Унуғырҙар
Унуғырҙар (грек. ’Ονόγουροι, ’Ονογούρων, рус. оногуры) — V—X быуаттарҙа Азов диңгеҙе һәм Төньяҡ Кавказ тирәһендә йәшәгән төрки ҡәбиләләр. Бер нисә тапҡыр төрлө ҡәбилә берләшмәләренә керәләр, шул иҫәптән һундар составында булалар[1][2].
ЭтимологияһыҮҙгәртергә
Терминдың дөйөм ҡабул ителгән этимология буйынса төрки телдә «ун уғыр [ҡәбиләһе]» тип аңлатыла[3][4][5][6]. Башҡа версия буйынса «унуғыр» термины «ун йылға», «ун йылға халҡы» тип аңлатыла[7].
ГеографияһыҮҙгәртергә
А. К. Шапошников фекеренсә, III быуаттың һуңғы өстән берендә унуғырҙар Кубань һәм Азов буйында йәшәй[8]. Равенна Анонимы («Космография») Оногория (Onogoria) илен Понт диңгеҙе буйында урынлаштыра[9].
ТарихыҮҙгәртергә
Унуғырҙар исеме аҫтындаҮҙгәртергә
Унуғырҙар (’Ονόγουροι) тәүге тапҡыр Византия тарихсыһы Приск Панийский хеҙмәтендә телгә алына: 463 йылда уғырҙар, һарығурҙар һәм унуғырҙарҙың илселәре Константинополь ҡалаһына киләләр. Был өс ҡәбилә аварҙар тарафынан ҡыҫырыҡланған савирҙар ҡыҫымы арҡаһында күсергә мәжбүр була[10]. Фараз буйынса, һарығурҙар, уғырҙар һәм унуғырҙар ғәбилә берләшмәһен тәшкил иткәндәр һәм улар араһында иң төп урынды һарығурҙар биләгән[11]. Приск буйынса, һарығурҙар был осорҙа акацирҙарҙы буйһондоролар, әммә уларға Византиянан ярҙам һорарға тура килә[12].
Унуғырҙар шул уҡ исем менән (’Ονογούρων) Агафий Миринейскийҙың әҫәрендә телгә алына, уның фаразы буйынса Оногурис (’Ονόγουριν) ҡәлғәһе был һун ҡәбиләһенең исеме буйынса аталған[13].
VII—VIII быуаттарҙағы Епархия исемлектәрендә Оногурия (’Ονογούρων) епископияһы була[14], ә Равенна Анонимы Оногория (Onogoria) тигән илде телгә ала[9]. Был атамалар тәбиғи рәүештә унуғыр ҡәбиләһе менән бәйләнә[15].
Унуғырҙар (’Ονογούρους) Ялған-Каллисфендың IX быуат яҙмаһында осрай. Унда Искәндәр Зөлҡәрнәй яулап алған халыҡтар (аварҙар, славяндар, хазарҙар, рустәр һ.б.) атап үтелә һәм улар араһында унуғырҙар телгә алына[16]. Ялған-Каллисфендың яҙмаһы Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең тауға халыҡтарҙы бикләүе тураһындағы эсхатологик легендаларға бәйле булған; күҙҙаллау буйынса был халыҡтар ахыр заман етер алдынан иреккә сығырға тейеш[17][18].
Оногундурҙар, унногундурҙар исеме аҫтындаҮҙгәртергә
VII быуат византий сығанаҡтарында осраған оногундурҙарҙа (унногундурҙарҙа) күп тикшеренеүселәр (Ю. А. Кулаковский, Д. Моравчик, А. В. Гадло, И. С. Чичуров һ.б.) V быуат унуғырҙарын күрәләр, ә оногундурҙар үҙ сиратында артабан утығырҙар (болғар ҡәбиләләренең береһе) тип атала башлай[19][20][21][22]. А. П. Новосельцев оногундурарҙы һәм утығырҙарҙы бер үк ҡәүем тип иҫәпләүгә ҡаршы була[23].
Оногундурҙар йәки унногундурҙар (’Ονογουνδούρων, Ούννογουνδούρων) Феофан Византийскийҙың «Хронография»һында телгә алына[24][25][26].
Константинополь патриархы Никифорҙың «Бревиария»һына ярашлы, болғар хакимы Ҡобрат хан уногундурҙарҙың (Ούνογουνδούρων) батшаһы була[27]. Константин Багрянородный үҙенең «Фемалар тураһында» хеҙмәтендә элек болғарҙарҙың атамаһы оногундур (’Ονογουνδούρους) булған тип иҫбатлай[28]. Д. Моравчик һәм И. С. Чичуров иҫәпләүенсә, был атаманы Константин Феофандың «Хронография»һынан алған[29].
Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Подосинов А. В. Восточная Европа в римской картографической традиции: Тексты, перевод, комментарий. — М.: Индрик, 2002. — С. 151.
- ↑ Петрухин В. Я., Раевский Д. С. Очерки истории народов России в древности и раннем средневековье. — М.: Языки славянской культуры, 2004. — С. 198—199.
- ↑ Maenchen-Helfen O. The world of the Huns: studies in their history and culture. — London: University of California Press, 1973. — P. 419, 438.
- ↑ Агеева Р. А. Страны и народы: происхождение названий. — М.: Наука, 1990. — С. 65—66.
- ↑ Шушарин В. П. Ранний этап этнической истории венгров. Проблемы этнического самосознания. — М.: РОССПЭН, 1997. — С. 114.
- ↑ Кляшторный С. Г., Султанов Т. И. Государства и народы Евразийских степей: от древности к Новому времени. — СПб.: Петербургское Востоковедение, 2009. — С. 171.
- ↑ Бутба В. Ф. К семантике булгарских этнонимов «ашхарацуйца» (Опыт реконструкции процесса формирования общности) // Պատմա-բանասիրական հանդես. — 1989. — № 4. — С. 173.
- ↑ Шапошников А. К. Место Потисья и Паннонии в древнейших этногенеалогических преданиях славянских народов // Slavica Slovaca. — 2004. — Roč. 39. — Č. 2. — S. 102.
- ↑ 9,0 9,1 Подосинов А. В. Восточная Европа в римской картографической традиции: Тексты, перевод, комментарий. — М.: Индрик, 2002. — С. 192.
- ↑ Dexippi, Eunapii, Petri Patricii, Prisci, Malchi, Menandri. Historiarum // Corpus Scriptorum Historiae Byzantinae. — Bonnae: Ed. Weberi, 1829. — P. 158.; Приск Панийский. Сказания Приска Панийского // Феофан Византиец. Летопись византийца Феофана от Диоклетиана до царей Михаила и сына его Феофилакта; Приск Панийский. Сказания Приска Панийского. — Рязань: Александрия, 2005. — С. 521.
- ↑ Петрухин В. Я., Раевский Д. С. Очерки истории народов России в древности и раннем средневековье. — М.: Языки славянской культуры, 2004. — С. 198.
- ↑ Dexippi, Eunapii, Petri Patricii, Prisci, Malchi, Menandri. Historiarum // Corpus Scriptorum Historiae Byzantinae. — Bonnae: Ed. Weberi, 1829. — P. 158.; Приск Панийский. Сказания Приска Панийского // Феофан Византиец. Летопись византийца Феофана от Диоклетиана до царей Михаила и сына его Феофилакта; Приск Панийский. Сказания Приска Панийского. — Рязань: Александрия, 2005. — С. 521—522.
- ↑ Agathiae Myrinaei. Historiarum // Corpus Scriptorum Historiae Byzantinae. — Bonnae: Ed. Weberi, 1828. — P. 146.; Агафий. О царствовании Юстиниана. — М.—Л.: Академия наук СССР, 1953. — С. 73.
- ↑ Гръцки извори за Българската история. — София: Българската Академия на науките, 1960. — Т. III. — С. 194.
- ↑ Кулаковский Ю. К истории готской епархии (в Крыму) в VIII веке // Журнал Министерства Народного Просвещения. — 1898. — Ч. 315. — С. 187—188.
