Утиғурҙар

(Утығырҙар битенән йүнәлтелде)

Утиғурҙар (рус. утигуры, утригуры, утургуры; utur оγur«утыҙ уғыр ҡәбиләһе») — болғарҙарҙың ҡәбилә төркөмө, ҡутриғурҙар һәм башҡалар менән бер рәттән V—VII быуаттарҙа Дон һәм Кубань араһындағы далаларҙа күсмә тормошта йәшәгән.

Утиғурҙар
Азов диңгеҙе тирәһендә утиғурҙар. Б.э. 600 йылы.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Уғырҙарҙың этнонимы шулай уҡ бер нисә боронғо болғар ҡәбиләләре составындағы атамаларында айырылып тора: унуғыр/оноғур (< оn оγur «ун уғыр ҡәбиләһе»), һары уғыр/сарағур (< sarγ оγur «һары уғырҙар»), утиғурҙар (< utur оγur «утыҙ уғыр ҡәбиләһе»), ҡутриғурҙар, биттуғырҙар, куриғырҙар һәм башҡалар. Тел белгесе Ә. М. Аҙнабаев башҡорт этнонимының да баш+уғыр//уғор+т: биш+уғыр+т (бында «биш» — һан, «уғыр» — ҡәбилә атамаһы, «т» — дөйөм алтай күплек күрһәткесе) өлөштәренән тора тип иҫбатлай һәм «венгр» (вун[1] уғар//уғыр) һәм «болғар» (бäл[2] уғор//уғар//уғыр) этнонимдарының этимологиялары менән сағыштыра[3].

Һундар союзы тарҡалғандан һуң, Европанан ҡайтҡан һундар ҡәбиләһе утиғурҙарҙың «протектораты» V быуаттың икенсе яртыһы дауамында һәм VI быуат башында Боспорға тарала.

VI быуатта ҡаған Сандил етәкселегендә ҡутриғурҙар менән һуғыш хәлендә була. Һуңынан яҡынса 568 йылда улар Төрки ҡағанлығы составына инә.

633 йылда ҡутриғурҙар утиғурҙар менән берләшә һәм дөйөм Бөйөк Болгария дәүләтен төҙөй[4]. Ҡубрат үлгәндән һуң, 670 йылда болғарҙар хазарҙарҙан еңелә һәм Аспарух етәкселегендәге утиғурҙар 679 йылда түбәнге Дунай аша сыға Һәм Византиянан тартып алынған ерҙәрҙә (Мёзия һәм Фракия) Беренсе Болгар батшалығына нигеҙ һала[5]. Утиғурҙарҙың ҡутриғурҙарҙан төп археологик айырмаһы — ҡәберҙәрҙә үлгәндәрҙең баштары менән төньяҡҡа йүнәлешле булыуы (ҡутриғурҙарҙа — ҡәберҙәрҙә мәйеттәрҙең баштары көнбайышҡа йүнәлешле), шулай уҡ ҡутригурҙарҙан айырмалы рәүештә баш һөйәгенең яһалма деформацияһы йыш булыуы (ҡутриғурҙарҙа был йола бик һирәк булған).

Алексей Комар суханово тибындағы мәҙәниәтте йөрөтөүселәрҙе утиғурҙар тип иҫәпләргә тәҡдим итә. Суханово тибындағы ҡомартҡылар төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйында ПрутДнестр йылғалары араһынан Түбәнге Волгаға тиклем лихачёвка тибындағы ҡомартҡылар менән бер зонаны биләй[6][7].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Сыуаш телендә «вун» — 10 һанын аңлата
  2. Сыуаш телендә «пилллек//пилек» — 5 һанын аңлата
  3. Аҙнабаев Ә. М. Тағы ла «башҡорт» этнонимы тураһында // Ватандаш. — 2002. — № 6. — С. 100—106. — ISSN 1683-3554.
  4. Гумилёв Л. Н. Древняя Русь и Великая степь.
  5. История. Дата обращения: 20 март 2009. Архивировано из оригинала 14 декабрь 2019 года.
  6. Комар А. В. Памятники типа Суханово: к вопросу о культуре булгар Северного Причерноморья 2-й половины VI – начала VII в. 2022 йыл 4 апрель архивланған.
  7. Комар А. В. Кутригуры и утигуры в Северном Причерноморье 2022 йыл 21 ғинуар архивланған. // Сугдейский сборник. Киев-Судак, 2004. С.169-200
  • Златарски, Васил. История на Българската държава през Средните векове, т.1, ч.1. Второ фототипно издание. София, Академично издателство «Марин Дринов», 1994. (Болгарский язык).
  • Артамонов М. И. История хазар. // Под редакцией и с примечаниями Л. Н. Гумилёва. — Л.: Изд-во Гос. Эрмитажа, 1962. 523 с.