Тютюньков Меркурий Иванович

Советтар Союзы Геройы

Меркурий Иванович Тютюньков (15 ғинуар 1913 йыл — 23 май 1986 йыл) — 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы 62-се гвардия кавалерия полкы сапер-подрывниктар взводы саперы. Гвардия кесе сержанты. Дан орденының тулы кавалеры.

Тютюньков Меркурий Иванович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 15 ғинуар 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Вафат булған көнө 23 май 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (73 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены

Биографияһы үҙгәртергә

1913 йылдың 15 ғинуарында Бутаково ауылында (Рәсәй империяһы, Семипалатинск өлкәһе; Ҡаҙағстан Республикаһы, Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһе) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Тулы булмаған урта белемле. Ульба ҡасабаһында йәшәй. Ульба ГЭС-ында электромонтер, монтажсылар бригадиры булып эшләй.

1943 йылдың октябрендә Лениногорск военкоматы тарафынан Ҡыҙыл Армияһына саҡыртыла. Бөтә хәрби юлы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының (112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы) 62-се гвардия кавалерия полкында үтә, сапер-подрывниктар взводы саперы була.

Беренсе хәрби наградаһына — Ҡыҙыл Йондоҙ орденына — гвардия кесе сержант Тютюньков 1944 йылдың апрелендә лайыҡ була: разведка төркөмө составында Владимир-Волынский ҡалаһытирәһендәге тимер юлын шартлатҡан өсөн.

1944 йылдың 9 майында гвардия кесе сержанты Тютюньков саперҙар взводы яугирҙары менән бергәОвадно тораҡ пункты тирәһендә дошман тылына үтеп инә һәм Турья йылғаһы аша тимер һәм йәйүлеләр күперҙәрен шартлата һәм гитлерсыларға юлды яба. 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы частары буйынса 1944 йылдың 17 майындағы бойороҡҡа ярашлы гвардия кесе сержант Меркурий Иванович Тютюньков 3 дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1944 йылдың 24 авгусында гвардия кесе сержанты Тютюньков эҙләү төркөмө яугирҙары менән бергә Висла йылғаһы аша сыға (Польша, Люблин ҡалаһынан көньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә). Шәхсән үҙе тауышһыҙ ғына һаҡсыны баҫып ала, һаҡсы милләте буйынса ҡаҙаҡ булып сыға — Төркөстан легионы яугиры. Тютюньков унан туған телендә һорау ала, артабан башка разведчиктар менән дошман саперҙар взводы урынлашҡан ергә үтә. Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә 27 һалдат һәм 3 унтер-офицер составындағы дошман подразделениеһы Ҡыҙыл Армия яғына күсә, уларҙы йылғаның көнсығыш ярына оҙаталар. 1-се Белорус фронты ғәскәрҙәре буйынса 1944 йылдың 17 майындағы бойороҡҡа ярашлы гвардия кесе сержант Меркурий Иванович Тютюньков 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1945 йылдың 23 ғинуарында инженер разведкаһы төркөмө гвардия кесе сержанты Меркурий Тютюньков етәкселегендә Познань ҡалаһынан көньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә (Польша) дошман тылына үтеп инә һәм, ҡиммәтле мәғлүмәттәр йыйып, уларҙы штабҡа ебәрә, әүҙе бер нисә разведчик менән Варта йылғаһы аша күперҙе баҫып ала һәм уның тирә-яғын миналарҙан таҙарта һәм шуның менән полктың етеҙ хәрәкәтләнеүенә булышлыҡ итә. 1 мартта Линде тораҡ пункты өсөн алыштарҙа үҙе шәхсән унлап дошман һалдатын юҡ итә.

1945 йылдың ноябрь айында М. И. Тютюньков демобилизациялана. Тыуған иленә ҡайта.

СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың15 майындағы Указына ярашлы алышта немец илбаҫарҙары менән алыштарҙа командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн гвардия кесе сержанты Тютюньков Меркурий Иванович 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә һәм Дан орденының тулы кавалеры булып китә.

Лениногорск, Риддер ҡалаларында (Ҡаҙағстан, Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһе) йәшәй. «Лениногорсксвинецстрой» тресынд аэлектромонтер булып эшләй, коммунистик хеҙмәте ударнигы була. Аҙаҡҡы йылдарҙа «Уралэнергоцветмет» идаралығында эшләй. 1986 йылдың 23 майында вафат була.

Наградалары үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы Дим районында 112-се Башҡорт — 16-нсы гвардия Чернигов — кавалерия дивизияһы яугирҙарына һәйкәл ҡуйылған, шул уҡ адрес буйынса (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27-се йорт) 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы (Республика хәрби Дан музейы филиалы) асылған.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Меркурий Иванович Тютюньков. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 1 июль 2014.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Кавалеры ордена Славы трёх степеней: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Д. С. Сухоруков. — М.: Воениздат, 2000. — 703 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-203-01883-9.
  • Лобода В. Ф. Солдатская слава. Книга 1. М., 1963