- ↑ Гръцки извори за Българската история. — София: Българската Академия на науките, 1961. — Т. IV. — С. 9.
- ↑ Anderson A. R. Alexander`s Gate, Gog and Magog and the Inclosed Nations. — Cambridge: The Mediaeval Academy of America, 1932. — 117 p.
- ↑ Boyle J. A. The Alexander Legend in Central Asia // Folklore. — 1974. — Vol. 85. — № 4. — P. 217—228.
- ↑ Кулаковский Ю. К истории готской епархии (в Крыму) в VIII веке // Журнал Министерства Народного Просвещения. — 1898. — Ч. 315. — С. 188.
- ↑ Moravcsik G. Byzantinoturcica. — Leiden: E. J. Brill, 1983. — T. I. — P. 65-66.
- ↑ Гадло А. В. Этническая история Северного Кавказа IV—X вв. — Л.: ЛГУ, 1979. — С. 110.
- ↑ Чичуров И. С. Византийские исторические сочинения: «Хронография» Феофана, «Бревиарий» Никифора: Тексты, перевод, комментарий. — М.: Наука, 1980. — С. 107—108, комм. 246.
- ↑ Новосельцев А. П. Хазарское государство и его роль в истории Восточной Европы и Кавказа. — М.: Наука, 1990. — С. 75.
- ↑ Theophanis. Chronographia // Corpus Scriptorum Historiae Byzantinae. — Bonnae: Ed. Weberi, 1839. — P. 545.; Чичуров И. С. Византийские исторические сочинения: «Хронография» Феофана, «Бревиарий» Никифора: Тексты, перевод, комментарий. — М.: Наука, 1980. — С. 36, 60.
- ↑ Свод древнейших письменных известий о славянах. — М.: Восточная литература, 1995. — Т. II. — С. 274, 275, 312.
- ↑ Латински извори за Българската история. — София: Българската Академия на науките, 1960. — Т. II. — С. 247.
- ↑ Sancti Nicephori Patriarchae Constantinopolitani. Breviarium Rerum Post Mauricium Gestarum // Corpus Scriptorum Historiae Byzantinae. — Bonnae: Ed. Weberi, 1837. — P. 27.; Чичуров И. С. Византийские исторические сочинения: «Хронография» Феофана, «Бревиарий» Никифора: Тексты, перевод, комментарий. — М.: Наука, 1980. — С. 153, 161.
- ↑ Constantinus Porphyrogenitus. De Thematibus et de Administrando Imperio // Corpus Scriptorum Historiae Byzantinae. — Bonnae: Ed. Weberi, 1840. — P. 46.; Константин Багрянородный. Об областях Римской империи // Чтения в обществе истории и древностей российских. — 1858. — Кн. 3. — Отд. IV. — С. 20.
- ↑ Чичуров И. С. Византийские исторические сочинения: «Хронография» Феофана, «Бревиарий» Никифора: Тексты, перевод, комментарий. — М.: Наука, 1980. — С. 108, комм. 246.
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Артамонов М. И. История хазар. — Л.: Государственный Эрмитаж, 1962. — 522 с.
- Джафаров Ю. Р. Оногуры византийских писателей и хайландуры Елишэ // Византийский временник. — 1980. — Т. 41. — С. 153—162.
- Кулаковский Ю. К истории готской епархии (в Крыму) в VIII веке // Журнал Министерства Народного Просвещения. — 1898. — Ч. 315. — С. 173—202.
- Науменко В. Е. К вопросу о времени и обстоятельствах образования Хазарского каганата // Хазарский альманах. — М.: Мосты культуры; Гешарим, 2004. — Т. 2. — С. 52—76.
- Петрухин В. Я., Раевский Д. С. Очерки истории народов России в древности и раннем средневековье. — М.: Языки славянской культуры, 2004. — 416 с.
- Хауссиг Г. В. К вопросу о происхождении гуннов // Византийский временник. — 1977. — Т. 38. — С. 59—71.
- Шушарин В. П. Ранний этап этнической истории венгров. Проблемы этнического самосознания. — М.: РОССПЭН, 1997. — 512 с.