшләй, 1927 йылдан был дисциплинанының йөкмәткеһен билдәләй, ер тоҡомдарын тикшереү методикаһының торошон билдәләй. Грунтоведениены яңы фәнни дисциплина булараҡ нигеҙләй. Уның фекеренсә, «Грунтоведение» литосфераның периферия өлөшөн тәшкил иткән тау тоҡомдарын һәм тупраҡтарҙы өйрәнеү менән шөғөлләнә, уға төҙөлөш техникаһы таяна, йәғни Грунтоведение тупраҡтарҙы физик-техник яҡтан тикшереүҙе өйрәнә "(1940).
Инженер ҡоролмалар йоғонтоһо аҫтында булған тәбиғи-тарихи берәмектәр булараҡ,ер тоҡомдарын өйрәнеү кәрәклеге тураһында мәсьәләне М. М. Филатов тәүгеләрҙән булып ҡуя.
Фәнни-ойоштороу эшмәкәрлеге
үҙгәртергәМ. М. Филатов Мәскәү университетында ҙур ғилми-ойоштороу эштәре алып бара:
- Мәскәү университеты идараһы ағзаһы (1925—1927);
- Мәскәү университетының уҡыу бүлеге проректоры һәм ректор урынбаҫары (1940—1942);
- Мәскәү университетының административ-хужалыҡ бүлеге проректоры (1927);
- СССР Дәүләт планы сәнәғәт секцияһының ағзаһы (1924—1926);
1941 йылдың ноябренән — 1942 йылдың авгусына тиклем Мәскәү университетының ректор вазифаһын башҡарыусы (Ашхабадҡа эвакуциаланған өлөшө Свердловскиға күскәнсе.)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1940) .
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1940)
Төп хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Филатов М. М. К вопросу о генезисе ортзанда // Русский почвовед. — 1922. — № 1—3.
- Филатов М. М. Очерк почв Московской губернии. — М., 1923, — 40 с.
- Филатов М. М. Улучшение глинистых грунтовых дорог обжигом. — М., 1928.
- Филатов М. М. Почвы и грунты в дорожном деле // Дорожное грунтоведение. — М.-Л., 1932. — 304 с.
- Филатов М. М. О микроструктуре грунтов в связи с деформациями их под влиянием нагрузки // Тр. Совещ. секции Межд. ассоц. почвоведов. — 1933. — Т. 5. — № 3.
- Филатов М. М. Основы дорожного грунтоведения. — М.-Л.: 1936. — 538 с.
- Филатов М. М. Лабораторный практикум по морфологии, физике и механике грунтов. — М.-Л.: Гострансиздат, 1936. — 92 с.
- Филатов М. М. Стабилизация дорожных грунтов и её теоретическое обоснование // Дорога и автомобиль. — 1937. — № 3.
- Филатов М. М. Стабилизация дорожных грунтов прогревом, солями, битуминозными, дёгтевыми и другими материалами // В сб.: Стабилизация грунтов. — М.: Изд-во Гушосдор, 1938. — С. 5—33.
- Филатов М. М. География почв СССР. — М.: Учпедгиз, 1945. — 344 с.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Профессора Московского университета. 1755—2004: Биографический словарь. Том 2: М-Я / Авт.-сост. А. Г. Рябухин, Г. В. Брянцева. — М.: Изд-во МГУ, 2005. — С. 562.
- Королёв В. А., Герасимова А. С., Кривошеева З. А. Инженер-геологи Московского университета. Биографо-библиографический справочник / Под ред. В. Т. Трофимова. — М.: Изд-во МГУ, 1998. — С. 165—167.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Королёв В. А. Инженерная геология (2011). Дата обращения: 15 ғинуар 2011.
- Королёв В.А. Кафедра инженерной геологии и охраны геологической среды МГУ (2004). Дата обращения: 15 ғинуар 2011. 2012 йыл 12 июль архивланған.
- Филатов Михаил Михайлович . Летопись Московского университета. Дата обращения: 4 декабрь 2017.