Төркмәнчай тыныслыҡ килешеүе

Төркмәнчай килешеүе (рус. Туркманчайский договор, Туркманчайский трактат[1]) — 1826—1828 йылдарҙағы рус-фарсы һуғышын тамамлаусы Рәсәй империяһы һәм Фарсыстан (Иран) араһындағы тыныслыҡ килешеүе. 1828 йылдың 10 (22) февралендә Төркмәнчай ауылында (Тәбриз янында) ҡул ҡуйылған. Килешеү шарттарын төҙөүҙә Александр Грибоедов ҡатнашған.

Төркмәнчай тыныслыҡ килешеүе
фарс. عهدنامه ترکمانچای
Инфантериянан генерал И. Ф. Паскевич һәм принц Аббас-Мирза Төркмәнчайҙа тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыуҙа.
Инфантериянан генерал И. Ф. Паскевич һәм принц Аббас-Мирза Төркмәнчайҙа тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыуҙа.
Килешеү төрө

Тыныслыҡ килешеүе

Ҡул ҡуйылған ваҡыты

10 февраль (22 1828 йыл

Ҡул ҡуйылған урыны

Төркмәнчай (Тәбриз янында)

Имза ҡуйҙылар

Инфантериянан генерал И. Ф. Паскевич һәм принц Аббас-Мирза

Яҡтар

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Фарсыстан

Языки

урыҫ, фарсы

 Төркмәнчай тыныслыҡ килешеүе Викимилектә

Әһәмиәте

үҙгәртергә
 
Рәсәй империяһына күскән Эриван һәм Нахичеван ханлыҡтары. 1902 йылғы карта

Килешеү Рәсәй империяһының 1813 йылғы Гөлистан тыныслыҡ килешеүенә ярашлы территориаль ҡушылыуҙарын раҫлаған. Шулай уҡ Төркмәнчай килешеүенә ярашлы Рәсәйгә әрмәндәр һәм әзербайжандар йәшәгән Эриван һәм Нахичеван ханлыҡтары күскән[2][3][4][5]. Шулай уҡ Фарсыстан әрмәндәрҙең Рәсәйгә күсеүенә ҡамасауламаҫҡа бурыслы булған[3][6]. Фарсыстанға көмөш менән 20 миллион һум контрибуция һалынған. Яҡтар илселәр кимәлендә миссиялар менән алышынған. Рәсәй хөкүмәте Рәсәй империяһы менән килешеүгә ҡул ҡуйған принц Аббас-Мирзаны Фарсыстан тәхетенең вариҫы итеп таныған.

Тыныслыҡ килешеүе менән бер үк ваҡытта сауҙа трактатына ҡул ҡуйылған, уға ярашлы рус сауҙагәрҙәре Ирандың бөтә территорияһында ирекле сауҙа итергә хоҡуҡ алған. Килешеү Рәсәйҙең кавказ аръяғындағы позицияларын нығытҡан, Урта Көнсығышта Рәсәйҙең йоғонтоһоноң көсәйеүенә булышлыҡ иткән һәм Фарсыстанда Британия империяһының позицияларын ҡаҡшатҡан. Мәҫәлән, килешеү Каспий диңгеҙендә рус сауҙа караптары өсөн ирекле йөҙөүҙе раҫлаған һәм бында Рәсәйгә генә хәрби флот тоторға хоҡуҡ биргән. «Сауҙа тураһында айырым акт» буйынса Иран территорияһында рус подданыйҙары йәки улар араһында һәм башҡа ниндәйҙә булһа державаның подданыйҙары араһында барлыҡҡа килгән бөтә эштәрҙә һәм даулашыуҙарҙа рус подданыйҙары рус дипломатик вәкилдәре юрисдикцияһына күсеүен урынлаштырған[7]. Рәсәй һәм Иран подданыйҙары араһындағы суд эштәре Иран властары тарафынан ҡаралырға тейеш, әммә бында рус миссяиыһ йәки консуллыҡ вәкилдәре мотлаҡ ҡатнашырға тейеш булған[7].

Килешеү Фарсыстанда йәшәүсе әрмәндәр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған.

Көнбайыш һәм иран авторҙарының баһаламалары буйынса Төркмәнчай килешеүе Ирандың артабанғы яҙмышына тиҫкәре эҙемтәләр килтергән. Дж. Кей буйынса, Төркмәнчай килешеүе «Иран өсөн ныҡ мәсхәрәле булған»[8]. Фридрих Энгельс билдәләүенсә, «Төркмәнчай килешеүе Фарсыстанды Рәсәйҙең вассалына әйләндергән»[9]. Иран тарихсыһы Мехди Моджтахеди буйынса, Төркмәнчай килешеүе Гөлистан килешеүенә ҡарағанда күпкә зыянлыраҡ булған, сөнки Иран тулыһынса капитуляциялаған, ә Каджар династияһы шаһтары «Рәсәйҙең сәйәси ҡоралы» буйлып киткәндәр[10]. Икенсе фарсы авторы буйынса М. Афшар буйынса «Төркмәнчай Ирандың сәйәси төшөнкөлөгөнөң башланыуы булған, ә шаһтың империяһы үҙенең ҡеүәтле күршеһенә ҡаршы көрәшергә хоҡуҡтан тыш, уға ҡаршы торорға ла хоҡуғынан мәхрүм ителгән»[11]. Фарсы тарихсыларының Дербентты «Ирандың ишеге» тип атауҙарын иҫләтеп, ул шундай һығымтаға килә: Кавказды юғалтыу Иран өсөн уның территорияһының бер өлөшөн юғалтыу ғына булып ҡалмай, ә «үҙенең иң татыуһыҙ дошманына үҙ йортоноң ишектәрен асыу» була[11].

Артабанғы тарих

үҙгәртергә

Тиҙҙән Төркмәнчай килешеүен төҙөгәндән һуң, рус-төрөк һуғышы башланыуына бәйле, Британия империяһы менән ҡотортолған Иран хөкүмәте килешеү шарттарын үтәүҙән баш тартырға маташҡан. Иран хөкүмәте тарафынан килешеүҙе боҙоуҙар Тәһрандағы рус министры-резиденты Александр Грибоедов яғынан бер нисә протест тыуҙырған. 1829 йылдың 11 февралендә Рәсәйгә ҡаршы һарай яны төркөмө тарафынан (улар британ агенттар менән тығыҙ бәйләнештә һәм шаһҡа яҡын булған) рус миссияһында үлтерештәр ойошторолған һәм башҡарылған, һөҙөмтәлә Грибоедов һәләк булған. Император Николай I Иран менән яңы ҡораллы низағҡа инергә теләмәгән, һәм шаһ тарафынан килтерелгән формаль ғәфү үтенеүәр менән ҡәнәғәтләнгән[7].

Килешеү Октябрь революцияһына тиклем Рәсәй-Иран мөнәсәбәттәренең нигеҙен тәшкил иткән[7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. История дипломатии. М.-Л.: ОГИЗ, 1945. т.3, с.803.
  2. George A. Boumoutian. A Concise History of the Armenian People (From Ancient Times to the Present). — Mazda Publishers, Inc., 2006. — P. 241.

  3. 3,0 3,1 Туркманчайский договор 1828; статья из БСЭ
  4. R. Khanam. Encyclopaedic Ethnography of Middle-East and Central Asia: A-I. vol. 1, 2005, p. 53:

    Eastern Armenia was controlled by Persia and Western Armenia by the Ottoman Empire. In 1828 Eastern Armenia came under Russian rule.

  5. Eastern Europe and the Commonwealth of Independent States, 1999, p. 134:

    In 1828 the Russian Empire gained Eastern (Persian) Armenia by the Treaty of Turkmanchai

  6. Дипломатический словарь. — М.: Государственное издательство политической литературы. А. Я. Вышинский, С. А. Лозовский. 1948

    ...К России отошли территории ханств Эриванского (по обеим сторонам р. Аракса) и Нахичеванского. Иранское правительство обязалось не препятствовать переселению в русские пределы армян (армяне оказывали во время войны поддержку русской армии). На Иран была наложена контрибуция в размере 20 млн. руб....

  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 Туркманчайский мирный договор 1828 // Дипломатический словарь / А. Я. Вышинский, С. А. Лозовский. — М.: Государственное издательство политической литературы, 1948.
  8. Балаян Б. П., 1967, с. 220
  9. Балаян Б. П., 1967, с. 218
  10. Балаян Б. П., 1967, с. 225-226
  11. 11,0 11,1 Балаян Б. П., 1967, с. 229-230
  • О мире между Россией и Персией // Полное собрание законов Российской империи, собрание второе. — СПб.: Типография II отделения Собственной Его Императорского Величества канцелярии, 1830. — Т. III, 1828, № 1794. — С. 125—130.
  • Балаян Б. П. Международные отношения Ирана в 1813—1828 гг.. — Ереван: Изд-во АН Армянской ССР, 1967. — С. 295.

Һылтанмалар

үҙгәртергә