Туғай (Благовещен районы)
Туғай (рус. Тугай) — Башҡортостандың Благовещен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 555 кеше[1]. Почта индексы — 450034, ОКАТО коды — 80215853001.
Ауыл | |
Туғай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 555 | 277 | 278 | 49,9 | 50,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (31 %) һәм рустар (28 %) йәшәй[2].
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Благовещен): 40 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Өфө): 12 км
Тарихы
үҙгәртергәТуғай ауылына 1929 йылда Иҫке Турбаҫлы кешеләре нигеҙ һалған. Тәүге күскенселәр ағалы-ҡустылы Шабаевтар, шулай уҡ Сахаутдин Баһаутдиновтар була. Бер йылдан Туғай Турбаҫлы ауыл Советы составына инә.
1930-сы йылдарҙа Рәйес Молотов халыҡ комиссарҙары советы ҡарары менән СССР өлкәләрендә «Заготскот» базалары булдырыла. Бындай база Туғай ауылында ойошторола. Был ойошманың төп бурысы булып мал йыйыу һәм һатыу була. Н. С. Хрущев хакимлығы аҫтында ауылда утарҙы мал аҙығы менән тәьмин итеү маҡсатында «Благовещен малсылыҡ фермаһы» ойошторола. 1972 йылдан 1981 йылға тиклем совхозды Ф. Ғүмәров етәкләй, һуңынан ул Благовещен совхозы директоры була.
Төрлө йылдарҙа ауыл халҡы даими арта бара: 1939 йылда ауылда 71 кеше була, 1959 йылда — 115, 1969 йылда — 379, 1989 йылда — 559 кеше.
1950 йылда Туғайҙың үҙ мәктәбе була.
1984 йылда ауыл шул уҡ исемле ауыл Советының административ үҙәге була.
Совет осоронан һуңғы осорҙа Благовещен совхозы ошо уҡ исемдәге СПХК итеп үҙгәртелә, ә XXI быуат башында «Туғай-Агро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойошторола.
Ауыл халҡы күпселек — башҡорттар, татарҙар, урыҫтар.[3]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009'. Excel форматында ҡушымта 2016 йыл 4 март архивланған. (рус.)
- ↑ Барановский А. Ю. Благовещенский район Республики Башкортостан: связь времен. — Уфа, Республика Башкортостан: Мир печати, 2016. — 220 с. — ISBN 978-5-9613-0397-1.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Туғай (Благовещен районы) Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |