Төнгәк
Төнгәк (Төнгүк, Чат, Төндөк[1]; рус. Тюндюк) — Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Төнгәк ауыл биләмәһенең административ үҙәге. Почта индексы — 618161, ОКАТО коды — 57204804001.
Ауыл | |||||
Төнгәк | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||||
Муниципаль район | |||||
Координаталар | |||||
Милли состав | |||||
Этнохороним |
төңгөктәр, төңгөкләр | ||||
Телефон коды | 34261 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
59, 81, 159 | ||||
ОКАТО коды | |||||
ОКТМО коды | |||||
ГКГН номеры | |||||
Ауыл район үҙәге Барҙы ауылынан яҡынса 12 км көньяҡтараҡ урынлашҡан.
Халыҡ һаны
үҙгәртергә2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 669 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 317 ир һәм 352 ҡатын[2]. 2005 йылда ауылда 751 кеше йәшәгән[3].
Ауыл тарихы
үҙгәртергәТарихи сығанаҡтар буйынса Төнгәк — моноэтник башҡорт ауылы[4]. Революцияға тиклем үткәрелгән һәр бер ревизияла ауыл халҡы үҙен башҡорт милләте вәкилдәре итеп танытҡан[4]. 1816 йылда ауылдың 42 йортонда 266 кеше, 1834 йылда 50 йортта 323 кеше, ә 1859 йылда 61 йортта 510 кеше иҫәпләнгән[4].
Төнгүк халҡы 1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында актив ҡатнаша. Ауыл муллаһы Сурағол Миңлебай улы ихтилал етәкселәренең береһе була[4].
Ауылда 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны, көмөш миҙал кавалеры Ғөбәйҙулла Ҡансурин йәшәгән, һуғышта ул 20-се башҡорт полкында хеҙмәт иткән[4].
1845 йылдан алып ауылдың йәмиғ мәсете эргәһендә мосолман мәктәбе эшләп килгән, 1868 йылда мәктәптә 40 малай һәм 20 ҡыҙ белем алған[4].
Тарихсы Ә. З. Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:
Башкиры д. Тюндюково по VIII ревизии 1834 г. |
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Сурағол Миңлебаев — 1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе[5].
- Ғөбәйҙулла Ҡансурин — 20-се Башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры.
- Кузаева Дамира Нәзмийән ҡыҙы — Татар АССР-ның халыҡ артисы, Татар АССР-ның Ғ.Тукай исемендәге Дәүләт приемияһы лауреаты.
Климаты
үҙгәртергәКлиматы — уртаса континенталь. Ҡыш һыуыҡ һәм буранлы, ҡар ҡатламы берәр метрҙан артып китә ала. Яуым-төшөм күләменең күпселек өлөшө июнь-август айҙарына тура килә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 365. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ Численность и размещение населения Пермского края . Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Дата обращения: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
- ↑ Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района» . Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Дата обращения: 14 октябрь 2012. 2016 йыл 14 март архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009, 615 бит
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009, 615 стр.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Йосопов Р. М., Черных А. В., Шитова С. Н. Пермь башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.