Тубыл операцияһы
Был мәҡәләне әлеге ваҡытта ҡатнашыусы Тау башы мөхәррирләй. |
Тубыл операцияһы (ул шулай уҡ «Тубылға һөжүм», ҡайһы берҙә — «Тубыл кадриле») — Көнсығыш фронтындағы урыҫ армияһы адмиралы А. В. Колчактың РККА көстәренә ҡаршы һуңғы һөжүм операцияһы.
Тубыл операцияһы | |||
Төп конфликт: Рәсәйҙә Граждандар һуғышы | |||
Дата | |||
---|---|---|---|
Урыны | |||
Нәтижә |
Урыҫ армияһының еңеүе | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
| |||
Юғалтыуҙар | |||
| |||
| |||
Операция алдынан хәрби-сәйәси хәл-торошо
үҙгәртергәТубыл һәм Ишем йылғалары араһындағы ҡаты алыштар 400 км-ҙан ашыу һуҙылған фронтта бара. 20 августа ҡыҙылдар Тубыл аша сыға һәм 10 көн эсендә 130 −180 км алға үтә.
Адмирал Колчак етәкселегендәге рус армияһының Тубыл йылғаһы артында сигенгән йәйге уңышһыҙлыҡтары, фронтты үҙгәртеп ҡороуға һәм Себер армияһы менән Көнбайыш армияһы, Көнсығыш фронттың баш командующийы тәғәйенләгән генерал М. К. Дитерихстың берләштереүенә булышлыҡ итә.
Һөҙөмтәлә яңы армиялар һәм ғәскәри төркөмдәр ойошторола:
- Генерал Пепеляев етәкселегендәге 1-се армия
(элекке Себер армияһынан формалашҡан) - Генерал Лохвицкий етәкселегендәге 2-се армия
- Генерал Сахаров етәкселегендәге 3-сө армия
- Генерал Каппель етәкселегендәге Волга буйы төркөмө
- Генерал Войцеховский етәкселегендәге Өфө төркөмө
- Генерал Кругловский етәкселегендәге Урал төркөмө
(элекке Көнбайыш армияһы һәм резерв фронттар нигеҙендә формалаша)
- Атаман генерал Дутовтың Ырымбур армияһы
- Генерал Ерофеевтың 2-се айырым дала корпусы
Фронттың баш командующийы булараҡ, генерал Дитерихстың бурыстары: ғәскәрҙәргә Тубыл һәм Ишем йылғалары араһындағы позицияларҙа етди ял итеү мөмкинлеге биреү, частарҙы комплектлаштырыу, уларҙы кәрәкле бөтә нәмә менән тәьмин итеү, тылды тәртипкә килтереү һәм армияларҙы 1919 йылдың сентябрь башына билдәләнгән һөжүмгә әҙерләү.
Ҡаршы яҡтарҙың пландары
үҙгәртергәЮғары хаким шәхсән үҙе бер нисә десант операцияһын планлаштырған. Адмирал Колчак, үҙенең өс армияһының һуңғы һөжүмен һәм Об-Иркутск флотилияһының хәрәкәтен ғәмәлләштереп, Төмәнгә тиклем йөҙөргә ниәтләй[1].
Баш командующий генерал Дитерихстың планы хәрби сәнғәт ҡанундарынан тайпылмай үтәлә, улар стратегик яҡтан ныҡлы уйланыла һәм тактик йәһәттән теүәл иҫәпләнелә. 1-се, 2-се һәм 3-сө армия көстәре тарафынан төп һөжүм Ишем һәм Тубыл арауығындағы һул флангыға планлаштырыла, 3-сө армия алғараҡ сығарыла, 1919 йылдың авгусында Себер казак армияһының атаманы генерал П. П. Иванов-Ринов етәкселегендә ойошторолған айырым Себер казак кавалерия корпусы менән нығытыла.
Генерал Пепеляевтың 1-се Себер армияһы, Омск—Ишем — Төмән тимер юлы буйлап, 3-сө Совет Армияһының өлөштәрен ҡыҫырыҡлап сығара.
Генерал Лохвицкийҙың 2-се Себер армияһы иң ҡеүәтле һәм хәүефле 5-се Совет армияһы тылына уң флангынан һөжүм итә.
5-се Совет Армияһына фронталь һөжүмде, генерал Сахаровтың 3-сө армияһы — Омск—Петропавловск—Ҡурған тимер юлы һыҙығы буйлап башҡара.
Генерал Лебедев етәкселегендәге дала төркөмө Сахаровтың 3-сө армияһының һул флангыһын ҡаплай.
Иванов-Риновтың казак кавалерия корпусына айырым өмөттәр бағлайҙар. 5-се Совет Армияһы тылына иң мөһим һөжүмде һул флангынан ул яһарға тейеш була. Данлыҡлы «Мамонтов рейды» кеүек, большевиктарҙың Көньяҡ фронты тылы һәм РККА-ның Төркөстан фронтына ҡаршы, Урал аҡ армияһының Иванов-Риновтың казактары ла Лбищен рейды кеүек, 5-се Совет Армияһы тылына тәрән үтеп инеп, уны ныҡлы ҡамауға алып, сигенгән ваҡытта тотороҡлолоғо менән айырылмаған ҡыҙылдар сафында паника тыуҙырыуға булышлыҡ итә.
Генерал Дитерихс иҫәпләүҙәре буйынса, урыҫ армияһының һөжүме көтөлмәгән һәм ҡапыл булырға тейеш була. Сөнки, совет командованиеһы ул ваҡытта аҡтарҙың Көнсығыш фронтын эшкә яраҡһыҙ тип уйлай һәм, хатта, үҙенең дивизияларын генерал Деникин армияларына ҡаршы Көньяҡҡа күсерә башлай һәм Мәскәүгә «Мәскәү директиваһына» ярашлы марш алып бара. Шулай уҡ, урыҫ армияһының һөжүме бер үк ваҡытта бөтә 400 км фронт буйлап һуҙылырға тейеш була[2].
Тубылға һөжүмгә әҙерлек барышында, Петропавловскиҙа алдан уҡ биш дивизия бергә туплана һәм тулыландырыла. Аҙаҡ, көтмәгәндә, ҡыҙылдарға эске яҡтан һөжүм башлай.
Алыш барышы
үҙгәртергә1919 йылдың 1 сентябрендә Аҡтарҙың Көнсығыш фронты армияһы, 2 октябргә тиклем Тубыл йылғаһы һыҙығына барып етеп, һуңғы һөжүмен башлай. Әммә һөжүм ваҡытында булған тулыландырыуҙар тиҙ файҙаланыла. Ваҡытында тулыландырыла алмаған частар ҙур юғалтыуҙар кисерә[3].
3-сө армияның һәм Себер Казак корпусының һөжүме уңышлы бара. 1 сентябрҙән 9 сентябргә тиклем оҙайлы һәм ҡатмарлы сигенеүҙән һуң 3-сө армия һөжүмгә күсә, тиҙ арала 5-се Совет Армияһын ҡыйрата һәм 26-сы, 27-се, 5-се һәм 35-се большевик дивизияларының ҡапма-ҡаршы частарын тар-мар итә, 2-се армияға төньяҡтан һөжүм менән ярҙам күрһәтә[4]. Сит ил күҙәтеүселәре белдереүенсә, «ғәскәрҙәр иҫ киткес һуғышҡан». Уңышлы һөжүме өсөн генерал Сахаров 3-сө дәрәжә Изге Георгий ордены, Иванов-Ринов — 4-се дәрәжә Изге Георгий ордены менән бүләкләнә. Генерал-майор В. И. Волков етәкселегендәге формированиелар ҙа алыштарҙа батырлыҡ күрһәтәләр.
Шаһиттар әйтеүенсә, Көнсығыш фронты армияларының рухы юғары була. Ә Петуховолағы иҫ киткес алыштың тактик эпизодын өлгө итеп алырға була. Унда урыҫ армияһы, бик күп әсирҙәрҙе, шулай уҡ башлыҡтары менән бергә РККА бригадаһы штабын ҡулға ала.
Большевиктар еңелә һәм Ҡурған артына этәрелә. Ҙур һуғыш табыштары ҡалдырып, улар ашығыс рәүештә, Тубыл йылғаһы артына сигенәләр[5].
Генерал Дитерихс, өлгәшкән уңышты нығытыу өсөн, казак кавалерияһының большевиктар тылына аҙаҡҡы һөжүм кәрәклеген аңлай. Был идеяны генерал Иванов-Ринов хуплай[5].
Элекке хәрби уңышһыҙлыҡтарын бик яҡшы аңлаған адмирал Колчак, Иванов-Риновтың казактарына аҡса һәм хәрби техника ебәрергә бойора. Әммә, Юғары Хаким булараҡ яңы барлыҡҡа килеүсе казак атаманына, вәғәҙә иткән 18 000 ҡылыс урынына, Себер казак армияһы уның яртыһынан аҙыраҡ өлөшөн генә бирә[5].
Дитерихс командованиеһы аҫтындағы частар Тубылға барып етәләр, әммә, көстәре бер нисек тә нығытылмағас, туҡтап ҡалғандар. Тиҙҙән асыҡланыуынса, 2-се армия көслө һөжүмгә күсә алмай, ә 1-се армия үҙенә ҡаршы 3-сө совет армияһы полктарын ғына тота алған.
Себер казак корпусының Иванов-Ринов кавалерия төркөмөнә килгәндә, большевиктар фронтын өҙөү бурысын үҙ тылдары аша Тубыл йылғаһы буйындағы Ҡурған ҡалаһына баҫып инеүҙә, казак кавалерияһы башта ҙур уңыш ҡаҙана, 5-се Совет Армияһының ике дивизияһын тар-мар итә һәм бик күп тотҡондарҙы, ҡоралдар һәм башҡа трофейҙарҙы ҡулына төшөрә. Кавалерияның был һөжүме уңышлы ғына булһа ла, Ҡурғанға тиҙ барып етеү бурысын үтәмәгән, сөнки, ҡыҙылдарға тылдан һөжүм итмәгән.
Атлы рейдтың планды емереүен белеп, Дитерихс бик ныҡ асыулана һәм, кисекмәҫтән, генерал Иванов-Риновты вазифаһынан бушатырға бойора.
Рус армияһының һөжүме Тубыл йылғаһы буйында тамамлана, аҡ ғәскәрҙәр йылғаның уң ярында нығына башлай, ә ҡыҙылдар йылғаның һул ярында урынлаша. Совет хәрби тарихсыһы Н. Е. Какурин фекеренсә, Рус армияһының Тубыл операцияһы һөҙөмтәһендә 5-се Совет армияһы яулап алған территорияның байтаҡ өлөшөн юғалта һәм Тубыл йылғаһы артына сигенә.
Адмирал Колчактың 3-сө армияһы ҙур юғалтыуҙар кисерә — 18½ меңдән ашыу кеше һәләк була һәм яралана. Был алышта ҙур роль уйнаған алты совет дивизияһының дүртәүһе, яҡынса 15 000 яугирын юғалта[6].
Һөҙөмтәләре
үҙгәртергәАҡтар операцияларының маҡсаттарына яҡынса өлгәшә. Һөҙөмтәлә, совет ғәскәрҙәре 150—200 километрға сигенә, 1919 йылдың авгусында Ишем һәм Тубыл араһында яулап алған бөтә майҙандарын тиерлек юғалта. Ҡыҙылдарҙың юғалтыуҙары яҡынса 20 мең кешене тәшкил итә. Ә иң мөһиме, генерал Деникин Мәскәүгә юлланыусы ВСЮР һөжүмен етәкләгән ике совет дивизияһының юлын өҙә.
20 сентябрҙә генерал Дитерихс стратегик резервтар әҙерләү өсөн оҙайлы пландар тураһында директива сығара. Ғәмәлдәге армияһының бөлгөнлөккә төшөүөн ул Омск һәм Иркутск хәрби округтарындағы мобилизациялар иҫәбенә тулыландырылырға тейеш була. Шулай уҡ, Омск һәм Иркутск хәрби округтарында Изге Тәре туғанлығы дружиналары булдырыуҙы тиҙләтә башлай[7].
Генерал Дитерихс планлаштырған масштабта булмаһа ла, Көнсығыш фронт армияһы уңышҡа өлгәшә, Себер казактарының һөжүме сәбәпле 5-се армия еңелһә лә, тулыһынса ҡыйратылмай ҡала[8].
Адмирал Колчактың ҡыҙылдар сигенеүенә юл ҡалдырмайынса, уларҙы десанттар менән атлы кавалерия ярҙамында ҡамау һәм ҡыйратыу маҡсатындағы ҡыйыу планы юҡҡа сыға. Һөжүмдәре уңышлы барған осраҡта, аҡтар ҡыҙылдарҙың 29-сы, 30-сы һәм 51-се уҡсылар дивизияһын уратып алыр ине. Юғары командованиеларының планы үтәлмәүгә ҡарамаҫтан, 3-сө Ҡыҙыл армияны тар-мар итеүгә, аҡтар ярайһы уҡ яҡын булалар. Тап шуға ла совет хәрби тарихсылары Тобольск-Петропавловск операцияһындағы 5-се армия алыштары фрагменттарын ғына ентекле тасуирлап ҡарай[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Ҡалып:Книга:Новиков П. А.: Гражданская война в Восточной Сибири
- ↑ Цветков В. Ж. Генерал Дитерихс, последний защитник Империи, С. 43—44.
- ↑ Петров А. А. Эволюция планов командования Белого Восточного фронта в сентябре-декабре 1919 года, С. 307
- ↑ Приказ Главнокомандующего Восточным фронтом М. К. Дитерихса По Восточному фронту армий № 87 от 10 сентября 1919, с.267
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Белое движение. Поход от Тихого Дона до Тихого океана. — М.: Вече, 2007. — С. 114, (За веру и верность). — ISBN 978-5-9533-1988-1
- ↑ Кручинин А. С. Адмирал Колчак: жизнь, подвиг, память / Андрей Кручинин. — М.: АСТ, Полиграфиздат, 2010. — 538, [6]с.: ил. ISBN 978-5-17-063753-9 (АСТ), ISBN 978-5-271-26057-5 (Астрель), ISBN 978-5-4215-0191-6 (Полиграфиздат), С. 449
- ↑ Петров А. А. Эволюция планов командования Белого Восточного фронта с сентябре-декабре 1919 года, С. 307
- ↑ Рябиков П. Ф. Из воспоминаний о Тобольской операции С. 283.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Аҡтар хәрәкәте. Тымыҡ Дондан Тымыҡ океанға тиклем походтар. — М.: Вече, 2007. — С. 378 — (Иман һәм тоғролоҡ өсөн). — ISBN 978-5-9533-1988-1
- Воробьёв В. Ф. Тобольско-Петропавловская операция. — М.: Воениздат, 1939. — 87 с. — (Военно-историческая библиотека).
- Дуров О. Г. Роль адмирала А. В. Колчака в Тобольской наступательной операции 1919 года // Вестник Сургутского государственного педагогического университета : журнал. — Сургут, 2016. — № 3 (42). — С. 18—22. — ISSN 2078-7626.
- Новиков А. П. Граждандар һуғышында Көнсығыш себер / Под ред. А. В. Благово, А. С. Сапожников. — М.: Центрполиграф, 2005. — С. 135—137. — ISBN 5-9524-1400-1.
- Сахаров К. В. Белая Сибирь (Внутренняя война 1918—1920 гг.). — Мюнхен, 1923. — С. 126—154. — 324 с.
- Симонов Д. Г. Восточный фронт армий адмирала А. В. Колчака (июнь-ноябрь 1919 г.) // Гуманитарные науки в Сибири : журнал. — Новосибирск, 2011. — № 4. — С. 45—52.
- Цветков В. Ж. Генерал Дитерихс. — М.: Посев, 2004. — С. 259—285. — 634 с. — (Белые воины). — 2,000 экз.