Төркиә авиацияһы
Төркиә Европаны һәм Урта Көнсығыштағы, Кавказдағы, Төньяҡ Африкалағы яңы формалашып килгән баҙарҙарҙы тоташтырыусы авиация узелы булып тора[1].
Төркиә авиацияһы | |
Дәүләт | Төркиә |
---|---|
Төркиә авиацияһы Викимилектә |
Авиакомпаниялары
үҙгәртергә1983 йылда Төркиәнең авиакомпаниялар баҙары либералләштерелә. Шуға тиклем илдең аэропорттарын хеҙмәтләндереү дәүләт компанияларына ғына рөхсәт ителһә, 1983 йылда ҡабул ителгән граждандар авиацияһы тураһындағы закон буйынса был өлкәгә хосуси компаниялар ҙа индерелә. Әммә конкуренциялы мөхит барлыҡҡа килеүгә Төркиәнең Turkish Airlines компанияһын дәүләттең ныҡлы ҡарауы ҡамасаулай. 2003 йылда ғына был баҙарға инеүҙе ҡатмарлаштырған кәртәләр алына, Turkish Airlines дәүләт ярҙамын файҙаланыуын дауам итһә лә, конкуренция көсәйә[2].
2015 йылда 61,8 миллион пассажир хеҙмәтләндергән Turkish Airlines донъяла иң эре авиакомпанияларҙан һанала. Европала, Азияла, Африкала һәм Көньяҡ Америкала 280 йүнәлештә даими рейстар башҡарған Turkish Airlines 2015 йылдың февраленә ҡарата күп йүнәлештәр буйынса донъяла дүртенсе урындағы авиаташыусы[3] һәм иң күп илдәрҙе хеҙмәтләндереүсе була[4].
Аэропорттары
үҙгәртергә2000-се йылдарҙан илдә граждандар авиацияһының дәррәү үҫеше күҙәтелә, Төркиәнең был тармағында үҫеш донъялағы уртаса тиҙлектән ун тапҡырға йылдармыраҡ бара. 2003 йылда Төркиәлә аэропорттар 34 миллион пассажир ғына хеҙмәтләндерһә, 2010 йылда был күрһәткес 105 миллионға етә, шуның 52 проценты халыҡ-ара рейстарға тура килә[5]. 2012 йылда төрөк аэропорттары 130 миллион пассажирҙы хеҙмәтләндерә, йәғни ил Европала ҙурлығы буйынса алтынсы авиация баҙары була[6].
2015 йылда Ататөрк исемендәге Истанбул аэропорты, 61,8 миллион пассажирҙы хеҙмәтләндереп, йөкләнеше буйынса донъяла 11-се аэропорт була[7]. Иҫкереп барған был аэропортты әле төҙөлөп ятҡан «Истамбулдың яңы аэропорты» алмаштырасаҡ. 90 миллион пассажирҙы хеҙмәтләндереүгә тәғәйенләнгән донъяла иң ҙур терминаллы яңы аэропорт пассажирҙар ағымын арттырыуға эшләйәсәк. Бынан тыш, йылына йәмғеһе 150 миллион пассажирҙы хеҙмәтләндерәсәк тағы ике терминал төҙөү планлаштырыла[8]. 2035 йылға яңы аэропорт, йыл һайын 260 миллион пассажир үткәреп, донъяла иң ҙурға әүерелер тип фараз ителә[9].
Транспорт министры Бинали Йылдырым заманында күп һанлы яңы аэропорттар төҙөлә, иң тәүгеләре 2007 йылда Зонгулдакта, Шанлыурфала һәм Хатайҙа асыла. Артабан 2008 йылда Амасьяа — Мерзифон, 2010 йылда Анталияла — Ғазипаша, Чанаккалела — Гёкчеада, 2012 йылда — Афьонкарахисар, Ушак һәм Кютахья ҡалаларын хеҙмәтләндереүсе Зафер, Ыгдыр, 2013 йылда Ширнаке аэропорттары асыла[10]. Малатьялағы Эрхач һәм Коджаәлиҙәге Дженгиз Топел аэропорттары элек хәрби һауа базалары булһа, 2007 һәм 2011 йылдарҙа (ярашлы) граждандар авиацияһы өсөн асылалар. Измирҙең Аднан Мендерес исемендәге аэропортында 2006 йылда — халыҡ-ара терминал, ә 2014 йылда эске рейстар өсөн терминал төҙөлә[11]. Эрзинджан һәм Мәрдин аэропорттарының яңы терминалдары 2011 йылда асыла, Миләс-Бодрум аэропорты өсөн яңы халыҡ-ара терминал 2012 йылда төҙөлөп бөтә.
Шул уҡ осорҙа бик күп аэропорттар[12], шул иҫәптән Токат, Каһраманмараш, Сивас, Газиантеп һәм Чанаккале аэропорттары ремонтлана, Балыкесир һәм Карс Харакани аэропорттары яңыртылғандан һуң 2006 һәм 2007 йылдарҙа эш башлай[13][14][15]. Балыкесир Коджа Сейит һәм Кастамону аэропорттарын модернлаштырыу 2010 һәм 2013 йылдарҙа (ярашлы) тамамлана.
Аэропорттар төҙөлөшө
үҙгәртергәАэропорттар төҙөлөшө тармағында Limak İnşaat төҙөлөш компанияһы төбәк алдынғыларының береһе булып иҫәпләнә. 2007 йылда Limak İnşaat компанияһы Францияның Aéroport de Lyon компанияһы менән уртаҡ предприятие төҙөй һәм Приштин аэропортын төҙөүгә тендерҙы ота[16]. 2015 йылда компания Кувейт халыҡ-ара аэропортының терминалын төҙөү буйынса тендерҙа еңә[17]. Limak İnşaat шулай уҡ Истанбулдың яңы аэропортын төҙөүгә тендерҙы отҡан уртаҡ предприятиеның өлөшө һанала[8].
Авиация сәнәғәте
үҙгәртергәТөркиә республика нигеҙләнгән замандан уҡ милли аэрокосмос сәнәғәте булдырырға ынтыла. Төркиәлә 1984 йылда нигеҙләнгән TUSAŞ компанияһы авиасәнәғәттә төп корпорация булып тора, ул 1973 йылда Төркиәнең Сәнәғәт һәм технологиялар министрлығы ҡарамағында нигеҙләнгән корпорацияның вариҫы һанала[18].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Civilian Aerospace // [[[:Ҡалып:Google books]] Turkey Investment and Business Guide Volume 1 Strategic and Practical Information]. — Washington, D.C.: International Business Publications, 2015. — P. 99 f.. — ISBN 978-1-329-18235-6.
- ↑ The Turkish aviation system and the strategy of Turkish Airlines // [[[:Ҡалып:Google books]] Air Transport and Operations: Proceedings of the Third International Air Transport and Operations Symposium 2012]. — Amsterdam: IOS Press, 2012. — ISBN 978-1-61499-118-2.
- ↑ (5 March 2014). Turkish Airlines again expands its network. Пресс-релиз. 2014 йыл 29 ноябрь архивланған.
- ↑ Gunnar Garfors These Airlines Fly to Most Countries (5 март 2013). 2015 йыл 25 июль архивланған.
- ↑ Civilian Aerospace // [[[:Ҡалып:Google books]] Turkey Transportation Policy and Regulations Handbook - Strategic]. — Washington, D.C.: International Business Publications, 2015. — P. 60 f.. — ISBN 978-1-329-16459-8.
- ↑ [[[:Ҡалып:Google books]] The Report: Turkey 2013]. — Oxford Business Group, 2013. — P. 153. — ISBN 978-1-907-06580-4.
- ↑ Необходимо задать параметр
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . - ↑ 8,0 8,1 Необходимо задать параметр
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . - ↑ Hofmann, Kurt. Kotil: Istanbul New Airport to be world’s largest, Air Transport World (20 April 2016). «By 2035, the New Airport should serve 260 million passengers annually, making it the world’s largest airport, Turkish Airlines president and CEO Temel Kotil told ATW.».
- ↑ アーカイブされたコピー . Дата обращения: 22 май 2016. Архивировано 3 июнь 2016 года.
- ↑ 266 milon Euro'luk Adnan Menderes İç Hatlar Terminali hizmete girdi - Ege Haberleri
- ↑ Türkiye'de Atıl Havaalanı Kalmayacak. | Sivil Havacılık Genel Müdürlüğü
- ↑ Kahramanmaraş Havaalanı uçuşlara açıldı
- ↑ Tokat Havaalanı, yeniden hizmete açıldı... | Sivil Havacılık Genel Müdürlüğü
- ↑ Çanakkale Havaalanı yeniden hizmete açıldı. | Sivil Havacılık Genel Müdürlüğü
- ↑ Ali Aslan Kiliç. Kosovo to open to world with Turkish-built airport, Today's Zaman (14 August 2010). 2010 йыл 19 август архивланған.
- ↑ Limak to construct new terminal at Kuwait International Airport, Daily Sabah (19 August 2015). 22 май 2016 тикшерелгән. 2016 йыл 15 март архивланған.
- ↑ .