Уртаайыры (утар)

(Уртаайыры битенән йүнәлтелде)

Уртаайыры (Урта-Айры) — Башҡорт АССР-ы Маҡар районының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) юҡҡа сыҡҡан утары. Ҡолғона ауыл Советы составына ингән була.

Урта-Айры
башҡ. Уртаайыры
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

[[Башҡортостан Республикаһы]]

Муниципаль район

Ишембай районы

Ауыл Советы

[[Ҡолғона ауыл Советы (Ишембай районы)|Ҡолғона]]

Координаталар

53°31′55″ с. ш. 56°55′05″ в. д.HGЯO

Халҡы

265 человек ([[1969[1] йыл|1969[1]]])

Милли состав

башҡорттар[1]

Конфессиональ составы

мосолмандар

Автомобиль коды

-

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Урта-Айры (Рәсәй)
Урта-Айры
Урта-Айры

Географияһы үҙгәртергә

Ауыл Ҡалыуайыры ауылынан көнбайышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уртаайыры йылғаһы аға. Уртаайыры гидронимы урта һәм айыры — ҡушылдыҡ, йылға тармағы һүҙҙәренән яһалған.

Географик урыны

Алыҫлығы[2]:

Тарих үҙгәртергә

XIX быуат аҙағында башҡорт ауылы (Мөхәмәтшарип) барлыҡҡа килә, ул тәүге күскенселәр: Һарғай йәки Мөхәмәтшарип исемдәре менән атала. Бер-береһенән ике саҡрым алыҫлыҡта Уртаайры һәм Ҡалыуайры утарҙары урынлашҡан. Беренсеһендә 23 йортта 109 кеше йәшәгән, икенсеһендә 26 йортта 131 кеше булған[3].

Халҡы үҙгәртергә

Уртаайыры ауылында 23 хужалыҡта 109 кеше йәшәгән[4]. 1969 йылдың 1 ғинуарына 265 кеше йәшәй, күпселек милләт — башҡорттар [5].

Башҡортостан Республикаһының Хәтер китабында 1931 йылда Уртаайыры ауылынан репрессия ҡорбандарының фамилиялары килтерелә:

- Әбүбәкер Нурмөхәмәт улы Шәйәхмәтов, (1887 й., Уртаайыры ауылы, Маҡар районы), башҡорт; башланғыс белемле; партияһыҙ; Урмансы. 1931 йылдың 21 мартында ҡулға алынған. 58-10 статья буйынса хөкөм ителгән. Хөкөм ҡарары: 7 йылға иркенән мәхрүм итергә. 1989 йылдың 6 июнендә аҡлана[6].

- Гиззәт Сәфиулла улы Маннанов (1880 йылда тыуған, Уртаайыры ауылы, Маҡар районы), башҡорт; башланғыс белемле; партия сафында тормай; урмансы. 1931 йылдың 21 мартында ҡулға алына. 58-10 статья буйынса хөкөм ителә. Хөкөм ҡарары: 10 йылға һөргөнгә/ 1989 йылдың 6 июнендә аҡлана.

Инфраструктураһы үҙгәртергә

Урман хужалығы (леспромхоз).

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 июня 1952 года: [справочник] / Президиум Верхов. Совета БАССР; [сост. Н. Ильин, Ш. Файзуллин, М. Курамшин и др.; отв. ред. А. Денисов]. . — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1953. — С. 346. — 494 [1] с.: табл. преим. — Алф. указ.: с. 398—493 с.
  • Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года: [справочник / ред. А. И. Захаров]. — Изд. 5-е. / Президиум Верхов. Совета БАССР. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. — С. 189. — 429 [1] с.: табл. преим. — Алф. указ.: с. 348—430 с.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә