Урал (автомобиль юлы)

«Урал» М-5 федераль автомобиль юлы  — федераль әһәмиәттәге юл. Ул Мәскәү — Рязань — Пенза — Һамар — Өфө — Силәбе аша үтә (Рязань, Саранск, Пенза, Ульяновск, Һамар, Ырымбур, Өфө, Екатеринбург ҡалаларына инеү юлдары менән). Оҙонлоғо 1879 километрға һуҙылған. Юл E 30 европа маршрут селтәренең һәм AH6 азия маршрутының бер өлөшө. Был юлдың Екатеринбург (Силәбе — Екатеринбург) ҡалаһына тармағы AH7 Азия маршрутының өлөшө. Шулай уҡ Саранск, Ырымбур ҡалаларына ла тармаҡтары бар[1].

М-5 — илдең элекке автомобиль юлдарының береһе. Мәскәү — Рязань өлөшө (автомобиль хәрәкәте өсөн яраҡлаштырылған был юл элегерәк тә булған) 30-сы йылдар башында илдә автомобилдәр күренә башлағас төҙөлә. 1946—1947 йылдарҙа ул Куйбышев ҡалаһына тиклем һуҙыла[2]; бөтә оҙонлоғона (Мәскәүҙән Силәбегә тиклем) хәрәкәт 1965 йылда асыла.

Мәскәүҙән алып Рязань өлкәһенең Добрый Сот торағына тиклем (240-сы км) трассала һәр йүнәлештә лә икешәр һыҙат бар. Артабан юл тарая һәм берәр һыҙат менән бара (Мокшан — Чемодановка, Пенза ҡалаһы тирәләй, Городище — Түбәнге Елүҙән, Тольятти — Ҡыҙыл Яр, Языков — Өфө, Сыбаркүл — Силәбе араларынан тыш).

М-5 трассаһын көнсығышҡа ҡарай «Иртыш», «Себер», «Байкал» һәм «Амур» юлдары дауам итә. «Волга» М-7 автоюлының көнсығыштағы осо Өфөләге М-5 трассаһы менән тоташа.

 
М5 федераль трассаһы (Мәскәү — Силәбе) федераль юлдар селтәрендә

ҡалаһы)

<maplink>: JSON хатаһы: Синтаксис хатаһы

HGЯO]]

«Урал» М-5 автомобиль юлы МКАД менән Волгоград проспекты киҫешкән урында башлана, артабан ул көньяҡ-көнбайыш йүнәлештә Мәскәү өлкәһе буйлап Люберец, артабан Бронницы, Коломна тирәләп Луховицы аша үтә. Мәскәү өлкәһендә «Урал» трассаһы Мәскәү һәм Ока йылғаларын (Коломна янында) киҫә.

Артабан магистраль Рязань өлкәһе биләмәһе буйлап көньяҡ-көнсығыш һәм көнсығыш йүнәлештә дауам итә. Рязань өлкәһендә ул Проня һәм Цну йылғаларын киҫә.

Унан һуң трасса Мордва Республикаһы буйлап көньяҡ-көнсығыш йүнәлештә бара. Саранск ҡалаһына инеү юлы төп трассанан 458 км тәшкил итә.

 
М-5 трассаһы Рязань өлкәһендә
 
М-5 Кузнецк тирәһендә.

Артабан Пенза өлкәһендә көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш йүнәлештә Спасск, Түбәнге Ломов, Мокшан, Рамзай, Пенза, Заречный, Кузнецк тораҡтары.

Унан магистраль Ульяновск, Һамар, Ырымбур өлкәләре, Татарстан Республикаһы аша үтә.

Артабан трасса көнсығыш йүнәлештә Башҡортостан Республикаһы биләмәһенә инә һәм Октябрьский, Өфө ҡалаларының көньяҡ ситенән үтә. Башҡортостан биләмәһендә ул Өфө янында Дим һәм Ағиҙел йылғалары аша үтә.

Башҡортостандан һуң магистраль Силәбе өлкәһендә көнсығыш, төньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнсығыш йүнәлештә дауам итә. Шарлаш һәм Усть-Катав араһында ул йәнә Башҡортостан биләмәһенә инеп сыға, унан һуңынан көньяҡ Һатҡы, Златоуст, Мейәс, Сыбаркүл тирәләп үтеп Силәбе ҡалаһында тамамлана.

 
 
Силәбе өлкәһендәге трассаның Силәбе — Екатеринбург араһы

Юлдың таулы өлөшө

үҙгәртергә
 
Таулы юлдағы тығын

Юлдың иң хәүефле урыны уның көнсығыш өлөшөндәге Силәбе өлкәһенә тура килә. Бигерәк тә Сим һәм Усть-Катав ҡалалары тирәһе ҡатмарлы. Юлдың был өлөшөндә йыл да иллеләп кеше һәләк була, ике йөҙләп кеше йәрәхәтләнә. Юлдың киңлеге һәр йүнәлештә 1-3 һыҙатлы, айырым араларҙа ҡаршы йүнәлешле юлдар бүлеү һыҙаттары йәки кәртәләр менән бүленгән. Был аралағы юлдың 84 проценты ныҡлыҡ талаптары нормаһына тап килмәй. Трассалағы хәрәкәт көсөргәнешлеге тейешенән 5—7 тапҡырға артыҡ[3].[4]

Тигеҙлек өлөшө

үҙгәртергә
 
Электрон мәғлүмәт таблоһы
 
М5 трассаһы

Мәскәү өлкәһе аша үткән юл ике-дүрт һыҙатлы. Юлдың сифаты яҡшы.

Рязань — Өфө араһы йыл һайын йүнәтелеп тора. Әммә ҡайһы бер урындарҙың сифаты бик насар. Бигерәк тә ике һыҙатлы юлдар тиҙ боҙола һәм ундай урындар ҡыш осоронда ныҡ хәүефле.

Галереяһы

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

[5]

Һылтанмалар

үҙгәртергә