Тихенко Сергей Иванович

Тихенко Сергей Иванович (7 июнь 1896 йыл15 октябрь 1971 йыл) — украин совет ғалимы-криминалисы, юридик фәндәр докторы (1959), профессор (1960).[1]

Тихенко Сергей Иванович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 7 июнь 1896({{padleft:1896|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Шәмәхә, Баҡы губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 15 октябрь 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыны Байково зыяраты[d]
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университеты
Уҡыу йорто юридический факультет СПбГУ[d]
Ғилми дәрәжә юридик фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный деятель науки и техники Украины

Биографияһы

үҙгәртергә

Сергей Иванович Тихенко 1896 йылдың 7 июнендә (яңы стиль буйынса 19 июнендә) Рәсәй империяһы Әзербайжандың Шәмәхә районы Шәмәхә ҡалаһында Иван Андреевич Тихенко һәм уның ҡатыны Глафира Григорьевна ғаиләһендә тыуған.

Петроград гимназияһында уҡый. 1918 йылда Санкт-Петербург университетының юридик факультетын тамамлай. Граждандар һуғышында ҡатнаша — Көнсығыш Себер ғәскәрҙәренең революцион-хәрби трибуналы тәфтишсеһе, һуңынан — Көньяҡ-Көнбайыш тимер юлдар хәрби-транспорт трибуналы тәфтишсеһе булып эшләй.

1921 йылда Киев хәрби мәктәбендә педагогик эшмәкәрлеген башлай, унда хәрби ҡануниәтенән уҡыта. 1924 йылда Киев халыҡ хужалығы институтының юридик факультетында (хәҙер Вадим Гетьман исемендәге Киев милли иҡтисад университеты) Тихенко совет енәйәт хоҡуғы һәм криминалистика мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Украина милиция мәктәбендә (хәҙер Украинаның Эске эштәр Милли академияһы) һәм Украин ССР-ы юстицияһы халыҡ комиссариатының бридик мәктәбендә эшләй. 1928 йылдан алып енәйәтселекте өйрәнеү буйынса Украина институты Киев филиалының холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт секцияһы менән етәкселек итә. 1935 йылдан ғилми-суд экспертизаһының Киев институтында (хәҙер суд экспертизаларының Киев ғилми-тикшеренеү институты) эшләй, унда өлкән ғилми хеҙмәткәр, криминалистика бүлегенең мөдире һәм институтта Ғалимдар советының даими ағзаһы булып тора. Ошо уҡ осорҙа енәйәт хоҡуғының һәм юридик фәндәр буйынса Украина ғилми-тикшеренеү институтының енәйәт хоҡуғы һәм процесы секцияһының мөдир урынбаҫары булып эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Кавказ аръяғы фронты прокуратураһының хәрби тәфтишсе булып хеҙмәт итә. Һуғыштан һуң ғилми-уҡытыу эшмәкәрлеген дауам итә. 1945 йылда «Судебно-графическая экспертиза рукописных текстов» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1947 йылдан — Киев дәүләт университетының енәйәт хоҡуғы һәм криминалистика кафедраһы мөдире (хәҙер Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университеты). 1947—1952 йылдарҙа Украина ССР-ы Юғары судының ағзаһы була. 1957—1960 йылдарҙа — Украина юстиция министрлығы ҡарамағындағы комиссия ағзаһы. 1960 йылда УССР Криминаль кодексын әҙерләү буйынса эш төркөмө составында була. 1959 йылда юридик фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Борьба с хищениями социалистической собственности, связанными с подлогом документов» темаһына диссертация яҡлай.[2]

УССР Юғары суды ҡарамағында ғилми-консультация советының ағзаһы һәм Юғары һәм урта махсус белем биреү министрлығы ҡарамағында ғилми-техник советтың юридик фәндәре буйынса секцияның ағзаһы, шулай уҡ «Вестник Киевского университета» фәнни йыйынтығының мәхәррире була.

1971 йылдың 15 октябрендә Киевта вафат була. Ҡаланың Байков зыяратында ерләнгән. Ҡатыны Мария Ростиславовна Беспалова, балалары булмай.

Украина ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1968), «За оборону Кавказа» һәм «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Тихенко Сергей Ивановичтың ғилми тикшеренеүҙәренең төп йүнәлештәре — криминалистик экспертиза, суд-график экспертиза, суд яҙыу рәүешен өйрәнеү, урлашыуға ҡаршы көрәш проблемалары. 60-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы, уның төп эштәре иҫәбендә:[1]

  • «Невменяемость и вменяемость» (1927),
  • «Фиксация следов ног на сыпучем грунте» (1937),
  • «Экспертиза рукописных текстов» (1946),
  • «Борьба с хищениями социалистической собственности, связанными с подлогом документов» (1959),
  • «Уголовная ответственность за должностные преступления» (1964),
  • «Развитие криминалистики в Украинской ССР за 50 лет Советской власти» (1967, соавтор).

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • М. Я. Сегай. Тихенко // Юридична енциклопедія : [у 6 т.] / ред. кол. Ю. С. Шемшученко (відп. ред.) [та ін.] — К. : Українська енциклопедія ім. М. П. Бажана, 2004. — Т. 6 : Т — Я. — 768 с. — ISBN 966-7492-06-0.
  • П. С. Матишевський. Сергій Іванович Тихенко (До 70-річчя з дня нар. та 45-річчя наук.-пед. діяльності). «Проблеми правознавства», 1967, в. 7.
  • I. С. Фрідман. I. Тихенко — вчений і практик в галузі криміналістики. «Рад. право», 1991, № 2.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә