Түбәләҫ (ауыл)

Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Ҡытаутамаҡ ҡала округы составындағы ауыл, тимер юл разъезы

Түбәләҫ — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Ҡытаутамаҡ ҡала округы составындағы ауыл, ҡасаба, тимер юл разъезы[4]

Түбәләҫ
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡытаутамаҡ ҡала округы[1]
Халыҡ һаны 627 кеше (2002)[2],
505 кеше (2010)[3]
Почта индексы 456060
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендә, Йүрүҙән ҡалаһынан 21 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Ауыл аша Олөйөр йылғаһы аға[5].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Урындағы халыҡтың борондан ошо ауыл ултырған ерҙе Олөйөр башы тип йөрөткәндәре билдәле. Табын ҡәбиләһенең Ҡыуаҡан тармағына ҡараған Түбәләҫ ырыуы халҡы йәйләгән урындар булғанлыҡтан, Түбәләҫ тип атағандар.

Силәбе топонимисы Николай Шувалов «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области» тигән һүҙлегендә яҙған фекер дөрөҫлөккә тап килеп бөтмәй:

Түбәләҫ, ауыл, тимер юл разъезы, ҡасаба, Ҡытау-Ивановский районы. Ошо ерҙә йәшәүсе... ҡыуаҡан ҡәбиләһенең түбәләҫ ырыуы атамаһынан. Түбә — «ырыу», -ләҫ — ырыу төркөмдәре атамаларын билдәләүҙең типик билдәләү ялғауы.

Н. Шувалов та, Силәбе порталы ла, ҡайһы бер ғалимдарың хатаһын ҡабатлап, Түбәләҫ ырыуы Әйле ҡәбиләләр берләшмәһенә ингән тип яҙған[7]

Түбәләҫтәр — һундар тоҡомонан, тип әйтеп ҡалдырған ата-бабалар. Бында Түбәләҫ ырыуы бейенең ҡышлау йорто торған. П-С. Паллас Өфөнән Силәбе ҡәлғәһенә барған "көндәлек яҙмалары"нда Түбәләҫ бейенең ошонда йәшәүен билдәләп үтә. Унан ярты быуат самаһы алдараҡ (тимәк, 1720 йыл тирәһендә) Көңгөр воеводаһы Себер даруғаһы башҡорттары улустарында халыҡ иҫәбен алғанда Түбәләҫ улусындағы 57 хужалыҡта 171 йән ир-ат йәшәй тип күрһәтә.[7]

Хәҙерге көндә Түбәләҫтәр Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Ҡарағол (Түбәләҫ Арҡауылы), Башҡорт Илсекәйе (Башташ), Мөрсәлим (Ҡалмаҡол), Яңы Сүрәкәй (Нуғай), Тирмән (Салауат районы), Урмансы ауылдарында йәшәй. Түбәләҫ улусының төп ауылы атамаһы Силәбе өлкәһе Ҡытаутамаҡ ҡала округы составындағы Түбәләҫ ауылы топонимында һаҡланып ҡалған[5].

«Түбәләҫ» емеш-еләк питомник-совхозы

үҙгәртергә

1959 йылда Түбәләҫ ауылында, Урал-Себер климатик райондарында сәнәғәт үҙәктәре һәм эшселәр ҡасабалары халҡын йыл әйләнәһенә витаминлы емеш-еләк менән, колхоз, совхоз, ярҙамсы предприятие, учреждениеларҙы һәм халыҡты юғары сифатлы емеш-еләк, декоратив ағас үҫентеләре менән тәьмин итеү маҡсатында емеш-еләк питомниктар селтәре булдырыу программаһы буйынса ойошторола. Совхоз тау-урман зонаһы өсөн емеш һәм үҫентеләр етештереү буйынса махсуслаша. Минкә ауылында бүлексәһе була.

Совхозды ойошторғанда, еләк культуралары тиҙ өлгөрөүе һәм уңышы менән ҡиммәтле аҙыҡ резервы икәнлеге, ә Урал һәм Себер шарттарында өлгөргән емеш-еләктең һут һәм консерва продукцияһы етештереү өсөн ҡиммәтле сеймал булыуы иҫәпкә алына. Емеш-еләк үҫентеләре менән тәьмин итеүҙә ватан селекцияһының ҡиммәтле сорттары файҙаланыла. Махсуслашҡан емеш-еләк совхоздары стандарт үҫентеләрҙең сифатын һәм һанын арттырыуға ярҙам итә. Совхозда алмағас һәм сливаны ҡышҡы ялғау ысулы индерелә; сейәнең, крыжовниктың, ҡурай еләгенең, һырғанаҡтың, ҡарағаттың, гөлйемештең сортлы үҫентеләре үрсетелә. Питомник үҫентеләре Алматыға, Ленинградҡа, Дондағы Ростовҡа, Алыҫ Көнсығышҡа ебәрелә[8].

Совхоз урындағы, тау-урманлы зонаға районлаштырылған сортиментты өйрәнде, хужалыҡ белгестәре һыналған һәр бер сорттың һан һәм сифат тасуирламаларын төҙөй. Дәүләт сорт участкаһында алынған күп йыллыҡ мәғлүмәттәр нигеҙендә юғары рентабеллекте тәьмин итерлек һәм сәнәғәт һәм һәүәҫкәр баҡсалар өсөн тәҡдим итерлек тикшеренеүҙәр алып барыла. 1980-се йылдарҙа емеш питомнигы бер нисә тиҫтә гектар майҙанды биләй. 1980-се йылдарҙың 2-се яртыһынан, етештереүҙең түбән рентабеллеге, уңыш аҙ булған йылдарҙа гарантиялар юҡлығы, Силәбе өлкәһе халҡын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙәге ҡыйынлыҡтар арҡаһында, совхоз күп тармаҡлы хужалыҡ булараҡ үҫешә: еләк һәм емеш етештереүҙе ҡыҫҡартып, үрсетмәлек һатыуҙы, һөт, ит, йәшелсә етештереүҙе арттыра.

1990-сы йылдар башына "Түбәләҫ" емеш-еләк совхозы, Силәбе өлкәһенең башҡа шундай хужалыҡтары кеүек, көрсөк хәлендә була: 1986—89 йылдарҙа Аҙыҡ-түлек программаһының емеш һәм еләк етештереү буйынса заданиелары уртаса 75 процентҡа үтәлә. Емеш-еләкте оҙаҡ һаҡлап булмай, етештереүҙе механизациялау тотҡарлана, продукцияны урында эшкәртеү үҫешмәй. Емеш, еләк, үрсетмәлек етештереү рентабеллеген юғалта бара, үҫтерелгән продукция менән сауҙа итеү ҡыйынлаша, юғалтыуҙар ғәҙәти күренешкә әйләнә[9].

Халыҡ иҫәбе
2002[10]2010[11]
627505

Урамдары

үҙгәртергә

Ауылда 156 урам һәм 1 тыҡрыҡ бар[12]

Ҡыҙыҡлы факт

үҙгәртергә

«Түбәләҫ ауылынан 2 км алыҫлыҡта колхозсы Хрущев диаметры 0,1 га һәм тәрәнлеге яҡынса 1,5 м тәшкил иткән соҡор күрә. Уның төбөндә ҡыҙғылт-һоро төҫтәге билдәһеҙ матдәнең шлакка оҡшаған ярсыҡтары табыла. Был 1941 йылдың 9 апрелендә Оло-Ҡытау районы халҡы күҙәткән метеорит эҙе тип әйтергә була. 27 майҙа метеорит төшкән урынға хеҙмәтсәндәр депутаттары район Советы секретары иптәш Семьянинов килә. Билдәһеҙ матдә киҫәктәрен Ҡытау заводы лабораторияһына оҙаталар».

Түбәләҫ болиды бик юғарыла шартлағандыр, шуға ла ярсыҡтары көнсығышҡа табан осоуы мөмкиндер, тип фаразлап була. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу сәбәпле, төбөнә төшөп тикшереү үткәрелмәй. Орловка ауылы янында табылған йәбешкәк массаның анализ һөҙөмтәһе лә тикшерелмәй ҡала.

Ҡытау болиды ярсыҡтары әлегә саҡлы яталыр һибелеп. Күктән төшкән Ҡытау ташы ла үҙен өйрәнеүселәрҙе көтә (И. С. Егурная)[13]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
  3. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
  4. Айле. Тырнаклы. Тубаляс. Уфа, 2017 ISBN 978-5-295-06778-5 (т. 25, ч. 1) 2021 йыл 27 февраль архивланған.
  5. 5,0 5,1 портал Челябинской области
  6. Шувалов От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
  7. 7,0 7,1 Силәбе өлкәһе порталы
  8. Тюбелясский плодо-ягодный совхоз-питомник
  9. Түбәләҫ емеш питомник-совхозы
  10. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
  11. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  12. Регионы России → Челябинская обл. → Усть-Катав г. → Тюбеляс с.
  13. Түбәләҫ болиды тураһында (1941 йылдың апреле) 2021 йыл 19 октябрь архивланған.