Ткаченко Евгений Васильевич

Ткаченко Евгений Васильевич (9 ғинуар 1938 йыл12 июль 2020 йыл) — СССР парашютсыһы, летчик. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры, парашют спорты буйынса Украинаның атҡаҙанған тренеры (Свердловск, ДОСААФ — Мәскәү, ДОСААФ). 1-се класлы летчик.

Ткаченко Евгений Васильевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Украина
Тыуған көнө 9 ғинуар 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Вафат булған көнө 12 июль 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (82 йәш)
Һөнәр төрө парашютист, акробат
Спорт төрө акробатика[d] һәм Парашют спорты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный мастер спорта СССР заслуженный тренер Украины «Почёт Билдәһе» ордены «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
Рәсми сайт tkachenko1938.wix.com/tk…
 Ткаченко Евгений Васильевич Викимилектә
Парашют спорты
Парашют спорты
Парашют спорты

Биографияһы

үҙгәртергә

Урал политехник институтын тамамлай.

Беренсе парашют менән һикереү 1955 йылдың 18 ғинуарында, ДОСААФ-тың Свердловск аэроклубында, ПО-2 самолетынан СССР спорт мастеры Иван Филиппович Сикорский етәкселегендә башҡарыла.

1962 йылда АҠШ-та VI донъя чемпионатында 2000 метр бейеклектән акробатик һикереүҙәрҙә алтын миҙал яулай (тренеры — атҡаҙанған спорт мастеры К. Лушников).

Ике йылдан һуң ФРГ-ла VII донъя чемпионатында донъяның иң көслө акробаты титулын раҫлай.

Тағы ла ике йылдан һуң ГДР-ҙа VIII чемпионатта ҡабаттан донъя чемпионы була.

1967 йылда СССР халыҡтарының өсөнсө Спартакиадаһында тағы ла акробатика буйынса беренсе һәм күпбәйгелә абсолют чемпион була.

1968 йылда Австрияла IX донъя чемпионатында донъяның иң көслө 129 парашютсыһы араһында күпбәйгелә еңеү яулай. Төркөм менән һикереүҙә ул теүәллек буйынса өсөнсө донъя рекорды ҡуя.

1969—1972 йылдарҙа парашют спорты буйынса СССР йыйылма командаһының өлкән тренеры була, «Парашютсылар әҙерләү теорияһы һәм практикаһы» дәреслеген баҫтырыуҙа ҡатнаша (1969).

Үҙәк берләшкән осоу-техник мәктәбен тамамлай — осоусы-инструктор парашютсы; Ленин орденлы Үҙәк дәүләт физик культура институты тренер-уҡытыусыһы.

Ҙур спорттан киткәндән һуң, үҙен Чкалов исемендәге СССР Үҙәк аэроклубында инструкторлыҡ эшенә бағышлай. Тушинолағы авиация байрамдарынан репортаждар алып бара. Һуңыраҡ бөтә донъя буйлап аэрошоуҙары үткәреүсе фирма ойоштора (Франция, Чехословакия, Болгария, Германия, Югославия, АҠШ).

Өйләнгән, ике балаһы бар. Ҡатыны, Ткаченко (Мухина) Ирина Борисовна, — спортсы—парашютсы, парашют спорты буйынса 40-тан артығыраҡ донъя рекордына эйә, халыҡ-ара класлы спорт мастеры, социалистик илдәр чемпионаттарының, ДОСААФ һәм СССР чемпионаттарының призеры һәм чемпионы, СССР-ҙың абсолют чемпионы.

 
Парашют спорты
 
Парашют спорты
 
Парашют спорты

Спорт исемдәре һәм ҡаҙаныштары

үҙгәртергә
  • 1968 йылда Австрияла Донъя абсолют чемпионы.
  • АҠШ-та 1962 йылда акробатика буйынса .Донъя чемпионы.
  • ФРГ-ла акробатикала 1964 йылда Донъя чемпионы.
  • 1966 йылда ГДР-ҙа Донъя чемпионы.
  • 1961, 1963, 1965, 1967 йылдарҙа СССР чемпионы,
  • 1967 йылда күпбәйгелә СССР халыҡтары Спартакиадаһының абсолют чемпионы.
  • Парашют спорты буйынса күп тапҡыр донъя һәм СССР рекордсыһы (35-тән ашыу донъя рекорды)

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә