Шаһзадә
Шаһзадә (перс. شاهزاده Šāhzāde) — потенциаль тәхет вариҫтары йәки принцтарҙы аңлатҡан фарсы теленән килеп сыҡҡан титул [1].
Шаһзадә | |
кечуа Awki | |
Префикс титула | Prince[d] |
---|---|
Юрисдикция таралышы | билдәһеҙ |
Шаһзадә Викимилектә |
Шаһзадә термины үҙе шаһ тамырынан һәм заде суффиксынан тора, тура мәғәнәһе — нәҫел дауамсыһы, тоҡом, мәғәнәһе буйынса — ҡарай. Терминдың һүҙмә-һүҙ тәржемәһе: шаһзадә — «шаһтың улы». Был титул иртә урта быуаттар Иран, Ғосман империяһы, Бөйөк Моголдар Империяһы, Сәфәүи дәүләте һәм ҡайһы бер һәм башҡа мосолман илдәрендә атаһының ҡан буйынса улдарына йәки принцтарға бирелгән. Ғосман империяһында титулды билдәле йөрөтөүселәр: Шаһзадә Мостафа, Шаһзадә Мәхмәт һәм башҡалар[1].
Был титулдың варианты Падшаһзадә (Бадшаһзадә) — «батша улы».
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Шахзаде // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)