Тонтортүз

(Тонтортамаҡ битенән йүнәлтелде)

Тонтортүз (Тонтортамаҡ, Тауауыл[1]; рус. Усть-Тунтор) — Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Елпачиха ауыл биләмәһенә керә. Почта индексы — 618161, ОКАТО коды — 57204819004.

Тонтортүз
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Пермь крайы

Муниципаль район

Барҙы районы

Координаталар

57°03′23″ с. ш. 55°35′38″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Телефон коды34261
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

59, 81, 159

ОКАТО коды

57 204 000 032

ОКТМО коды

57 604 419 116

Тонтортүз (Рәсәй)
Тонтортүз
Тонтортүз
Тонтортүз (Пермь крайы)
Тонтортүз

Ауыл район үҙәге Барҙы ауылынан яҡынса 15 км төньяҡтараҡ урынлашҡан.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

2010 йылдың 14 октябрендә уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 277 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 115 ир һәм 162 ҡатын-ҡыҙ[2].

2005 йылда ауылда 336 кеше йәшәгән[3].

Ауылдың тарихы

үҙгәртергә

Усть-Тунтор ауылы Тауауыл, Усман исемдәре аҫтында ла билдәле булған[4].

1816 йылғы ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 69 йортонда 219 ир һәм 208 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән[4]. 1834 йылда 100 йортта 277 ир һәм 255 ҡатын-ҡыҙ, ә 1859 йылда 133 йортта 425 ир һәм 367 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнгән[4].

Ауылда йәмиғ мәсете һәм уның эргәһендәге мосолман мәктәбе булған[4].

Усть-Тунтор (Тауауыл) 1773—1775 йылдарҙағы Е.И. Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Пугачёв полковнигы, йөҙбашы[5], ихтилалда ҡатнашыусы ғәйнә башҡорттарының етәкселәренең береһе[6]Батырҡай Иткининдың тыуған ауылы[4].

1839 йылда йорт старшинаһы вазифаһын 52-йәшлек зауряд-хорунжий, 1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә көмөш миҙал кавалеры, 20-се башҡорт полкы ветераны Каһарман Кәрәй улы Аширов башҡарған[4].

Тарихсы Ә. З. Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:

Ауылдың билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Батырҡай Иткинин — 1773—1775 йылдарҙағы Е. И. Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Пугачёв полковнигы, йөҙбашы, ихтилалда ҡатнашыусы ғәйнә башҡорттарының етәкселәренең береһе.
  • Ҡаһарман Кәрәй улы Аширов — 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны, көмөш миҙал кавалеры, 20-се башҡорт полкы ветераны.
  • Сәйфулла Сәйҙәшев — 1773—1775 йылдарҙағы Е. И. Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Пугачёв полковнигы, мулла.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 366. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  2. Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Дата обращения: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
  3. Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Дата обращения: 14 октябрь 2012. 2016 йыл 14 март архивланған.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.
  5. Батыркай Иткинин
  6. Мы — гайнинские башкиры 2016 йыл 4 март архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә