Ураҙбаев Ҡоҙабай Лоҡман улы

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы

Ураҙбаев Ҡоҙабай Лоҡман улы (1920 йыл — 1997 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия рядовойы. 112-се Башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының 2-се эскадроны ҡылыссыһы[1]. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) кавалеры[1].

Ураҙбаев Ҡоҙабай Лоҡман улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1920
Тыуған урыны Сыңғыҙ ауылы, Бөрйән-Түңгәүер кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР
Вафат булған көнө 1997
Ерләнгән урыны 1-се Эткол
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Ҡоҙабай Лоҡман улы Ураҙбаев 1920 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында[1] тыуған. 1942 йылда БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Данлыҡлы 112-се башҡорт кавалерия (1943 йылдың февраленән 16-сы гвардия) дивизияһында хеҙмәт итә: 58-се гвардия кавалерия полкының 2-се эскадронында ҡылыссы. Алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн 1943 йылда ике тапҡыр иң юғары хәрби һалдат наградаһы — «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була. Һуғыштан яраланғандан һуң 1944 йылда ҡайта.

1997 йылды Баймаҡ районы 1-се Этҡол ауылында вафат була һәм шунда ерләнә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены (1985)
  • ике «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (28 март 1943[2]; 18 октябрь 1943[3])
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (9 май 1945)
  • Юбилей миҙалдары

Ураҙбаев Ҡоҙабай Лоҡман улының исеме Башҡортостандың Баймаҡ районы буйынса Хәтер китабына[сығанаҡ 1243  көн күрһәтелмәгән] индерелгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә