Һыу туризмы — һыу өҫтөнән һалынған маршрут буйлап үтеүгә бәйле спорт туризмы.Һыу туризмы бер нисә төр: йылға буйлап ағып төшөү, рафтинг, паруслы туризм йәки яхтинг, диңгеҙ кайыҡ спорты (каякинг).

Һыу туризмы
Рәсем
5 категория ҡатмарлыҡлы коммерция маршруты. Чуя йылғаһының «Турклуб „Горизонт“» һикәлтәһе. Июль, 2009

Һыу туризмы суднолары

үҙгәртергә

Һыу туризмы менән шөғөлләнеү өсөн каркаслы, каркаслы-һауа тултырыулы, һауа тултырыулы спорт суднолары ҡулланыла. Коммерциялы йөҙөү маршруттары өсөн донъяла иң күп файҙаланылған судно - рафт

5 категория ҡатмарлыҡлы коммерция маршруты. Чуя йылғаһының «Турбинный» һикәлтәһе. Июль, 2009
 
Альтмюль йылғаһында ял көнө
  • Катамаран — ике корпуслы судно; судноның корпустары өҫ яҡтан рама менән ҡушып беркетелә:
    • йылға катамарандары [1].
    • паруслы катамаран  — (диңгеҙҙә һәм океанда ла ҡулланып була).
  • Байдарка һәм ҡайыҡ — палубаһыҙ еңел бәләкәй суднолар, уларҙы ғәҙәттә кешенең мускул көсө менән хәрәкәт иттерәләр.
  • Һалдар — башлыса һыу ыңғайына аға торған төрлө конструкциялы, тиҙлеге ҙур булмаған суднолар:
    • ағас һалдар;
    • һауа тултырылған элементтары булған суднолар;
      • честер — ишеү ысулы һәм ишкәкселәрҙең бер-береһенә ҡара-ҡаршы ултырыуҙары менән айырылып торған суднолар;
    • һауа тултырылған (рафт);
    • бубликтар — иң юғары ҡатмарлыҡлы йылғаларҙа ҡулланыла торған бик тотороҡло судно[2].

Ҡатмарлы булмаған маршруттарҙа һауа тултырылған резина кәмә менән йөҙөргә мөмкин.

Өрөп тултырылған матрастар менән диңгеҙҙә йөҙөү тик көндөҙгө ваҡытта ғына һәм, ғәҙәттә, ярға яҡын ғына итеп башҡарыла, сөнки асыҡ диңгеҙгә тартып алып китеү ихтималы бар. Туристар әйберҙәрен полиэтиленға төрөп, матрастарға һалалар ҙа, үҙҙәре уға ултырмай, артынан этеп кенә йөҙөп баралар.

Һыуҙа актив ял

үҙгәртергә

Ял ваҡытын һыу буйлап сәйәхәттә үткәреү спорт туризмынан айырыла, ул төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу менән бәйле яҡшы кәйеф тыуҙыра. Шуға күрә был шөғөл менән мауығыусылар арта бара [3]


Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Папуш. История явления. «Вертикальный мир», июль 2001 г.
  2. Бублики
  3. Плечко. Водные маршруты.


  • Григорьев В. Н. Водный туризм. — М.: Профиздат, 1990. — 304 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә