Успенский Василий Васильевич

хирургия өлкәһендә совет ғалимы һәм педагогы, медицина фәндәре докторы (1935), профессор (1937). РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы

Успенский Василий Васильевич (18811952) — хирургия өлкәһендә совет ғалимы һәм педагогы, медицина фәндәре докторы (1935), профессор (1937). РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1944).

Успенский Василий Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 30 март 1881({{padleft:1881|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны Вятка губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 21 август 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Тверь, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө хирург
Эшмәкәрлек төрө хирургия[d]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы

Биографияһы

үҙгәртергә

Василий Васильевич Успенский 1881 йылдың 30 мартында Вятка губернаһында тыуған.

1905 йылға тиклем Мәскәү һәм Ҡазан университеттарының медицина факультеттарында белем ала, революцион хәрәкәттә ҡатнаша, ошоноң менән бәйле университетты тамамламай Францияға Парижға китергә мәжбүр була. 1910 йылда Шарль Николдең Пастер институтына ғилми-тикшеренеү эшенә саҡырыуына тиклем, микробиологтар А. М. Безредка һәм И. И. Мечников менән берлектә эшләй, фәнни эшмәкәрлек бер үк ваҡытта Париж юғары медицина мәктәбендә уҡый.

1910 йылда Рәсәй империяһына ҡайтҡандан һуң, Мәскәү дәүләт университетының медицина факультетын тамамлай. 1910 йылдан 1914 йылға тиклем Өфө һәм Тамбов земство табип уҡыу йорттарында клиник һәм практик эштәр менән шөғөлләнә, шулай уҡ Мәскәү Иҫке -Екатеринина дауаханаһында хирургтар В. М. Минц, П. А. Герцен һәм В. Н. Розанов етәкселеге аҫтында эшләй. Ғәмәли эштәр менән шөғөлләнеүҙән тыш, табиптарҙы камиллаштырыуҙың Петербург клиника институтында педагогик эш менән шөғөлләнә.

1914 йылдан 1918 йылға тиклем Мәскәүҙән Кострома губернаһына ебәрелгәндән һуң, Кологрива өйәҙ дауаханаһында хирург булып эшләй. 1918 йылдан алып 1952 йылға тиклем Тверь берләштерелгән ҡала дауаханаһында хирургия бүлеге мөдире һәм баш табибы вазифаһында практик эштәр менән шөғөлләнә, практик эштән тыш, Калинин педагогия институтында анатомия һәм физиология кафедраһы мөдире вазифаһында эшләй. 1941 йылдан алып 1945 йылға тиклем Бөйөк Ватан һуғышы осоронда В. В. Успенский Тверь эвакуация госпиталендә төп хирург була[1][2][3][4].

Ғилми-педагогик эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

В. В. Успенскийҙың төп ғилми-педагогик эшмәкәрлеге ашҡаҙандың сей яралары һәм бөйәнде дауалау проблемалары, абдоминаль хирургия менән бәйле мәсьәләләр тора. Бөтә Рәсәй хирургтарының XV съезында хирург В. В. Успенский сей яра ауырыуҙарын хирургик дауалауҙа гастроэнтеростомияға өҫтөнлөк биреү тураһында доклад яһай, XXV Бөтә Рәсәй хирургтарының съезында был съездың рәйесе урынбаҫары итеп һайлана. 1924 йылда В. В. Успенский Советтар Союзында ҡан биреүҙе клиник практикаға иң беренсе индереүселәрҙең береһе була. В.В. Успенский Мәскәү һәм Ленинград хирургтар йәмғиәтенең почетлы ағзаһы булып тора.

1935 йылда медицина фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн «Кожная регионарная чувствительность к ультрафиолетовым лучам, ее динамичность и значение ее кривой в прогнозе и терапии кожных заболеваний» темаһына диссертация яҡлай. 1937 йылда уға профессор ғилми исеме бирелә. В. В. Успенский етәкслегендә 267 ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән монографиялар яҙыла, «Вестник дерматологии и венерологии» мөхәрририәт бүлеге ағзаһы була[1][2].

В.В.Успенский 1952 йылдың 21 авгусында Тверь ҡалаһында вафат була.

Наградалары

үҙгәртергә

Исемдәре

үҙгәртергә
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1944)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Большая медицинская энциклопедия / гл. ред. Б. В. Петровский. — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1986. — Т. 26. — 576 с.
  2. 2,0 2,1 Епифанов Н. С. Василий Васильевич Успенский (К 100-летию со дня рождения) / Вестник хирургии // М.: 1981. — № 8 (127) — С.134
  3. Соколов В. Заслуженный врач РСФСР профессор В. В. Успенский / Хирургия // М.: 1951. —№ 5 — С.89
  4. Успенский В. В.. Тверская областная научно-медицинская библиотекаДата обращения: 20 сентября 2020.