Фиҙеркә

(Федорки битенән йүнәлтелде)

Фиҙеркә (Өчмөчтө, Өчмичте[1]; рус. Федорки) — Пермь крайының Барҙы районындағы Кесе Әмже йылғаһы буйында урынлашҡан башҡорт ауылы, Фиҙәрке ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

Ауыл
Фиҙеркә
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Пермь крайы

Муниципаль район

Барҙы районы

Координаталар

57°02′59″ с. ш. 55°17′01″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Телефон коды34261
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

59, 81, 159

ОКАТО коды

57 204 000 060

ОКТМО коды

57 604 441 101

ГКГН номеры

0346802

Фиҙеркә (Рәсәй)
Фиҙеркә
Фиҙеркә
Фиҙеркә (Пермь крайы)
Фиҙеркә

Почта индексы — 618152, ОКАТО коды — 57204843001.

Ауыл район үҙәге Барҙы ауылынан яҡынса 23 км алыҫлыҡта төньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

2010 йылдың 14 октябрендә уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 371 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 181 ир һәм 190 ҡатын-ҡыҙ[2].

2005 йылда ауылда 502 кеше йәшәгән[3].

2002 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 529 кеше теркәлгән[4].

Климаты — уртаса континенталь. Ҡыш һыуыҡ һәм буранлы, ҡар ҡатламы берәр метрҙан артып китә ала. Яуым-төшөм күләменең күпселек өлөшө июнь-август айҙарына тура килә.

Тарихи сығанаҡтар буйынса ауыл 1785 йылдан алып Федорова исемле башҡорт ауылы һымаҡ билдәле[4]. 1834 йылда ауыл Федоровка исеме аҫтында иҫкә алынған[4].

1816 йылда ауылдың 29 йортонда 96 ир һәм 72 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән[5]. Ауылда йәшәүселәр милләттәре буйынса башҡорттар булған[5]. 1834 йылда үткәрелгән ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 38 йортонда 164 ир һәм 156 ҡатын-ҡыҙ, ә 1850 йылда 34 йортта 206 ир һәм 260 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән[5].
Шулай уҡ ревизия мәғлүмәттәре буйынса 1783 йылдан алып ауылда 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны, 1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә көмөш миҙал кавалеры һәм 20-се башҡорт полкы яуғиры Ғабдуллин Солтанбәк Аит улы йәшәгән[5].

Ауылда яҡынса 1768 йылдан эшләп килгән мәсет һәм уның эргәһендәге мосолман мәктәбе булған. 1868 йылда был мәктәптә 30 малай һәм 17 ҡыҙ белем алған[5].

1869 йылда ауылда 596 кеше, ә 1926 йылда 1105 кеше йәшәгән[4].

2006 йылдың ғинуарына тиклем ауыл Уймуж ауыл советына кергән[4].
Тарихсы Ә. З. Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 366. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  2. Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Дата обращения: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
  3. Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Дата обращения: 14 октябрь 2012. 2016 йыл 14 март архивланған.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Федорки. Энциклопедия "Пермский край". Дата обращения: 14 октябрь 2012. Архивировано 14 декабрь 2012 года. 2016 йыл 6 март архивланған.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.

Һылтанмалар

үҙгәртергә