Толстиков Генрих Александрович

Толстиков Генрих Александрович (21 ғинуар 1933 йыл — 25 апрель 2013 йыл) — Рәсәй органик-химигы,  Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1991); 1987 йылдан СССР Фәндәр академияһы академигы), химия фәндәре докторы (1969), профессор (1970). СССР Дәүләт премияһы һәм Рәсәй Федерацияһының Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты.

Генрих Александрович Толстиков
Файл:TolstikovG.jpg
Тыуған көнө

21 ғинуар 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Тыуған урыны

СССР, Тажик ССР-ы, Ҡаңғорт ҡасабаһы

Вафат көнө

25 апрель 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (80 йәш)

Вафат урыны

Рәсәй Федерацияһы Новосибирск ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Альма-матер

Әл-Фараби исемендәге Ҡаҙаҡ Милли университеты (элекке С. М. Киров исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт университеты)

Ғилми дәрәжәһе

 (1969)

Ғилми исеме

СССР Фәндәр академияһы академигы (1987); Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1991)

Награда һәм премиялары
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
Почёт ордены — 1999 Халыҡтар Дуҫлығы ордены «Почёт Билдәһе» ордены
Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы — 2003 СССР Дәүләт премияһы — 1990

Биографияһы

үҙгәртергә

Генрих Александрович Толстиков 1933 йылдың 21 ғинуарында Тажик ССР-ының Ҡаңғорт ҡасабаһында тыуған. 1957 йылда С. М. Киров исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт университетын тамамлай. 19771993 йылдарҙа — СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Химия институты директоры.  19841993 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Башҡортостан фәнни үҙәге Президиумы рәйесе.

1993 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһы Себер бүлексәһе Н. Н. Ворожцов исемендәге Новосибирск Органик химия институтында. 

Металл комплекслы  катализ һәм органик синтез өлкәһендәге хеҙмәттәр. РФА Себер бүлексәһе Президиумы ағзаһы. РФА Себер бүлексәһенең Н. Н. Ворожцов исемендәге Новосибирск Органик химия институты эргәһендә Рәсәй Фәндәр академияһы советнигы. «Себер» программаһы буйынса ғилми совет рәйесе.[1] Байкал күле проблемалары буйынса ғилми совет рәйесе. Новосибирск «Успехи химии» журналының мөхәрририәте ағзаһы.

Бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1975)
  •  БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1975)
  • Халыҡтар дуҫлығы ордены (1983)
  • СССР Дәүләт премияһы (1990)
  • Демидов премияһы — химия (1995)
  • Почёт ордены (1999) — Ватан фәнен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләгәне өсөн һәм  Рәсәй Фәндәр академияһының 275 йыллығы уңайынан[2]
  • А. Н. Несмеянов исемендәге премия  (1999 йыл өсөн, Г. Ю. Ишморатов, А. В. Кучин менән берлектә) —  «Алюминорганик синтез» тигән эш өсөн
  • Фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы (2003) — «Органик һәм металлорганик синтезда металл комплекслы катализ» тигән эш өсөн
  • IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәр өсөн» ордены  (2009)[3]

Публикациялары

үҙгәртергә
  • В. М. Дембицкий, Г. А. Толстиков. Природные галогенированные органические соединения. — Новосибирск: Гео-Пресс, 2003.
  • В. М. Дембицкий, Г. А. Толстиков. Органические метаболиты лишайников. — Новосибирск: Гео-Пресс, 2005.
  • Г. А. Толстиков, Л. А. Балтина, В. П. Гранкина, Р. М. Кондратенко, Т. Г. Толстикова. Солодка: биоразнообразие, химия, применение в медицине. — Новосибирск: Академическое издательство «Гео», 2007. — 311 с. — ISBN 5-9747-0060-0.
  • Г. А. Толстиков,  Г. Ф. Шафиков. Структурная перестройка промышленности автономной республики : (Препр. докл. на регион. науч.-практ. конф. «Основные направления социал. и экон. развития Башкирии в 13-й пятилетке и до 2005 г.»). 12 с., включ. обл. 20 см, Уфа, БНЦ УрО АН СССР, 1989

Новосибирскийҙа Көньяҡ зыяратта ерләнгән.  

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Приказ-распоряжение «О региональной научно-технической программе „Сибирь“» 2007 йыл 12 август архивланған.
  2. Указ Президента Российской Федерации от 4 июня 1999 года № 701 «О награждении государственными наградами Российской Федерации работников Российской академии наук». // Официальный сайт Президента России. Дата обращения: 21 ғинуар 2017.
  3. Указ Президента Российской Федерации от 14 февраля 2009 года № 160 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»

Һылтанмалар

үҙгәртергә