Урал тау заводы цивилизацияһы
Урал тау заводы цивилизацияһы — Урал төбәк мәҙәниәте — Рәсәй һәм Урал тарихында XVIII быуаттан алып XIX быуаттың беренсе яртыһына тиклемге мәҙәни осор[1]. Цивилизация өсөн үҙенсәлекле мәҙәниәттең айырылыуы, тау ҡалаларының булыуы, күп халыҡлы состав, художестволы биҙәлештең үҙенсәлекле стиле һ. б.
Урал тау заводы цивилизацияһы | |
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
---|---|
Башланыу датаһы | 1721 |
Тамамланыу датаһы | 1850 |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Павел Степанович Богословский[d] |
Урал тау заводы цивилизацияһы Викимилектә |
Һыу ярҙамында эшләүсе төҙөлгән ҡала- заводтар яңы тораҡ тибын билдәләй[2]: улар башҡа сәнәғәт тораҡтарынан (тоҙ ҡайнатыу, караптар төҙөү, һөнәрселек слободаларынан) төҙөлөү принциптары һәм архитектура ҡиәфәте менән айырылып тора[1]. Шуға күрә был тау заводы цивилизацияһын гидравлик тип тә тип атарға мөмкин, сөнки уның энергетик нигеҙе булып һыу ярҙамында эшләүсе машина һәм механизмдар тора, улар плотина һәм быуалар менән берҙәм системаға берләштерелә[3].
Урал тау заводтары цивилизацияһының үҙәге Пермь крайы, Свердловск өлкәһе, Удмурт республикаһы, Башҡортостан Республикаһы, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләрендә урынлаша.
Өйрәнеү тарихы
үҙгәртергәXX быуаттың тәүге сирегендә иҡтисадсы һәм тарихсыларҙың докладында «тау заводы боронғолоғо»тигән термин нығына [4]. Мәсьәлә тарихы 1916 йылда Уралда беренсе университет ойоштороу менән бәйле, шул саҡта Пермгә эшкә тикшеренеү эшмәкәрлегенә бөтә яҡлан әҙерлекле уҡымышлы филологтар һәм тарихсылар килә. Күп кенә сығарылыш уҡыусылары Петроград университетының тарих-филология факультетын тамамлаусылар, күренекле ғалимдарҙың (Академик В.В. Латышев, А. А. Шахматов, И.А. Соболевский, Н. П. Лихачев, Б.А. Тураев һ.б. мәктәбе) уҡыусылары, Боронғо Рустең, Византия, Сирия, Греция, Италия, Англия, Франция тарихтары буйынса белгестәр була. Пермь университетының беренсе профессорҙары, тарихсы, археограф, филолог, этнографтары Б. Д. Греков, Б. Л. Богаевский, С. П. Обнорский, А. П. Кадлубовский, В. Э. Крусман, А. П. Дьяконов, Л. А. Булаховский, П. С. Богословский, А. А. Савич, Н. П. Оттокар һәм башҡалар була. Боронғо һәм яңы телдәрҙе белеү менән айырылып торҙолар, уларҙың күбеһе сит илдәрҙә командировкала ғилми архивта, китапханала, тикшеренеү учреждениеларҙа эшләй[5][6].
Тарих-филология факультетында профессор Б.Л. Богаевский илдә абруйлы булған Боронғолоҡто өйрәнеү үҙәге, Боронғолоҡтоң уникаль музейын ойоштора. Тарих-филология факультеты ҡалимдары философия, тарих, социаль фәндәр йәмғиәте ойоштора, ул университетта 1917 йылдан алып 1930 йылға ьтиклем эшләй һәм ғилми эштәр йыйынтығы баҫып сығара. Был йәмғиәттә университеттың бөтә эшмәкәрлеге дауамында уҡыу-ғилми эш буйынса проректоры профессор А.П.Дьяконов рәйеслек итә (ул факультеттың деканы ла була һәм антик мәҙәниәт тарихы буйынса лекциялар уҡыусы иң әүҙем уҡытыусыларҙың береһе, илдә сүриә телен белгән иң күренекле ғалимдарҙың береһе). Б.Богаевский, С.Обнорский һәм П.Богословский инициативаһы буйынса, университетта хәҙерге студенттарҙың ғилми йәмғиәттәренең өлгөһө булған Төньяҡ крайҙы өйрәнеү түңәрәге ойошторола. Түңәрәк ағзалары Пермдең үҙендә лә, шулай уҡ бөтә өлкәлә лә киң тикшеренеү эштәре алып бара. Түңәрәктә студенттар ғына түгел, шулай уҡ уҡытыусылар ҙа, урындағы яҡты өйрәнеүсе белгестәр ҙә: ботаника профессоры А.Г. Генкель, георгаф В.А.Кондаков, иҡтисад профессорҙары М. И. Альтшуллер һәм Д. М. Бобылев, музей белгесе А. К. Сыропятов, табип П. Н. Серебренников, фольклорсы Е.Н. Ончуков һ.б. һөҙөмтәле эшләүгә мөмкинлек ала. Түңәрәктең тәүге эшләү йылдарында уҡ тикшеренеү темаһы сифатында тарих, этнография, археология, тел ғилеме, социаль-иҡтисади һәм Кама яны һәм Төньяҡ Урал проблемалары тора. Түңәрәк ағзалары урындағы гәзиттәрҙең һәм журналдарҙың хәбәрселәре булып китә, дүрт «Пермский краеведческий сборник» баҫтырып сығара, унда түңәрәккә йөрөүселәрҙең эше тураһында етмешкә яҡын доклады урын ала. Һуңынан түңәрәк Этнография йәмғиәте тип үҙгәртелә, ул Пермдә 30-сы йылдар уртаһына тиклем эшлй. 1923 йылда түңәрәк Рус Төньяғы Музейына нигеҙ һала, 1929 йылда П.С.Богословский башланғысы менән Пермь әҙәби-театр музейы ойошторола[5][6]. Түңәрәк эшмәкәрлегенең мөһим һөҙөмтәләренең береһе булып А.А.Савичтың 1925 йылда баҫылып сыҡҡан «Прошлое Урала» монографияһы тора[8] (Савич түңәрәк рәйесе урынбаҫары була). Китапты белгестәр Уралда кешеләрҙең йәшәй башлауынан алып XIX быуат аҙағына тиклемге төбәк тарихы буйынса дөйөмләштерелгән эш тип иҫәпләй. Монография тәүге университет хеҙмәт булып тора[5][6].
1926 йылда « Экономика» журналы биттәрендә П. Богословский, Уралда беренсе тарихсы булараҡ, Уралды төрлө яҡлап мәҙәни-тарихи өйрәнеүенең төп принциптарын формалаштыра. Ғалим Урал өлкәһен үҙенсәлекле факторҙары менән мәҙәни-социаль тәртиптәге ҙур географик берәмек кеүек билдәләй. Уралға Европа Рәсәйенән тиҫтәләрсә мең крәҫтиәндәрҙең күсеп килеүе фактын билдәләп, Богословский Уралда айырым идеологик асылы һәм художество биҙәлештең үҙенсәлекле стиле менән «үҙенсәлекле тау заводы цивилизацияһының» булыуын дәлилләй һәм ошо тезистарҙан килтерелгән «Урал һәм Кама яны мәҙәниәт тарихсыһы яғынан айырым иғтибарға эйә» тигән һығымтаға килә[9]. Богословский фекере буйынса, ун һигеҙенсе быуат башында Рәсәй күскенселәренең Уралға даими ағымы Уралды тулыһынса баҫып ала, уға йәнәш ятҡан ауыл хужалығы биләмәләрен эшкәртә, тоҙ, металлургия һәм башҡа производство үҫеше темптарын тәьмин итә, Себер һәм Алыҫ Көнсығышты үҙләштереүгә тиҙ булышлыҡ иткән үҙенсәлекле төбәк мәҙәниәтен булдыра. Богословский тарафынан билдәләнгән үҙгәрештәр күләме иҡтисади-статистик һәм башҡа хеҙмәттәрҙә сағыла. Мәҫәлән, телгә алынған быуат ярымда Рәсәйҙә биш йөҙҙән артыҡ ҡала-заводтар һәм яртыһынан ашыуы Уралда төҙөлгән.
Кама янында тарихи-мәҙәни тикшеренеүҙәрҙең XX быуаттың һуңғы утыҙ йыллығы Пермь дәүләт университеты һәм Пермь политехник институты культурологтары Л.Е. Кертман һәм З.И. Файнбург хеҙмәттәрендә билдәләнә.[10]. Пермь ғалимдарының эштәре Рәсәйҙә генә түгел сит илдәрҙә лә танылыу таба[11]
Уралда ҡала-заводтар үҫеше
үҙгәртергәXVIII быуат тау заводы цивилизацияһы өсөн Кама янында һәм Уралда тау заводтарын төҙөү хас, улар Урал тәбиғәт ресурстарын: башта тоҙҙо, һуңғараҡ Урал төҫлө мәғдәндәрен һәм ҡара металды үҙләштереүҙең тиҙ һәм ышаныслы ысулын тәьмин итә[12]. Был боронғо Урал ҡала-заводтары, мотлаҡ атрибуттар рәүешендә, завод быуаһы, плотина эргәһендә боронғо заводы, идарасы йорто һәм завод контораһына эйә була[13].
Урал тау заводы цивилизацияһы үҫешкәнгә тиклем Кама яны тоҙ промыслалары һәм уларҙы уратып алған тирә-яғы айырым эшләгән ҡатмарлы фабрикаларҙан ғибәрәт була. Өҫтә тоҙло һыу өсөн улаҡтар менән ҙур тоҙло һыу күтәргестәр, ҙур ҡайнатыу ҡулайламалары, хатта хәҙерге күҙлектән дә ныҡ ҙур булған тоҙ амбарҙары, баржаларҙы өҙлөкһөҙ етештереү өсөн яйға һалынған караптар эшләү урыны — былар барыһы ла инженер сәнғәтенең юғары тәжрибәһенә таянып ағастан, металдан эшләнгән. Урал үҙенең икмәге менән туйыныуы, тоҙо, үҙенең тимере менән алға китеүе, һәм хатта уның менән Себерҙе күтәреүе яңы барлыҡҡа килеүсе цивилизация өсөн мөһим факт булып тора[14][6].
XVIII быуатта Строганов төбәгендә тиҙ арала ҙур тораҡ пункттар селтәре барлыҡҡа килә һәм үҫешә башлай. Уларҙың үҙәге булып Ильинка ауылы, йәки Яңы Усолье һәм Чусосвое кеүек тоҙ ауыл хужалығы производствоһы үҙәктәре тора. Шулай уҡ баҡыр иретеү заводтары: Пыскорский, Чёрмоз һ. б. Бынан тыш, тимер һәм суйын әҙерләгән Добрянка, Полазна, Очер, Кизел заводтары. Былар тораҡ пункттар селтәре, улар Уралдың көнбайыш «Строганов», шулай уҡ көнсығыш «Демидов» битләүҙәрендәге тау заводы цивилизацияһының нигеҙе була. Әммә шулай уҡ дәүләт, ҡаҙна өлөшө лә була, уны хоҡуҡлы рәүештә «Татищев» тип әйтергә була[6].
Андрей Воронихиндың архитектура сәнғәте классик мәктәбенә эйәреп, Пермь тау идараһы рәссам-архитекторы Иван Иванович Свиязев архитектура сиселешенең етештереү технологиялары менән бәйле булыуына иғтибар итә, төрлө Урал ҡалаларының заводтарының күп проекттарын эшләй, мәҫәлән, Дедюхин тау ҡалаһының тоҙ ҡайнатыу яйламаларын, Чермоздың завод ҡоролмаларын. Свиязев Урал архитектура мәктәбенә нигеҙ һалыусы булып тора, ул 35 йәшендә ике томлыҡ «Руководство к архитектуре» китабын баҫтырып сығара. Был китап Рәсәйҙә архитектура буйынса мөһим китап була һәм бөтә ватан архитектура тәжрибәһенең теоретик дөйөмләштереүе, беренсе сиратта, Урал тау заводы төҙөлөшөнөң тәжрибәһе кеүек ҡабул ителә[14][6].
XVIII быуаттың аҙаҡҡы утыҙ йыллығы — Уралда ҡалалар төҙөлөшө эшмәкәрлегенең күтәрелеше осоро. XIX быуаттың тәүге сирегендә провинция ҡала-заводтар ансамбль төҙөлөшөнә тиклем күтәрелә, губерна архитекторҙары вазифалары, тау заводтары архитекторҙары булдырыла, тау округтары, тау заводтарының төп идаралығы ойошторола[16]. Был заводтар суйын иретеү һәм тимер етештереү буйынса донъяла оҙаҡ ваҡыт Рәсәйҙең өҫтөнлөклөгөн тәьмин итә, баҡыр иретеү буйынса һиҙелерлек урын һәм заманса Урал техник һәм технологик цивилизацияның формалашыуына этәргес бирә (мәҫәлән, хәҙерге Урал инженерҙар мәктәбенең береһе Урал аэрокосмос комплекстың үҫешен тәьмин итә)[17].
XVII—XVIII быуаттарҙа Уралда металлургия сәнәғәте үҫешенә төбәктә мәғдәндең бай ятҡылыҡтарының күплеге булышлыҡ итә. Тимер юлдарының булмауы күп һанлы бәләкәй рудниктарҙың эшләүенә килтерә. Тимер рудаһы запастары бөтмәҫлек булһа ла, баҡыр мәғдәне, киреһенсә, тиҙ бөтә, был XVII быуат аҙағында — XVIII быуат башында Көнбайыш Уралда 40 баҡыр иретеү заводының ябылыуына килтерә[18].
Туристик ҡыҙыҡһыныу
үҙгәртергәXXI быуат башында Урал тау заводтары цивилизацияһы ҡалалары буйынса сәнәғәт туризмы яңы үҫеш ала. Иҫтәлекле урындар араһында, мәҫәлән, Чусов этнография паркы, Усьвен «таш ҡалаһы», Всеволод-Вильва ҡалаһында «Пастернак йорто», Усольела Строгановтар плптпһы һәм Никольский ҡорамы бар[19]. 2016 йылда Первоуральскта Инновацион мәҙәни үҙәктә тау заводы цивилизацияһы музейы асыла.
-
Первоуральскта тау заводы цивилизацияһы музейында Невьянск стенды.
-
Тау заводы цивилизацияһы музейында Екатеринбург стенды.
-
Чусовая йылғаһы буйлап тимер каруандарға оҡшатып эшләнгән тау заводы цивилизацияһы музейы стенды.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Лотарёва Р. М., 1993
- ↑ Термин «города-заводы» (вместо прежних «горные заводы» или «горные города») впервые использовал А. В. Луначарский в своей работе «Уральские очерки. Города—заводы», затем архитектор Н. С. Алфёров — в книге «Зодчие Урала».
- ↑ История и экология, 2008
- ↑ Хандор Л. Уральское областное бюро краеведения (рус.) // Отв. ред. Н. И. Марков, науч. ред. Д. М. Бобылев. — Экономика : ежемесячный журнал. — Пермь, 1925. — Т. IV год издания. — № 2—3 (33—34). — С. 68.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Баньковский Л. В. История культурологических исследований в Пермском крае и направления работы над областной программой «Культура» (рус.) // Проблемы и тенденции развития Верхнекамского региона: история, культура, экономика : мат-лы респ. науч.-прак. конф.. — Березники: Березниковский филиал Пермского политехнического института, 1992. — С. 108—113.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 Собрание сочинений. Т. VIII, 2013-2014
- ↑ Профессора Пермского государственного университета, 2008
- ↑ Савич А. А. Прошлое Урала (урыҫ): Исторические очерки — Пермь: 1925. — 133 с. — 1000 экз.
- ↑ Богословский П. С. О постановке культурно-исторических изучений Урала (рус.) // Уральское краеведение : журнал. — Свердловск: Уральское областное бюро краеведения. Орган краеведческой и научно-исследовательской работы Урала, 1927. — В. 1. — С. 33—37.
- ↑ Баньковский Л. В. Пермь: У истоков культурологии (рус.) // Наука Урала : газета. — Екатеринбург: УрО РАН, 1993. — № 8. — С. 7.
- ↑ Например, Кертман Л. Е. К методологии изучения культуры и критике её идеалистических концепций. — Новая и новейшая история (журнал). — 1973. — № 3.
- ↑ Баньковский Л. Невский начинается в Ильинском. О судьбе архитектора Андрея Воронихина . Мысль (газета) (февраль 1993). — №3. — С. 10. Дата обращения: 30 декабрь 2018. Был һылтанма
- ↑ Города России, 1994, с. 9—11
- ↑ 14,0 14,1 Баньковский Л.Невский начинается в Ильинском.О судьбе архитектора Андрея Воронихина. Мысль (газета)(февраль 1993).— №3. — С. 10.Дата обращения: 30 декабря 2018.
- ↑ Соликамск: город-кристалл, 2006
- ↑ Собрание сочинений. Т. VIII, 2013-2014, с. 1408
- ↑ Собрание сочинений. Т. VIII, 2013-2014, с. 1411
- ↑ Алексеев, Гаврилов, 2008
- ↑ Азанова Е. Горнозаводская цивилизация в поисках второго дыхания (рус.) // Верхнекамье : газета. — 2009. — № 16.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Баньковский Л. История и экология: очерки об истоках исторической гидрогеографии (урыҫ) — Соликамск: 2008. — 356 с. — ISBN 978-5-89469-055-1 — OTRS) —
- Баньковский Л. В. Статьи. Очерки. Документы. 1992-1994 // Собрание сочинений. — Березники: РГБ, 2013—2014. — Т. 8. — OTRS) —
- Баньковский Л. В. Статьи. Очерки. Документы. 1995-1997 // Собрание сочинений. — Березники: РГБ, 2013—2014. — Т. 9. — OTRS) —
- Богословский Павел Степанович // Профессора Пермского государственного университета (1916-2001) / Гл. ред. В. В. Маланин. — Пермь: Издательство Пермского университета, 2001. — 279 с. — 3000 экз. — ISBN 5-8241-0252-X.
- Города России / Гл. ред. Г. М. Лаппо. — энциклопедия. — Москва: Научное издательство «Большая советская энциклопедия», 1994. — 559 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-85270-026-6, УДК 908(470)(03).
- Баньковский Л. В. Участие Г. Миллера, И. Гмелина, Г. Стеллера, П. Палласа в становлении Уральской горнозаводской цивилизации // «Aus Sibirien — 2005». Науч.-информационный сб., посв. 60-летию окончания Второй мировой войны и 75-летию Тюменского гос. у-та: Мат-лы II междунар. науч.-практ. конф. «Стеллеровские чтения». — Тюмень: Экспресс, 2005. — С. 30-31.
- Лотарёва Р. М. Города-заводы России. XVIII — первая половина XIX века / Рецензенты: Попов А. В., Раскин А. М., ред. Е. И. Маркова. — Екатеринбург: Издательство Уральского университета. Уральская архитектурно-художественная академия, 1993. — 216 с. — 2000 экз. экз. — ISBN 5-7525-0289-6.
- Баньковский Л. В. Раздел I. Соликамско-Чердынское Приуралье – старейшая горная провинция России и Раздел II. Соликамск — первенец Уральской горнозаводской цивилизации // Соликамск: город-кристалл: Начала соликамсковедения. — 2-е изд.. — Соликамск: Изд-во СГПИ, 2006. — 306 с. — ISBN 5-89469-042-0. — OTRS) —
- Малые города Верхнекамья: Экономика, экология и культура / Сост. Л. В. Баньковский. — Сборник статей и очерков. — Березники, 1994. — 106 с.
- Шишов К. Урал и техническая цивилизация (рус.) // Наука Урала : газета. — Екатеринбург: УрО РАН, 1989. — № 28. — С. 4—5.
- Алексеев В. В., Гаврилов Д. В. Металлургия Урала с древнейших времён до наших дней. — М.: Наука, 2008. — 886 с. — 1650 экз. — ISBN 978-5-02-036731-9.