Тыңламаҫ
Тыңламаҫ — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы. Кәзәкей ауыл биләмәһе составына керә.
Ауыл | |
Тыңламаҫ татар. Тыңламас | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы |
287 человек (2008) |
Милли состав |
татарҙар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423761 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
География
үҙгәртергәАуыл Башҡортостан Республикаһы менән сик эргәһендә, ул Аҡтаныш ауылынан көнсығыштараҡ 9 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
үҙгәртергәТыңламаҫ — ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының ауылы. 1722 йылдан билдәле[1]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Аҡтаныш улусы составына керә.
Тыңламаҫ ауылында йәшәүсе Ҡотломөхәмәт Ҡотлоғошовҡа Ҡазан ханы Ибраһим (1467—1489) тарафынан бирелгән ярлыҡ һаҡланған[2]
1773—1775 йй. Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда, ауыл халҡы Е. И. Пугачёв яғында әүҙем сығыш яһайҙар[1].
ХХ быуат башында ауылда мәсет, икмәк магазины, бакалея кибете теркәлгән[1].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[1].
Халҡы
үҙгәртергә1795 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
243 | 466 | 788 | 808 | 812 | 604 | 559 | 560 | 513 | 490 | 571 | 467 | 339 | 302 | 287 |
Инфраструктура
үҙгәртергәИгенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, мәсет бар[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Татарская энциклопедия.
- ↑ История башкирских родов. Кыргыз. Том 10 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, Р. М. Камалов, Ф. С. Марваров, Р. М. Рыскулов, А. Р. Асылгужин, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 33. — 808 с. — ISBN 978-5-85051-640-6.