Төнгәк

Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Төнгәк ауыл биләмәһенең административ үҙәге
(Төңгөк битенән йүнәлтелде)

Төнгәк (Төнгүк, Чат, Төндөк[1]; рус. Тюндюк) — Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Төнгәк ауыл биләмәһенең административ үҙәге. Почта индексы — 618161, ОКАТО коды — 57204804001.

Ауыл
Төнгәк
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Пермь крайы

Муниципаль район

Барҙы районы

Координаталар

56°49′10″ с. ш. 55°37′16″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Этнохороним

төңгөктәр, төңгөкләр

Телефон коды34261
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

59, 81, 159

ОКАТО коды

57 204 000 058

ОКТМО коды

57 604 403 101

ГКГН номеры

0347249

Төнгәк (Рәсәй)
Төнгәк
Төнгәк
Төнгәк (Пермь крайы)
Төнгәк

Ауыл район үҙәге Барҙы ауылынан яҡынса 12 км көньяҡтараҡ урынлашҡан.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 669 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 317 ир һәм 352 ҡатын[2]. 2005 йылда ауылда 751 кеше йәшәгән[3].

Ауыл тарихы

үҙгәртергә

Тарихи сығанаҡтар буйынса Төнгәк — моноэтник башҡорт ауылы[4]. Революцияға тиклем үткәрелгән һәр бер ревизияла ауыл халҡы үҙен башҡорт милләте вәкилдәре итеп танытҡан[4]. 1816 йылда ауылдың 42 йортонда 266 кеше, 1834 йылда 50 йортта 323 кеше, ә 1859 йылда 61 йортта 510 кеше иҫәпләнгән[4].

Төнгүк халҡы 1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында актив ҡатнаша. Ауыл муллаһы Сурағол Миңлебай улы ихтилал етәкселәренең береһе була[4].

Ауылда 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны, көмөш миҙал кавалеры Ғөбәйҙулла Ҡансурин йәшәгән, һуғышта ул 20-се башҡорт полкында хеҙмәт иткән[4].

1845 йылдан алып ауылдың йәмиғ мәсете эргәһендә мосолман мәктәбе эшләп килгән, 1868 йылда мәктәптә 40 малай һәм 20 ҡыҙ белем алған[4].
Тарихсы Ә. З. Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Климаты — уртаса континенталь. Ҡыш һыуыҡ һәм буранлы, ҡар ҡатламы берәр метрҙан артып китә ала. Яуым-төшөм күләменең күпселек өлөшө июнь-август айҙарына тура килә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 365. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  2. Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Дата обращения: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
  3. Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Дата обращения: 14 октябрь 2012. 2016 йыл 14 март архивланған.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009, 615 бит
  5. Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009, 615 стр.

Һылтанмалар

үҙгәртергә