Төркмәндәр
Төркиә төркмәндәре менән бутамаҫҡа.
Төркмәндәр | |
төркм. Türkmenler | |
Туған тел | Төркмән теле |
---|---|
Дәүләт | Төркмәнстан |
Тасуирлау биттәре |
mar.umd.edu/assessment.a… mar.umd.edu/assessment.a… |
Хеҙмәттәре тупланмаһы | Виктория милли галереяһы[d] |
Төркмәндәр Викимилектә |
Төркмәндәр (төркм. Türkmenler) — бөгөн төркмән тип аталған халыҡ боронғо уғыҙ сығышлы, төрки телле, башлыса Төркмәнстанда, тарихи рәүештә Афғанстанда һәм Ирандың төньяҡ-көнсығышында йәшәй. Диндәре — сөнни мосолман. Дөйөм һаны — 8 миллиондан ашыуыраҡ[1]. Төп ерле халҡы Төркмәнстанда йәшәй (5 миллион самаһы). Төркөмәндәрҙең байтаҡ өлөшө Иранда, Афғанстанда һәм Рәсәйҙә йәшәй (Төньяҡ Кавказ). Иран төркмәндәре — этностың ҙур ирридентаһы — 2 миллион самаһы кеше (Ирандың рәсми статистикаһында 400 меңләп төркмән). Афған төркмәндәре шулай уҡ ярайһы күп һанлы. Дөйөм һаны — 8 миллион самаһы кеше[2].
Этногенез
үҙгәртергәТөркмәндәрҙең этногенезында иң элекке нигеҙҙе урындағы, дала саҡ-массагет һәм сармат-алан ырыуҙары, шулай уҡ боронғо Маргиана, Парфия һәм Хәрәзм халҡы тәшкил итә. 1-се мең йыллыҡ уртаһында Каспий далаларында тәүге төркмәндәр күренә башлай, IX—XI быуаттарҙа — уғыҙҙар (сәлжүктәр) төркмән этногенезы нығыныуҙа төп ролде уйнай. Төркмән милләте формалашыу XV быуатҡа тамамлана, ул ваҡытта монгол яуҙарынан һуң яңы ырыу берләшмәләренә уғыҙ булмаған төркиҙәр, айырып әйткәндә, ҡыпсаҡтар килеп инә[3].
Төркмән тигән үҙатама VIII быуатта Муг (төньяҡ Тажикстан) тауында табылған согди документтарында теркәлгән.
Төркмән этногенезында иң боронғо ҡатламды күсмән һәм ярымкүсмән ырыуҙар (дах, массагет, һуңғы осор эфталиттар һәм сармат-алан) тәшкил итә, улар бөгөнгө Төркмәнстан ерҙәрендә йәшәгән. Шулай уҡ Көнбайыш Хәрәзмдә, урта Амударья һәм төньяҡ Хорасандың ултыраҡ халҡы ла ингән. Был халыҡтар, бигерәк тә күсмәндәре, IV—VI быуаттарҙан төркиләшә башлай.
Уғыҙҙар IX—XII быуаттарҙа Төркмәнстанға күпләп килеп тулып төркмән этногенезына көслө йоғонто яһай. Уғыҙҙар урынағы халыҡ менән ҡатнашып бөтә һәм ошонда йәшәп ҡала. Төркмән теле формалаша башлай[4].
Йәмғиәт
үҙгәртергәXIX быуат аҙағында — начале XXбыуат башында нәшер ителгән «Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона» билдәләүенсә, төркмәндәр «теле буйынса османлы төрөктәргә һәм әзербайжанға яҡын»[5]
Тарихи шөғөлдәрҙән — дан тотҡан төркмән келәме, игенселек, йәйләүгә сығып мал көтөү, кейеҙ баҫыу, ебәк туҡыу. Төркмәндәр йылҡысылыҡ менән дан тота, бигерәк тә ахалтекин бәйге аттары киң билдәле.
Ырыуҙар
үҙгәртергәБашҡа Урта Азия халыҡтары кеүек үк, төркмәндәр ырыу, ара буйынса бүленеүҙе һаҡлап килгән. Иң эре төркмән ырыуҙары — эрсар, йомуд, языр, алили, салыр, човдур, гоклен һәм тәкә.
Йәшәгән урындары
үҙгәртергәТөркмәндәр Иранда, Афғанстанда, Рәсәйҙә йәшәй.
Рәсәйҙә 2002 йылда алынған халыҡ иҫәбендә 33 мең тҡркмән күрһәтелгән.
Тарихи рәүештә төркмән ырыуҙары Ставропольского крайында һәм Әстрхан өлкәһендә йәшәй.
РФ субъекты | 2002 йылда, тыс. чел. (* 2012 йыл 26 ғинуар архивланған.) |
---|---|
Ставрополь крайы | 13,9 |
Мәскәү | 2,2 |
Әстрхан өлкәһе | 1,3 |
Төркмәндәр 1000 кешенән артыҡ йәшәгән суьъекттар күрһәтелгән |
Этнографическ төркөмдәр
үҙгәртергәТөркмән этносында бер нисә этнографик төркөм барлыҡҡа килгән[6]:
- алили
- арабачи
- астраханские төркмәны
- баяты
- гоклены
- ермели
- йомуды
- машрыки (машрыклар)
- карадашлы (языры)
- кыркыны
- махтумы
- мукры
- мурчали
- нохурли (нухур)
- нуратинские төркмәны
- овляды[7]:
- ходжа
- шихи (шейхи)
- сейиды
- магтымы
- мюджевюры
- ата
- огурджали
- оламы
- сакары
- салоры (салыры)
- сарыки
- саяты
- ставропольские төркмәны (трухмены)
- текинцы (теке)
- хасари
- хатаб
- човдуры (чаудор)
- эмрели
- эрсари
- эски
Галерея
үҙгәртергә-
туркменская девушка
-
Бабули из племени йомут
-
туркмены в национальной одежде на параде Независимости
-
туркменские дети в национальной одежде на параде Независимости
-
туркмены в национальной одежде преподносят хлеб Президенту России
-
туркменский аксакал
-
туркменский болельщик ФК «Рубин» в национальной одежде
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Turkic Peoples 2011 йыл 13 август архивланған.
- ↑ Turkic Peoples 2011 йыл 13 август архивланған.
- ↑ [ төркмәны] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ төркмәны (Төркмәнстан, Иран, Афганистан, Ираҡ, Турция, Узбекистан, Россия) — Etnolog.ru
- ↑ Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона/төркмәны — Викитека . ru.wikisource.org. Дата обращения: 5 ноябрь 2017.
- ↑ Российский этнографический музей. Глоссарий. төркмәны 2007 йыл 6 май архивланған.
- ↑ Сергей Демидов төркмәнские овляды и пророк Мухаммед.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- төркмән теле
- Уғыҙҙар
- Юрюктәр — анатолия төркмәндәре
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Васильева Г. П. История этнографического изучения төркмәнского народа в отечественной науке (конец XVIII — XX века):Очерки / Отв. ред. В. И. Бушков; Рецензенты: Р. Ш. Джарылгасинова, О. Б. Наумова; Институт этнологии и антропологии им. Н. Н. Миклухо-Маклая РАН. — М.: Наука, 2003. — 200 с. — 520 экз. — ISBN 5-02-008906-0. (в пер.)
- төркмәны // Народы России. Атлас культур и религий. — М.: Дизайн. Информация. Картография, 2010. — 320 с. — ISBN 978-5-287-00718-8.
- төркмәны // Этноатлас Красноярского края / Совет администрации Красноярского края. Управление общественных связей ; гл. ред. Р. Г. Рафиков ; редкол.: В. П. Кривоногов, Р. Д. Цокаев. — 2-е изд., перераб. и доп. — Красноярск: Платина (PLATINA), 2008. — 224 с. — ISBN 978-5-98624-092-3.