Тул-Ава

мари мифологияһында ут алиһәһе

Тул-Ава ( Тул — ут, ава — әсә, ханым;) — мари мифологияһында ут алиһәһе.

Тул-Ава (Тул Водыж)
Тул ава.
Мифология

Мари мифологияһы

Исеменең аңлатмаһы

Ут инәһе, Ут-Әсә.

Башҡа телдәрҙә исеме

Тол-ава, Тули-эма

Заты

Женский

Шөғөлө

ут

Атаһы

Кугу-Юмо

Әсәһе

Шочын-Ава йәки Мланде-Ава

Ире

Тул юмо

Балалары

Тул водыж

Бәйле персонаждар

Вуд-Ава

Атрибут

ялҡын — уның теле

Башҡа мәҙәниәттә

От-Эне, Махуика, Чантико

Легендаларға ярашлы уның ире һәм улы — Тул юмо (ут аллаһы) һәм Тул водыж (ут рухы) булған.

Тасуирлама

үҙгәртергә

Тул-Ава янғындар ебәргән йәки уны булдырмаған, яуыз рухтарҙан һаҡлаған, доғалар һәм ҡорбандар килтереү ваҡытында кешеләр һәм аллалар араһында аралашсы булып хеҙмәт иткән: «Ут инәһе, һинең аяҡтарың оҙон, үҙең нескә, телең үткер, тиҙерәк Юмоға бар ҙа мин ҡорбанға нимә алып килеүемде әйт». Тул-Ава йыртҡыс хайуандарҙан һәм ҡоштарҙан, яуыз рухтарҙан һәм ауырыуҙарҙан һаҡлаусы буләп иҫәпләнә. Утты юғалтыу бәхетһеҙлек килтереүҙе аңлата. Төндә урманда һунарсылар ут янында йоҡларға ята. Тул-Ава кешенең йәнен дә үҙенең ҡурсаулығы аҫтына алған. Усаҡта күмерҙе ярғыларға ярамай, юғиһә Тул-Аваның балаларын тынғыһыҙлап, уның асыуын килтерергә мөмкин. Утҡа төкөрөргә, ут янында әрләшергә ярамай тигән тыйыуҙар бар.

Мифологик күҙаллауҙар буйынса, тәүге йәшәүселәр утты саҡматаш таштарының бәрелешеүенән ала. Шулай уҡ күктән — күк күкрәү уғы рәүешендә төшкән таш тураһында ышаныу ҙа булған. Мари әкиәттәре геройҙары утты урман ҡатын-ҡыҙҙарынан (вувер кува, овда) ала, улар бының өсөн кешеләрҙән Ҡорбан бүләктәрен талап итә[1].

Кешеләрҙең ут менән нисек дуҫлашыуҙары тураһында Мари легендаһы һаҡланган. Ут аллаһы — кеше образында аҡ кейемдә һәм урманды сәсеүлек өсөн таҙартыуҙа ярҙам тәҡдим итә. Кеше риза булһа, ут түңгәктәрҙе генә түгел, урманды ла яндыра. Кеше ергә ҡаҙан менән һөттө һибә. Көл һәм күмерҙәр ҡалдырып, ут һүнә. Кеше уттан нишләп уның ағас тамырҙарын яндырмағанын һорай. Ут уға артабан һыу һәм ерҙең үткәрмәгәнен әйтә. Ошонан һуң ут кешене үҙенә саҡыра һәм ҡоймаҡ һәм һыра менән һыйлай. Һый ҡунаҡтың күңеленә хуш килә һәм ут кешегә нисек итеп ҡоймаҡ һәм һыра әҙерләргә өйрәтә. Ошонан һуң кеше һәм ут дуҫлашып китә. Ут мейестә урынлаша, кешегә аҙыҡ әҙерләргә ярҙам итә. Кеше утты утындар менән туҡландырырға бурыс ала. Кешегә берәй ергә барырға кәрәк булғанда, ут саҡматаш рәүешендә уның менән бергә юлға сыға[2]

Тол-Ава и Ведь-Аваның көнәркәшлеге тураһында мордва мифы бар: бер ваҡыт Тол-Ава Ведь-Аваны һәм уның ирен бала тыуыу осрағы менән байрамға саҡыра. Бал эсеп алып, стихия хакимдары бәхәсләшеп китә — һәр береһе үҙен көслөрәк тип һанай. Ниһайәт, Ведь-Ава Тол-Аваны таш артына ҡыҫырыҡлай, һәм тегенеһе бирешә. Ошонан һуң Ведь-Ава Тол-Аваға фәҡирҙәрҙең мөлкәтен яндырмаҫҡа ҡуша[3]

Кокша тураһындағы риүәйтәттә буласаҡ геройҙың атаһы улы менән сәңгелдәкте утҡа яҡыныраҡ элеп ҡуя[4].

Башҡорт ғәйнәләренең килеп сығышы тураһында легенда

үҙгәртергә

Башҡорт ғәйнәләренең килеп сығышы тураһында башҡорт этногенетик легендаһы ла бар: «Тулва (рус.Тол) йылғаһы районында Ғәйнә менән Әйнә исемле ике ир туған барлыҡҡа килә. Бер вариантта улар күктән төшә, ә икенсе вариантта төньяҡ илдәренән килә. Был ир туғандар аҡ боланға атланып баралар. Ҡапыл болан туҡтай һәм тапана, тояҡтары менән тибенә башлай. Ағалы-ҡустылы был урында яуыз аждаһа Тулава йәшергән утты таба. Туғандар ут хужабикәһе менән алышҡа инә. Уларҙың береһе үлә, ә икенсеһе, Ғәйнә исемлеһе, ут хужабикәһен еңеп, утты ерҙән азат итә һәм, уны ҙур болан тиреһенән тегелгән ҡуржинға һалып, Тол йылғаһының көньяҡ ярына сыға һәм Ғәйнә ырыуын башлаусы булып китә.

Ер аҫтында йәшерелгән һыуҙы табып, уны ҡотҡарыуҙары тураһындағы вариант та бар. Ошонан Тол (Тулва) йылғаһы барлыҡҡа килә, һәм үҙҙәре лә толбуйҙар тигән исем ала. Тулбу (Тулва) этнонимы телгә алып кителгән башҡорт ырыуының боронғо фин-уғыр ырыуҙары менән туранан-тура бәйләнешенә күрһәтә. Мари һәм мордва телдәрендә Тулва һүҙе «ут хужабикәһе» (тул ут, ава хужабикә) тигәнде аңлата, ә карел телендә ― «һыу хужабикәһе»[5].

Көслө янғын ваҡытында утҡа ҡара тауыҡты ташлағандар йәки ҡара һыйыр һөтөн ҡойғандар һәм Тул Аваға бөтә ауылды яндырмаһын өсөн доға ҡылалар[6]. Төндә урманда усаҡ яғып, һунарсылар, ут аллаһы уларҙы яуыз рухтарҙан һаҡлаһын өсөн ут инәһенә доға ҡылалар. Тул яңы тыуған сабыйҙың исемен билдәләй. Бының өсөн жрец саҡматаштан ут сығара. Ҡайһы исемдә саҡма мамығы тоҡанып китә, шул исем менән сабыйҙы атайҙар. Ошоға оҡшаш йола алтайҙарҙа ла була.

Мари телендә ут (тул) үҙенең сакраль атамаһына эйә — апа. Был һүҙ менән ҡорбан килтереү ваҡытында изге эш ҡатнашыусыһының утҡа хөрмәтле ҡарашын билдәләү өсөн ҡулланалар[7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Попов Н. С. Мифологические представления марийцев о первооснове бытия // Финно-угроведение. — № 1—2 (57—58). — 2017. — С. 87.
  2. Рябинский К. С. Ардинский приход Козьмодемьянского уезда. — Казань: типо-лит. Ун-та, 1899. — 40 с.
  3. Петрухин В. Я. Мифы финно-угров. — М.: «Издательство Астрель», «Издательство АСТ», 2003. — С. 318—319.
  4. Марийские народные сказки. — Йошкар-Ола: Марийское книжное издательство, 2003. — С. 8.
  5. Хакимьянова А. М. Фольклорные традиции пермских (гайнинских) башкир (по материалам экспедиций) // Oriental Studies, 2018, Vol. 38, Is. 4 — С. 157—158.
  6. Ситников К. И. Боги, духи, герои // Словарь марийской мифологии. — Йошкар-Ола, 2006. — Т. 1. — С. 117.
  7. Попов Н. С. Мифологические представления марийцев о первооснове бытия // Финно-угроведение. — № 1—2 (57—58). — 2017. — С. 87.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Мокшин Н. Ф. Религиозные верования мордвы. 2-е изд., доп. и перераб.. — Саранск, 1998. — 228 с.
  • Петрухин В. Я. Мифы финно-угров. — М.: «Издательство Астрель», «Издательство АСТ», 2003. — 464 с.
  • Попов Н. С. Мифологические представления марийцев о первооснове бытия // Финно-угроведение. — № 1—2 (57—58). — 2017. — С. 87.
  • Рябинский К. С. Ардинский приход Козьмодемьянского уезда. — Казань, 1899. — 40 с.
  • Ситников К. И. Боги, духи, герои // Словарь марийской мифологии. — Йошкар-Ола, 2006. — Т. 1. — 160 с.
  • Тойдыбекова Л. С. Марийская мифология. Этнографический справочник. — Йошкар-Ола, 2007. — 312 с. — ISBN 978-5-87898-365-5.
  • Хакимьянова А. М. Фольклорные традиции пермских (гайнинских) башкир (по материалам экспедиций) // Oriental Studies, 2018, Vol. 38, Is. 4 — С. 157—158.
  • Яковлев Г. Религиозные обряды черемис. — Казань, 1887. — 87 с.

{{}}{{}}

Тул-Ава
Атаһы Кугу-Юмо[d]
Әсәһе Мланде-Ава[d]
Алла ... ҡарай Мари мифологияһы
Уйҙырма донъянан Мари мифологияһы