Мускулдар (лат. musculus — мускул) — кеше һәм йәнлектәр тәнендәге терәк-хәрәкәт аппаратының тығыҙ һәм һығылмалы мускул туҡымаһынан торған, нерв импульстары тәьҫирендә ҡыҫҡарыу һәләтенә эйә булған бер өлөшө. Мускулдар төрлө эш башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән — улар кәүҙәне хәрәкәтләндерә, ниндәйҙер бер торошта һәм ҡиәфәттә (позала) тотоп тора, тауыш тарамыштарын ҡыҫҡарта, һулыш алыуҙы тәьмин итә.

Кеше мускулдары төҙөлөшөнөң боронғо рәсеме
Һөлдә мускулы төҙөлөшө

Мускул туҡымаһы үҙ сиратында миоцита күҙәнәктәренән тора. Нерв импульстары менән ҡыҫҡарған һәм оҙонайған мускулдар ныҡышмалы эш һөҙөмтәһендә арыуға дусар булыу үҙенсәлегенә эйә.

Мускулдар тән өлөштәренең арауыҡтағы торошон төрлөсә үҙгәртеүгә булышлыҡ итә. Кеше ниндәй генә хәрәкәт яһамаһын — күҙ йомоу һәм йылмайыу кеүек иң ябайҙарҙан башлап, ювелирҙар йә спортсылар башҡарған үтә нескә һәм әүҙем, ғәйрәтле йә етеҙҙәргә тиклем — уларҙы мускул туҡымаларының ҡыҫҡарыу һәләтлеге арҡаһында башҡара. Өс төп төркөмдән торған мускулдарҙың ипле һәм дөрөҫ эшләүенә организмдың хәрәкәтсәнлеге генә түгел, ундағы барлыҡ физиологик процесстарҙың барышы ла туранан-тура бәйле. Бөтә мускул туҡымаларҙың эшмәкәрлеге менән нервы системаһы идара итә, ул шулай уҡ мускулдарҙың баш һәм арҡа мейеләре менән бәйләнешен тәьмин итә һәм химик энергияның механик энергияға әүерелеүен көйләй ҙә.

Мускулдың төҙөлөшө

үҙгәртергә

Һәр төрлө хәрәкәттәр яһау өсөн кеше организмында, бөтә умыртҡалы хайуандарҙағы кеүек үк, өс төр мускул туҡымаһы була: һөлдә, йөрәк туҡымалары һәм шыма туҡыма. Һәр бер төр туҡымаға үҙгәргән күҙәнәктәрҙең — мускул сүстәренең үҙенең төрө хас. Һөлдә мускулдары арҡыры һыҙатлы мускул туҡымаһынан төҙөлгән. Уның мускул сүстәре шәлкемдәргә йыйылып тора. Сүстәр эсенән аҡһым епсәләре үтә, шулар арҡаһында мус­кулдар ҡыҫҡарырға, тартылырға һәләтле. Йөрәк мускулы, һөлдә мускулы кеүек үк, арҡыры һыҙатлы мускул сүстәренән тора. Был сүстәр билдәле бер участкаларҙа бергә ҡушылған (үҙ-ара үрелгән) һымаҡ була. Ошо үҙенсәлек арҡаһында йөрәк мускулы тиҙ ҡыҫҡарырға һә­ләтле. Эске ағзаларҙың (ҡан тамырҙарының, эсәктәрҙең, һейҙек ҡыуығының) көптәре шыма мускул туҡымаһынан төҙөлгән. Был туҡыма сүстәренең ҡыҫҡарыуы яй бара. Һөлдә мускулдары арҡыры һыҙатлы мускул сүстәре шәлкемдәренән тора. Һәр бер мускулға ҡан тамырҙары һәм нервылар килә. Мускулдар тоташтырғыс туҡыманан торған шекәрә менән көпләнгән һәм һөйәктәргә тарамыштар ярҙамында нығытылған. Һеңерҙәр. Мускулдарҙың һөйәк өслөгенә беректереүсе өлөшө. Хайуандарҙың мөһим үҙенсәлеге — уларҙың хәрәкәт итеү һәләте. Күпселек хайуандарҙың хәрәкәте — мускулдар ҡыҫҡарыу һөҙөмтәһе.

Мускулдар һәм терәк-хәрәкәт системаһы

үҙгәртергә

Һөйәктәр кешенең һөлдәһен төҙөй. Һөлдәнең әһәмиәте бик ҙур: ул тәндең терәге булып тора, шулай уҡ күп кенә эске органдарҙы зарарланыуҙан һаҡлай. Мәҫәлән, баш һөйәктәре — баш мейеһен, ә арҡа һөйәге арҡа мейеһен (ул арҡа һөйәге эсендә урынлашҡан) һаҡлай. Әгәр мускулдар булмаһа, беҙ хәрәкәтләнә алмаҫ инек. Мускулдар һөйәктәргә береккән. Мускулдар, ҡыҫҡарып һәм йомшарып, һөйәктәрҙе, тимәк, беҙҙең тәнде хәрәкәткә килтерә. Был баш мейе бойороғо менән башҡарыла. һөлдә һәм мускулдар терәк-хәрәкәт системаһын барлыҡҡа килтерә. Уның төп роле — организмдың терәген һәм хәрәкәтен тәьмин итеү. Кеше организмын вертикаль торошта күп мускулдар, шул иҫәптән арҡа мускулдары ла, тотоп тора. Кәүҙәне вертикаль торошта тотоп тороу өсөн, турайтыусы мускулдарға бөгөүсе мускулдарҙың көсөнә генә түгел, ә улар менән бергә тәьҫир итеүсе ауырлыҡ көсөнә лә ҡаршы торорға тура килә. Тура арҡа, тигеҙ яурындар, киң күкрәк, юғары күтәрел­гән баш — былар бөтәһе лә һомғол һын һәм, тимәк, матурлыҡ, һаулыҡ һәм эшкә юғары һәләтлелек билдәләре. Һалынып төшкән яурындар, эскә батҡан күкрәк, эске ағзаларҙың, беренсе сиратта, һулыш алыу ағзаларының, йөрәктең, баш мейеһе тамырҙарының эшен ҡыйынлаштыра. Һындың дөрөҫ торошо кешегә тыумыштан бирелмәй, ул уны үҙе булдыра. Һындың торошо бала һәм үҫмер саҡта формалаша, һәм 18 йәштән һуң уның етешһеҙлектәрен бөтө­рөү бик ҡыйын була. Бала ваҡытта һәм үҫмер саҡта, умырт­ҡаларҙағы кимерсәк туҡымаһы һөйәк туҡымаһы менән тулыһынса алмашынғанға тиклем, кәүҙәңде дөрөҫ тотоуға, өҫтәл артында, партала дөрөҫ ултырыуға бигерәк тә ҙур иғтибар бирергә кәрәк. Көн һайын дөрөҫ булмаған позала ултырыусы йәки эшләүсе уҡыусының умыртҡалығы кәкрәйергә мөмкин. Умыртҡалыҡтың кәкрәйеүе эске ағзаларҙың эшмәкәр­леген ҡыйынлаштыра. Йөрөгәндә кәүҙәңде тура тотор кәрәк. Әгәр ауыр әйбер күтәреп барырға тура килһә, ике ҡулға ла тигеҙләп бүлеп тоторға тырышырға. Йомшаҡ карауатта йоҡларға ярамай. Физик хеҙмәт, физкультура, спорт менән шөғөлләнгән кешенең генә мускулдары көслө була. Был малайҙарға ла, ҡыҙҙарға ла ҡағыла. Мускулдарҙың төп дошманы — хәрәкәтһеҙлек, ә иң яҡшы дуҫы — хәрәкәт.

Муйын мускулдары

үҙгәртергә

Муйын мускулдары башын тотоу, башты һәм муйынды хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы, тауыш һәм йотоу процесстарҙы тәьмин итеү органы. Муйын һәм кәүҙә мускулдары ике төркөмгә бүлеп була:

  1. үҙ мускулдары. Үҙ мускулдары бик тәрән ятҡан, һөйәк янында.
  2. ситтән килгән мускулдары

Үҙ мускулдары

Исем Башланыу урыны нығытыу Функция
Муйындың оҙон мускулы Умыртҡаның алғы ҡабырға яғынан муйындың беренсе һәм күкрәк умыртҡаһының өсөнсө һөйәге өлөшөндә урынлашҡан Башты һәм кәүҙәне бөгөлдөрә, арҡа мускулдарына антагонист булып тора
Баштың оҙон мускулдары Муйын умыртҡаһының 2-6 һөйәктәрендәге арҡыры үҫентеләрнең алғы түмһәләктәренән башлана, өҫкә табан һәм медиаль рәүештә бара Соңҡаның базиляр өлөшөнә аҫ яҡтан тоташа Башты һәм кәүҙәне бөгөлдөрә, арҡа мускулдарына антагонист булып тора
Алғы баҫҡыслы мускул Муйын умыртҡаһының арҡыры үҫентеләре I ҡабырға Тын алыуҙа ҡатнашып, ҡабырғаларҙы күтәрә; күкрәк ситлеге фиксацияланғанда умыртҡаның муйын өлөшөн бөгә
Урта баҫҡыслы мускул Муйын умыртҡаһының арҡыры үҫентеләре I ҡабырға Тын алыуҙа ҡатнашып, ҡабырғаларҙы күтәрә; күкрәк ситлеге фиксацияланғанда умыртҡаның муйын өлөшөн бөгә
Артҡы баҫҡыслы мускул Муйын умыртҡаһының арҡыры үҫентеләре II ҡабырға Тын алыуҙа ҡатнашып, ҡабырғаларҙы күтәрә; күкрәк ситлеге фиксацияланғанда умыртҡаның муйын өлөшөн бөгә
Күкрәк-тел аҫты мускулы Күкрәк һөйәге Тел аҫты һөйәге Тел аҫты һөйәген (уның артынан тамаҡты) аҫҡа тарта
Ҡалаҡ - тел аҫты һөйәге Ҡалаҡ һөйәге Тел аҫты һөйәге Тел аҫты һөйәген (уның артынан тамаҡты) аҫҡа тарта
Грудино-щитовидная мышца Күкрәк һөйәге Тамаҡтың ҡалҡан кеүек кимерсәге Тел аҫты һөйәген (уның артынан тамаҡты) аҫҡа тарта
Ҡалҡан-тел аҫты мускулы Тамаҡтың ҡалҡан кеүек кимерсәге Тел аҫты һөйәге Тел аҫты һөйәген (уның артынан тамаҡты)аҫҡа тарта
Эйәк-тел аҫты мускулы Аҫҡы яңаҡ һөйәге Тел аҫты һөйәге Тел аҫты һөйәген (уның артынан тамаҡты) өҫкә тарта

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә