Тойғонов Далха Солтанморат улы

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы

Тойғонов Далха Солтанморат улы (рус. Туйгунов Далха Султанмуратович (Султанович) (1912 йыл (башҡа сығанаҡта 1907 йыл[1]) — 1 февраль 1945) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия өлкән cержанты[2]. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы Чернигов гвардия) дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының разведка взводы старшинаһы, 3-се эскадрон отделениеһы командиры. III (1943) һәм II дәрәжә (1945) Дан ордендары[3][4] кавалеры.

Тойғонов Далха Солтанморат улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1912
Тыуған урыны Ислам, Йомаш ауыл советы, Баймаҡ районы, СССР
Вафат булған көнө 1 февраль 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Вафат булған урыны Бранденбург[d], Свободное государство Пруссия[d]
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
III дәрәжә Дан ордены Дан ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Далха Солтанморат улы Тойғонов 1912 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы Ислам (башҡа сығанаҡта Йомаш[1]) ауылында) тыуған[2]. 1942 йылда БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан һуғышҡа алына. Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се полкында (16-сы гвардия дивизияһы) бик мөһим хәрби вазифалар биләп, тиңһеҙ батырлыҡ өлгөләрен күрһәтә һәм юғары хәрби ордендарына лайыҡ була. 1945 йылдың 1 февралендә разведчик Далха Тойғонов Германияла һәләк була һәм Бранденбург провинцияһы Одуртайль ауылында ерләнә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • III-сө дәрәжә Дан ордены (1943)
  • II-се дәрәжә Дан ордены (1945)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә