Кейеҙ баҫыу
Кейеҙ — Һарыҡ йөнөнән йәйеп баҫылған ҡаралды әйбере[1]. Кейеҙ баҫыу — башҡорттарҙа урыны менән айырым оҫталар кәсебенә әйләнгән ғәҙәти шөғөл.
Эшләү ысулы
үҙгәртергәКейеҙ баҫыу өсөн һарыҡ һәм дөйә йөнө файҙаланыла, унан аҡ, һоро, ала һәм ҡара кейеҙ баҫыла. Уның өсөн, башлыса йәй мәленә тура килтереп, өмә үткәрелә. Йөндө септә йәки тирегә таратып һалғас, ян менән теткәндәр йәки муйыл, тал сыбығы менән һуғалар. Ошо рәүешле әҙерләп бөткәс, йөндө бер тигеҙ ҡалынлыҡта септә йәки балаҫ өҫтөнә йәйергә һәм, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, төрөп бәйләгәргә һәм тәгәрәтергә. Кейеҙ бер тигеҙ ҡалынлыҡта булһын өсөн, төргәкте даими рәүештә һүтеп, йөндө яңынан һыулағандан һуң икенсе башынан төрөп, тағы ла тәгәрәтергә. Кейеҙ тәгәрәтеүҙең бер нисә ысулы билдәле: ҡаты ерҙә тәгәрәтеп, аяҡ менән тапау, тубыҡланған килеш ҡул менән баҫыу. Кейеҙҙе ҙур итеп баҫҡанда йөндө бүрәнәгә урайҙар һәм, ике яҡ башына элмәктәр яһап, атҡа бәйләп, һөйрәтеп йөрөтергә була. «Кейеҙ тартыу» ҙа эшләнә: төргәкте бау менән бер нисә урындан ҡыҫып бәйләгәндән һуң ике яҡ осонан тотоп, бер яҡтан икенсе яҡҡа тарталар. Кейеҙ әҙер булғас, ағын һыуҙа йыуып, киптерәләр. Кейеҙ тирмә йәки башҡа төрлө ваҡытлыса торлаҡты ябыу, эйәр, ҡамыт-дуға, серге яһау ( ат егеү кәрәк-ярағы) өсөн ҡулланыла. Шулай уҡ кейеҙҙән баш (бүрек, ҡолаҡсын) һәм аяҡ (ҡата, сарыҡ) кейеме тегергә була.
Ҡулланыу
үҙгәртергәЭлек өй эсен биҙәгәндә ғәҙәттә кейеҙ ҙур урын биләгән: уны һикегә, иҙәнгә түшәү, стенаны йылытыу өсөн ҡулланғандар. Бының өсөн кейеҙҙе биҙәү өсөн йөндө кәрәкле формала әүәләп, төп ҡатлам өҫтөнә һалырға;башлыса тәбиғи аҡ һәм ҡара төҫтәр ҡулланыла. Кейеҙҙе аппликация, сигеү менән дә биҙәргә була. Элекке кейеҙҙәргә геометрик фигуралар (тулҡын, ромб, өсмөйөш, квадрат, түңәрәк, кәкре һыҙыҡ һ.б.) һәм сәскә-үҫемлек биҙәктәре (Нәфис кейеҙ сәнғәте) төшөрөлгән. Башҡортостандың көньяғында һәм көнсығыш Урал аръяғында әҙер кейеҙҙе биҙәүҙең бер төрө булып уны сигелгән туҡыма, ҡорама киҫәге, аппликациялы буҫтау менән тышлау һаналған. Көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш башҡорттарҙа кейеҙ бай биҙәлеше менән айырылып торған. Ҡупшы биҙәлгән кейеҙ туй йолаларында айырым урын биләгән, бирнә итеп бирелгән. Көнсығыш Урал аръяғында, көньяҡ һәм көнсығыш Башҡортостанда «Кейеҙгә баҫтырыу» йолаһы таралған була: кәләш кейәү йортона килгәндә, аттан төшөү менән аҡ кейеҙгә аяҡ баҫҡан. «Кейеҙгә ултыртыу», «Килен урынын күрһәтеү» ошо уҡ йоланың төрҙәре һанала. Кейәүҙең әсәһе киленен йортҡа индереп, аҡ кейеҙ түшәлгән һикегә ултыртҡан һәм бүләккә бәрәсле һарыҡ вәғәҙә иткән. Был йолалар киленде ғаиләгә, ырыуға ҡабул итеүҙе, именлек һәм бәхет теләүҙе кәүҙәләндергән. Аҡ кейеҙ үҙе үк һаҡлау бурысын үтәгән. Кейеҙ хужалыҡта һарыҡсылыҡ ҙур урын тотҡан райондарҙа, башлыса Көнсығыш Урал аръяғы һәм Башҡортостандың көньяҡ һәм көнсығыш райондарында киң таралған күренеш булған. Малсылыҡ менән шөғөлләнгән Ҡаҙағстан, Үҙәк һәм Урта Азия халыҡтарында, шул иҫәптән ҡаҙаҡтарҙа, ҡалмыҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа һ.б. үҫешкән була.
Кейеҙ баҫыу сәнғәтен үҫтереү
үҙгәртергәФотогалерея
үҙгәртергә-
Биҙәк һалып баҫылған кейеҙҙәр
-
Төҫлө биҙәктәр төшөрөлгән кейеҙ
-
Кейеҙгә ултыртылған сергетыш. Рәшиҙә Ғизәтуллина эше
-
Кейеҙҙе эҫе һыу менән бешекләп, тәгәрәтеү
-
1957 йылғы кейеҙ
Сығанаҡтар
үҙгәртергәКейеҙ баҫыу // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)