Төньяҡ Ладога буйы
Төньяҡ Ладога буйы, йәки Ладога Карелияһы (фин. Laatokan Karjala, Лаатокан Карьяла) — тәбиғи-тарихи төбәк, әлеге ваҡытта көньяҡтан Ладога күленең яры (Ленинград өлкәһе) һәм көнбайышта Карелия Республикаһы, төньяҡта рәсәй-финляндия сиге һәм көнсығышта 1939 йылдағы иҫке совет-фин сиктәренең шартлы һыҙығы менән сикләнгән төбәк.
Төньяҡ Ладога буйы | |
Төньяҡ Ладога буйы Викимилектә |
Төбәктең үҙенсәлекле, башҡа сиктәш территорияларҙан айырылып торған ландшафты (атап әйткәндә — шул иҫәптән үҙ эсенә тулыһынса Ладога күленең шхер районыдарын алып тора) һәм үҙенсәлекле тарихи яҙмышы бар. Көньяҡ-көнбайыш күршеһе — Карел муйынынан айырмалы, башлыса Төньяҡ Ладога буйы әлегә тиклем славянлаштырыу һәм финлаштырыуға ҡарамаҫтан, боронғо карел топонимикаһын һаҡлап килә.
Тарих
үҙгәртергәТөньяҡ Ладога буйы Карел муйыны менән берҙәм бер төбәк булыуы менән билдәле, унда йылъяҙмаларҙа күрһәтелгән корел ҡәбиләләренең боронғо йәшәү территорияһы. Тап ошонан, үҙенең боронғо аҫаба биләмәһенән карелдар төньяҡ йүнәлештә Лапландия һәм хәҙерге Карелияға таралған. Бында иртә урта быуаттағы карелдарҙың боронғо оборона ҡоролмалары комплексы урынлашҡан, уның райондағы иң билдәле урынлашҡан заманса тораҡ пункттары- Куркиека (Линнаямяки тауы) һәм Сортавала (Паасо ҡаласығы).
Корел ерҙәре менән Швед короллеге һәм Бөйөк Новгород территориялары 1323 йылдағы Ореховецкий килешеүе буйынса Төньяҡ Ладога буйҙары ла Новгородҡа ҡушыла. Төбәк биләмәһендә Корель ерҙәре погосы урынлашҡан (XV быуат аҙағында — Корельский өйәҙе), Водск пятиналарыороллегенә : Кирьяжский, Сердобольский, Иломанский, Соломенский. Бер-береһенә шведтарға яҡында торған погост ерҙәре йыш ҡына шведтар тарафынан талауға дусар ителә.
xvii быуатта Төньяҡ Ладога буйы Швед короллегенә күсә һәм йөҙ йыл буйына Кексгольмский ленының өлөшө булып тора. Православие халҡы был ваҡытҡа тулыһынса тиерлек карел төбәген ташлап киткән, ә уның урынына Швед короллегенең Финляндия герцоглығынан финн-лютерандар күсеп килә. Төбәк үҙенең дини һәм этник үҙенсәлектәрен юғалта.
Төньяҡ һуғышы тамамланғандан һуң Ладога буйы тағы ла башҡа швед биләмәләре менән бер рәттән, Рәсәйгә күсә, унда башта Рәсәй империяһының Выборг губернаһының бер өлөшө булып тора, ә 1811 йылда Рәсәй империяһының Бөйөк Финляндия кенәзлеге составына инә. 1917 йылда Финляндия бойондороҡһоҙлоҡ ала, совет һәм Төньяҡ Ладога буйы Совет Рәсәйе өсөн сит ил территорияһына әйләнә. Был төбәктәге халыҡтың дини һәм этник составы үҙгәреүенә лә йоғонто яһай.
Ҡышҡы һуғыш барышында СССР-ға ҡараған Төньяҡ Ладога буйындағы фин халҡы Финляндияға эвакуациялана. 1942 йылда фин ғәскәрҙәре был территорияларҙы оккупациялай (1941—1944 йылдарҙағы дауам ителгән совет фин һуғышы барышында), фин халҡы ваҡытлыса ҡайта, ә 1944 йылда, совет ғәскәрҙәре азат иткәндән һуң, Финляндияға кире ҡайта. Ошо ваҡыттан төбәккә РСФСР-ҙан һәм союзда киш республикаларҙан күскенселәр килә. 1940 йылдан алып Төньяҡ Ладога административ рәүештә Карел-Фин ССР-ына, ә 1956 йылдан алып — Карел АССР-ына ҡарай.
Хәҙерге заман
үҙгәртергәХәҙер Төньяҡ Ладога буйы Рәсәй Федерацияһының Карелия Республикаһы составында тора һәм дүрт районға бүленә: Лахденпохский, Сортавальский, Суоярвский һәм Питкярантский. Сағыу һәм уникаль тәбиғәте менән бергә ҙур тарихи боронғоһо булған был төбәк ҙур туристик потенциалына эйә. Сортавала ҡалаһында Төньяҡ Ладога буйы музейы эшләй[1], ә 2008 йылдан алып ҡалала квартал һайын «Сердоболь» альманахы сығарыла, унда тыуған яҡ темаһына мәҡәләләр баҫтырыла[2].
Туризм
үҙгәртергәТөбәктә туризмдың төрлө төрҙәре өсөн дә мөмкинлектәр бар. Шхерный районына үҙешмәкәр турист-водник һәм яхтсмендар байдаркаларҙа, катамарандарҙа, моторлы һәм ишкәкле судноларҙа килә. Уникаль тәбиғи һәм тарихи урындары Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең туристик төркөмдәрен үҙенә йәлеп итә. Һуңғы ваҡытта Төньяҡ Ладога буйы дини туризмдың үҙәге булып тора: уның аша Валаам утрауына туристик маршрут үтә, ул крайҙың боронғо православие ҡомартҡылары, старообрядсы скиттары һәм монастырҙары менән ҡыҙыҡлы.